- Бар, - тине лә Йәмилә өй яғына ыңғайланы. Өй беренсә йөрөп һалым йыя торған кешене ул танып алғайны инде. Хатта исем-фамилияһын да белә. Рәүиә лә уға эйәрҙе. Һалым түләй торған аҡса сәй ҡурғашына ҡат-ҡат төрөлөп, мейестең йүшкәһе буйына ҡыҫтырып ҡуйылған. Айҙар буйы тинләп кенә йыйып тултырылған аҡсаны шулай төпкәрәк йәшермәһәң, уның күҙ менән ҡаш араһында юҡ булырын көт тә тор. Өй хужаларының эшкә киткәнен аңдып ҡына йөрөгән уғрылар аҙаҡ был урынды ла белеп алды.
Йәмилә, һәндерә башына менеп, йүшке буйына ҡыҫтырылған төргәкте алып төштө, тышындағы ҡоромон өрҙө. Шунан һаҡ ҡына тағатты ла эсендәге аҡсаларҙы урындыҡтағы балаҫ өҫтөнә ҡойҙо.
- Бына, шунса һум, шунса тин, - тине ул вәкилдең күҙенә туп-тура ҡарап.
Аҡсаны һанағас, һалым йыйыусы түш кеҫәһенән ашыҡмай ғына блокнот сығарып, шуның бер таҙа битенә шап иттереп мисәт һуҡты. Был битте йыртып алып, ҡыҙҙарға күтәрелеп тә ҡарамай ғына, урындыҡҡа һалды. Тыумыштан үткер, зирәк Йәмилә бында ниндәйҙер шикле эш барлығын һиҙеп ҡалды.
- Һин ниңә беҙҙең аҡсаны юрамал ҡағыҙға яҙҙың? - тип һораны ул.
- Бынау мисәт торғас, юрамал булмай инде, - тине һалым йыйыусы һәм ҡәләм осо менән генә мисәткә төрттө. Үҙе ашығып ишеккә йүнәлде. Йәмилә менән Рәүиә, ҡоро мисәттән башҡа бер генә яҙыуы ла булмаған аҡ ҡағыҙ битенә ҡарап, аптырап тороп ҡалдылар. Шунан, ниҙер иҫтәренә төшөп, икеһе бер юлы урамға атылды. Был мәлдә теге кеше, папкаһын һелтәй-һелтәй Рәүиәләргә инеп бара ине. Колхоз малына бесән әҙерләүҙең ҡыҙған осоро. Рәүиәнең әсәһе Һәҙиә инәй ҙә бесәндә. Ихата эсендәге тубыҡҡа етә яҙып торған үләнде ҡулы менән йолҡоп, шунан бәләкәй-бәләкәй генә кәбәндәр ҡойоп, уйнап йөрөгән ҡустыһынан башҡа йортта кеше әҫәре юҡ. Рәүиәләрҙә лә шул уҡ хәл ҡабатланды. Тейешле аҡсаны алғас, һалым йыйыусы мисәт баҫылған аҡ ҡағыҙҙы өҫтәлгә һалды ла шәпләп сығып та китте.
- Был ни була инде ул? - тип аптырашты ике күрше Нәғимә менән Һәҙиә арып-талып бесәндән ҡайтҡас.
Шулай ҙа аҙна-ун көн самаһы уҙғас, әлеге уполномоченный Йәмиләгә квитанция индереп бирә, ә теге мисәтле буш ҡағыҙҙы яндырырға ҡуша. Рәүиәләргә инмәй.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң, "Һалымыңды түләмәгәнһең", тип Һәҙиә инәйҙе идараға саҡырталар.
- Түләнем, түләнем, - тип инәй күпме генә иҫбатларға тырышһа ла, уға ышанманылар.
- Аҡсам бына ошонда төрөлгән ине, - тип иҫке генә ҡулъяулығын күрһәтеү ҙә ярҙам итмәне. Ә теге мисәтле ҡағыҙ зым-зыя юҡ булғайны. Ҡыҙҙар өйҙә булмай ҡалдылар. Аҡсаны үҙ ҡулдары менән түләгән Йәмилә менән Рәүиә был мәлдә Йортбикә итәгендә тирләп-бешеп еләк йыя ине.
Ҡот осҡос ауыр һуғыштың күп михнәттәрен үҙ иңдәрендә күтәргән, бөтә өй эстәре менән аслыҡтан яфа сиккәндә лә "Бөтә нәмә фронт өсөн!", "Бөтә нәмә еңеү өсөн!" тип, һөт, йомортҡа, ит, утын йөкләмәләрен намыҫ менән үтәп килгән Нәғимә менән Һәҙиә бындай ғәҙелһеҙлеккә бирешергә теләмәне. Һәҙиә, күршеһенең ҡыҙы зирәк Йәмиләне геуаһ итеп ҡуйып, һалым йыйыусыны судҡа бирҙе. Ә Нәғимә, үҙ сиратында, ысын квитанция менән мисәтле аҡ ҡағыҙҙы, көнө килеп еткәнсе тип, юғалмаҫлыҡ ергә һалып ҡуйҙы.
Таштимер ауылында үткән судҡа бик күп кеше йыйылды. Йәмилә менән Рәүиәне иң алға ултыртып ҡуйҙылар. Быларҙың танышы, һалым йыйыусы, халыҡҡа ҡарап һул яҡ мөйөшкә баҫҡан. Уның эргәһендә кобуралы милиционер. Ып-ысын суд. Һүҙ бирелгәс, Йәмилә ҡулына үҙҙәренә бирелгән юрамал ҡағыҙҙы ла, аҙаҡ бирелгән квитанцияны ла тотоп, алға сығып баҫты. Ул һалым йыйыу ваҡиғаһын, хәл нисек булған, шулай итеп, һөйләп бирҙе. Рәүиә лә уны дөрөҫләне.
- Балаларымдың ауыҙынан өҙөп, тинләп кенә йыйған аҡсамды кире ҡайтарһын, - тине Һәҙиә инәй. - Мин бүтән бер нәмә лә һорамайым.
Оҙаҡ ҡына барған суд бик тә дөрөҫ, ғәҙел хөкөм ҡарары сығара: һалым йыйыусы өс көн эсендә Һәҙиә инәйгә йә аҡсаһын, йә ысын квитанцияны килтереп бирергә тейеш. Ә инде ҡаты һуғыштан былай ҙы йонсоған, көнө-төнө ауыр эштән арыған хеҙмәтсәндәрҙе алдап, квитанция урынына "юрамал" ҡағыҙ таратып йөрөгән өсөн ул бер нисә йылға холоҡ төҙәтеү эштәренә хөкөм ителә. Район үҙәгенән килгән прокурорҙың: "Ябай халыҡты күрәләтә талау бит был. Нисек һинең был эшкә ҡулың барҙы?" - тигән һүҙҙәре бөтә хөкөм ҡарарынан да ҡатыраҡ яңғырай.
Судты йомғаҡлап, ошо һүҙҙәрҙе әйткән прокурорға һоҡланып, үҙ итеп ҡараны күптәр. Һоҡланырлыҡ ине лә шул: төҙ, матур танау, килешле итеп алынған сәс, аҡыллы үткер ҡараш. Ә иң мөһиме: бар һынына олпатлыҡ биреп торған ҡап-ҡара мыйыҡ-һаҡал.
- Төҫкә шул тиклем таҙа ине, - ти әсәйем бынан 70 йыл элек булған ул хәлдәрҙе күҙ алдынан үткәреп.
Татарсараҡ һөйләшеүе был прокурорҙың беҙҙең район кешеһе түгеллеген дә аңғартып торған кеүек. Был һоҡланғыс кеше, ғәҙел прокурор 1943-1944 йылдарҙа тәүҙә Молдавия, Белоруссия, аҙаҡ, 1944 йылдың майынан, Чехословакия урмандарында төрлө милләт халҡынан торған партизандар бригадаһы ойоштороп, шуға үҙе етәкселек иткән ҡаһарман йөрәкле партизан Даян Баян улы Мурзин үҙе була. Эйе-эйе, Генрих Гофмандың "Ҡара генерал" китабы тап уның тураһында, беҙҙең яҡташыбыҙ, Башҡортостандың Благовар районында тыуып-үҫкән Даян Баян улы Мурзин тураһында.
Үҙенең Ян Жижка исемендәге партизан бригадаһы көстәре менән берлектә, Европа илдәренең күп ауыл-ҡалаларын гитлерсы фашистарҙан азат итә. Тау, урман араларында, дошман тылында хәрәкәт итеү стратегияһын яҡшы белгән батыр, таһыллы етәксе күпте күргән партизандар өсөн ҡаһарманлыҡтың шәхсән өлгөһө булып тора.
Үҙебеҙҙең ил, Чехословакия хөкүмәте һәм тағы күп илдәр тарафынан бирелгән наградалары, орден-миҙалдары тағылған костюмының ауырлығы хатта 60 килограмға еткән Даян Баян улының.
Ошондай һынмаҫ ихтыярлы батыр кеше Даян Баян улы Мурзин һуғыштан һуң Әбйәлил районында прокурор ярҙамсыһы булып эшләп китә. Эше буйынса йөрөгән сағында ул Ҡужанға тағы бер нисә тапҡыр килә. Бер килгәнендә уны колхозда бухгалтер-иҫәпсе булып эшләп йөрөгән Һиммәт Хамматов төшкө сәйгә алып ҡайта. Һәм… бына хикмәт, тап шул көндө Бөйөк Еңеү таңынан һуң тағы биш йыл ярым хеҙмәт итеп Әхмәт Хамматов тыуған яҡтарына ҡайтып төшә. Үҙҙәрендә сәйгә лә туҡтамай, туғандары менән күрешергә сығып киткән була Әхмәт.
Һиммәт ағаларына килеп инһә, күрә: ағаһы ҡап-ҡара һаҡал мыйыҡлы, ябай кеше түгеллеге тышҡы йөҙөнән үк күренеп торған бер уҙаман менән сәй эсеп ултыра. Һигеҙ йыл күрмәгән ҡустыһын ныҡ итеп ҡосаҡлап ала Һиммәт һәм уны ҡунаҡ менән таныштыра.
- Был Даян Мурзин! - ти ул айырым бер тантаналы тауыш менән. Тағы ҡосаҡлаша ут-һыуҙарҙы кискән өс яугир: Бөйөк Еңеүҙе Берлиндың үҙендә ҡаршылаған 33 йәшлек Һиммәт, хатта Гитлерҙың үҙенең ҡотон алған 30 йәштәрҙәге Даян Мурзин, Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән 24 йәшлек Әхмәт.
Һәм беҙ, әбйәлилдәр, даны бөтә Европа илдәренә билдәле "ҡара генерал"дың, Чехословакияның почетлы гражданы Даян Баян улы Мурзиндың беҙҙең районда эшләп киткәнен белергә һәм бының менән сикһеҙ ғорурланырға хаҡлыбыҙ. Ә инде һалым аҡсаһын йыйып, тейешле документ урынына ялған ҡағыҙ таратып йөрөгән агент, яза срогын тултырып ҡайтҡас, Ҡужанға килә, ғәфү итеүҙәрен һорай. - Нәғимә апай, Һәҙиә апай, һеҙ мине ғәфү итегеҙ. Йәмилә ҡарындаш күп нәмәгә минең күҙҙәремде асты. Уға рәхмәт. Үҙемдең ниндәй ҙур хата эшләгәнемде аңланым. Бынан һуң һеҙгә бер насарлығым да теймәҫ, - ти һәм хушлашып сығып китә.
Фәрзәнә ХАММАТОВА,
мәғариф ветераны.