Анау кәштәгә эленгән зәңгәр нимә ул? Буран Абдулла Шәрифәһе тегеп биргән зәңгәр күлдәк — ҡыйыҡ яғалы сатин күлдәк ул. Был байрамға мине ана ҡалай баштан-аяҡ кейендерҙеләр. Ҡыҙыҡ инде, өҫтөңә яңы, матур кейем кейгәс, нисектер, күңелең дә бөтәйеп, йәмләнеп киткәндәй була. Ана шулай тыштан-эстән яңырып, ялтырап мин урамға сығасаҡмын. Байрам тигәнең бары урамда ғына була. Өйгә һыйып бөткән байрам — байрам түгел ул. Минең тағы ла ҡыуанысым, иң ҙур ҡыуанысым бар. Уныһын әлегә сер итеп һаҡлайым тигәйнем дә, сыҙап буламы ни? Әйткәс әйтәйем инде. Мин Аҡманайҙа ат йөҙҙөрөп ҡайтҡас, киске еләҫтә беҙ Оло инәйем менән икәү генә, күк алашаны егеп, Сайран ауылына уның кейәүҙәге өлкән ҡыҙына — минең Ғәйникамал апайыма ҡунаҡҡа барасаҡбыҙ. Юлда, кырандас күсеренә ултырып, күк алашаны үҙем әйҙәйәсәкмен. Юғиһә үшән ул. «Ҡунаҡ егете» булғас, Сайранда Оло инәйем менән мине лә өйҙән- өйгә ашҡа йөрөтәсәктәр, түр башына ултыртасаҡтар. Түр башында ултырған бар, уныһын килештереп була. Бына ҡасан ул ҡара бәрхәт түбәтәй, резинка галош, ҡыҙыл ыштан, зәңгәр сатин күлдәк сайрандарға кемдең кемлеген төшөндөрөп бирәсәк. «Ағас күрке япраҡ, әҙәм күрке сепрәк», — тине бер саҡ Оло инәйем. Шулай булғас, һиҙгәнһегеҙҙер инде, кем арҡаһында мин батша малайы урынына суҡтай итеп шулай кейенеп алғанмын. Оло инәйем арҡаһында... Ҡорбан ғәйетенә барыусылар, туҡталып тәкбир әйтә-әйтә, Түбән осҡа мәсет яғына үтеп китте. Минең атайым да сығып уларға ҡушылды. Иртәнге, сәй ғәйеттән һуң эселә. Беҙҙә бөгөн тары тәбикмәге бешкән. Оло инәйемдең ҡулы тейһә, унан майҙар тамып торасаҡ. Ниндәй һәйбәт нәмә — байрам! Яны ыштандың бер кеҫәһенә көнбағыш, бер кеҫәһенә кипкән муйыл тултырып мин ҡапҡа төбөнә сығып баҫтым. Ауыл өҫтөндә һеләгәйҙе ағыҙырлыҡ тәм аңҡый, һәр кем хәлдән килгәнсә, таба ҡыҙҙыра. Йыл буйы «һыйыр ағы» инмәгән — ҡатыҡ-һөт затын беҙ шулай тибеҙ — өйҙәрҙә лә бөгөн -үҙенә күрә шыж-быж сыға. Берәүҙәр тәбикмәк, икенселәр ҡоймаҡ, өсөнсөләр ҡыҫтыбый, дүртенселәр май күмәсе бешерә. Бер аҙҙан, был еңел-елпе аштарҙың еҫе таралып бөтөр-бөтмәҫ үк, һауаға бешкән ит еҫе күтәреләсәк. Бына шул саҡта инде һин күкрәк тултырып һулыш алыуҙың ысын тәмен татыйһың".