-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
1 Август 2021, 17:31

Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы -

1930-сы йылдарҙа Башҡорт милли опера театрын булдырыуҙы тормошҡа ашырыу менән мәшғүл була. 1932 йылда талантлы йәштәр эҙләп Башҡортостан АССР-ының ҡалалары һәм райондары буйлап йөрөй. П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының Башҡорт милли студияһын ойоштороусыларының береһе була, 1932—1936 йылдарҙа уның мөдире була. Уҡыусылары араһында Баныу Вәлиева, Хәбир Ғәлимов, Ғабдрахман Хәбибуллин, Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Зәйтүнә Илбаева, Ульяна Калинина-Сыртланова, Әсмә Шайморатова, Мәрйәм Ғабдрахманова, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Мөслимә Мусина һәм башҡалар була. Башҡорт дәүләт филармонияһы асылыуының инициаторы була

Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы (29 октябрь 1895 йыл — 10 июль 1938 йыл) — йырсы (лирик тенор), композитор, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. Тәүгеләрҙән булып «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» (1929) исеменә лайыҡ булыусы, башҡорт һәм татар профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Сәйәси золом ҡорбаны.

 

https://ba.wikipedia.org/wiki/Әлмөхәмәтов_Ғәзиз_Сәлих_улы

Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы -
Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы -
Автор:
Читайте нас: