+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
16 Июль 2021, 21:00

ҺУНҒАРИЯ БАШҠОРТТАРЫ, ЙӘКИ ЕВРОПАЛА 500 ЙЫЛЛЫҠ ТАРИХ ҠАЛДЫРҒАН ХАЛЫҠ ТУРАҺЫНДА

-

Инеш һүҙ

Башҡорт халҡының тарихы бай һәм уның әлегә өйрәнелмәгән өлкәләре байтаҡ. Шуларҙың береһе - боронғо дәүерҙәрҙә төрлө сәбәптәр арҡаһында тыуған иле Уралдан китеп, алыҫ-алыҫ ерҙәргә барып төпләнеп, шунда күп быуаттар йәшәгән башҡорттарҙың тарихы.
Монгол-татар яуына тиклем күп быуаттар элек башҡорттарҙың бер өлөшө Венгрияға барып төпләнгәнлеге билдәле. Ғалим Нияз Мәжитов яҙыуынса, Арал менән Көньяҡ Урал араһында көн иткән бәшнәк ҡәбиләләре менән башҡорттарҙың бер өлөшө яҡын аралашып йәшәгән, союздаш булған. IX быуаттың башында бәшнәктәр уғыҙҙар менән һуғышта еңелгәс, көнбайышҡа, Волганың уң яғына күсенә. Улар менән башҡорттарҙың бер өлөшө лә китә. IX быуаттың уртаһында башҡорттар бәшнәктәр менән Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ яры буйына килеп, мадьярҙарҙы (венгрҙарҙы) көнбайышҡа күсенергә мәжбүр итә. Мадьярҙар IX быуаттың аҙағында Паннонияға (хәҙерге Венгрияға) барып төпләнә. Ә инде XI быуатта башҡорттар менән бәшнәктәр бында килә.
1236 йылда венгр монахы Юлиандың боронғо ата-бабаларының тыуған илен эҙләп, Башҡортостанға килгәнлеге билдәле. Бында ҡәрҙәштәрен осратыуы, улар менән аралашыуы хаҡында яҙып ҡалдырған. Ҡайһы бер тарихсылар Юлиан Башҡортостанда булмаған, төрки телле башҡорттар менән аралаша алмаҫ ине, тимәк, Болғар аръяғындағы уғыр халыҡтарының береһендә булған, тигән фекер әйтә. Бәлки, Юлиан христиан динен ҡабул иткән Венгрия башҡорто булғандыр. Сөнки Әхмәтзәки Вәлиди яҙыуынса, Зәкәриә Казвини XIII быуатта (вафаты 1283 йыл) Венгрия башҡорттарының күпселеге христиан, араларында хәнәфи мәҙһәбендәге мосолмандар бар, тип яҙып ҡалдырған. 1246 йылда Рим папаһының илсеһе Плано Карпини монгол ханы ставкаһына сәйәхәт ҡыла. Унда ул Болғарҙың эргәһендә Баскарт иле, йәғни "Бөйөк Венгрия" ("Магна Һунгария") ята, тип яҙа. 1320 йылда Венгриянан тағы бер монах Башҡортостанға сәйәхәт ҡыла. Миссионерлыҡ маҡсаты менән килгән монах Иоганка башҡорт ханының янында була, хандың үҙе һәм яҡындарының мосолман диненә мөкиббән бирелгән булыуы тураһында яҙып ҡалдыра. Ошоларҙан сығып, XIX быуаттың урталарынан тарихсылар венгрҙарҙың боронғо тыуған иле Урал тип яҙа башлай. Башҡорт менән венгрҙар Уралда бер халыҡ булып йәшәгән. Венгрҙар киткәндән һуң, мадьяр телле башҡорттар төркиләшкән, имеш. ХХ быуат башында ла был фекер бик популяр була. Шуға күрәлер ҙә, 1901 йылдың йәйендә Будапешт университетының профессоры Вильгельм Преле башҡорт телен өйрәнеү маҡсаты менән Өфөгә килә һәм башҡорт уҡымышлылары менән берлектә киң тикшереү эштәре алып бара. Аҙаҡтан башҡорт халҡының йыр өлгөләрен немец телендә баҫтыра. Башҡорт теленең фәнни грамматикаһын төҙөп, уны Будапештта нәшер итә. Ә башҡорт ғалимдары тарафынан Венгриялағы башҡорттарҙың тарихы ниндәй кимәлдә өйрәнелгән һуң? Әхмәтзәки Вәлидиҙең "Башҡорттар тарихы" китабында был темаға ҙур ғына урын бирелгән. Хатта "Мадьярстандағы башҡорттар" тигән айырым бүлек тә бар. Ә бына Башҡортостан тарихсылары сығарған китаптарҙа Венгриялағы башҡорттар тураһында мәғлүмәт табыуы ҡыйын. Н. Мәжитов менән Ә. Солтанованың 1994 йылда сыҡҡан "История Башҡортостана с древнейших времен до XVI века" исемле китабында башҡорттарҙың ҡасан һәм ни сәбәпле Венгрияға күсенеүе хаҡында ғына телгә алына. 2004 йылда сыҡҡан "История Башкортостана с древнейших времен до наших дней" исемле авторҙар коллективы яҙған китапта Венгрия башҡорттары хаҡында бер-ике һөйләм генә бирелгән. Ә мәктәп дәреслектәрендә бөтөнләй мәғлүмәт юҡ. Был йәһәттән философия фәндәре кандидаты Илшат Насировтың бынан байтаҡ йылдар элек "Башҡортостан" гәзитендә баҫылған "Венгриялағы башҡорттар" тигән мәҡәләһе иғтибарға лайыҡ. Ғалим теманы Сәғүд Ғәрәбстанының баш ҡалаһы Эр-риядта уҡыған сағында өйрәнгән. И. Насиров мәҡәләһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итмәксебеҙ.

Азат ЯРМУЛЛИН.

Венгрия мәмләкәтендә юғалыу

Һуңғы йылдарҙа башҡорттарҙың үҙенсәлекле тарихына, милли-азатлыҡ көрәшенә ҡағылышлы күп кенә китаптар, ғилми-публицистик мәҡәләләр донъя күрҙе. Мин иһә уларҙа сағылған мәсьәләләрҙең береһенә - Урта быуаттарҙа Венгрияла йәшәгән башҡорттар, уларҙың яҙмышы һәм Ер йөҙөнән юғалыу сәбәптәре тураһында һөйләмәксемен.
Миләдиҙең IX быуатының икенсе яртыһында Урал тауҙары битләүенән хәҙерге Венгрия ерҙәренә күсенгән боронғо мадьярҙар (венгрҙар) хәрби-ҡәбилә иттифағы араһында Юрматы, Йәнәй һәм башҡа башҡорт ырыуҙары булыуын шул заманда йәшәгән ғалимдар яҙып ҡалдырған. Венгрия батшалығындағы башҡорттар тураһында иң тулы мәғлүмәттәрҙе Әхмәтзәки Вәлидиҙең "Башҡорт тарихы" китабынан табырға була. Ләкин Әхмәтзәки Вәлиди Туған Көнбайышта көн күргән башҡорттарҙың Венгрияның ҡайһы урынында йәшәгәнлеге һәм ни сәбәптән Ер йөҙөнән юғалыуҙары хаҡында аҙ яҙған. Поляк ғалимы Т. Левицкий инглиз телендәге "Ислам энциклопедияһы"ның яңы баҫмаһында бирелгән "Мадьярстан" мәҡәләһендә башҡорттар тураһында ғәрәп һәм латин сығанаҡтарына таянып яҙған. Уның әйтеүенсә, Венгрияла йәшәгән башҡорттар тураһында тәүге мәғлүмәттәрҙе ғәрәп ғалимы әл-Масудиҙың "Муруди әл-джаһаб" китабында табырға була. Миләдиҙең X быуатында йәшәгән әл-Масуди боронғо венгрҙарҙың һәм уларҙың иттифаҡташтары бәшнәктәрҙең (урыҫса печенеги) Византия империяһына ҡаршы һуғышын тасуирлаған (932-944 йылдар). Автор "баджгирд" һәм "базгирда" атамаларын ҡулланғанда венгрҙарҙы һәм төрки телле башҡорттарҙы күҙ уңында тотҡан.
Ғәрәп ғалимы әл-Истарһи "Китаб Масалик әл-Мамалик" китабында шулай уҡ венгрҙарҙы һәм башҡорттарҙы "башғирд" тип атаған. Ибн-Һауҡал "Китаб Сурат әл-алрд" әҫәрендә (967 йыл), әл-Истарһи мәғлүмәттәренә таянып, боронғо венгрҙарҙың барыһына ла "башджирд" исеме бирә. Ғәрәп сәйәхәтсеһе һәм яҙыусыһы Әбү Хамид әл-Андалуси әл-Ғарнати "Әл-Миғраб ән-бағд чадаиб әл-Мағриб" китабында "Ункурия" (Һунғария йәғни Венгрия) иле халҡын "баджғирд" тип яҙа. Әл-Андалуси Венгрияға 1150-1151 йылдарҙа сәйәхәт ҡылып, өс йыл йәшәгәндән һуң, ерле мосолман ҡыҙҙарына өйләнгән кесе улы менән Венгрияны ҡалдырып китә. Сәйәхәтсе "Төхвәт әл-әлбаб" китабында венгрҙарҙы "башғурд" ти. Ғәрәп ғалимы Яҡут Сүриәләге Халеб (Алеппо) ҡалаһында башҡорт шәкерттәрен осратҡан һәм ундағы мосолмандар үҙҙәрен "башғирдиа" тип йөрөтөүҙәрен белгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, Урта быуаттарҙа Венгрия мәмләкәтендә башҡорттар оҙаҡ ваҡыт, биш йәки алты быуат тирәһе йәшәгән, тигән фекер бөгөнгө ғилми донъяла шик тыуҙырмай. Ләкин башҡорттар Европаның ҡайһы өлөшөндә көн күргән һуң? Боронғо ғәрәп һәм Көнбайыш тарихтарын ентекле өйрәнгәндән һуң, башҡорттар хәҙерге Венгрияның көнбайыш өлөшөндә һәм элекке Югославияның Босния һәм Герцеговина биләмәләрендә йәшәгән, тигән һығымта яһарға була. Был фекерҙе дәлилләргә мөмкин.
Ғәрәп географы Ибн Сәйед әл-Мазриби (1286 йылда донъя ҡуйған) боронғо Венгрия халҡын ике төркөмгә бүлгән. Дунай йылғаһынан көньяҡта йәшәгән төрки телле мосолмандар "әл-башҡирд", христиан венгрҙар "һункар" тип исемләнгән. Ибн Сәйед әйтеүенсә, был ике халыҡ дин яғынан ғына түгел, тел яғынан да айырылған. Һуңғы факт ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки, берҙән, Урал башҡорттарының Венгрияға күсеп килеүен иҫбатлаһа, икенсенән, башҡорттарҙың Венгрия батшалығының ҡайһы тарафында төйәкләнеүен эҙләүҙе еңеләйтә.
Ибн Сәйед, боронғо Венгрияның шәреҡ өлөшөндә христиан венгрҙар (һунғарҙар), көнбайыш өлөшөндә Венгрия мосолмандары "әл-башғирд"тар йәшәй тип яҙған. Башҡорттар Дунай буйында германдарға (йәғни Австрияға) күрше булғандар. Ибн Сәйед, "әл-башғирд" иленең баш ҡалаһы - Крат, һәм ул илдең көньяғында урынлашҡан, тип күрһәткән. "Крат" - славянса "град" һүҙенең ғәрәпсә транскрипцияһы. "Белград"тың "аҡ ҡала" икәнен иҫкә төшөрәйек. Т. Левицкийҙың фекеренсә, Урта быуаттарҙа Балҡан славяндары, Сербияның баш ҡалаһы Белградты, шулай уҡ венгр нәҫеленән Арнауттар батшалығының тәүге баш ҡалаһы Секешфехерварҙы "Белград" тип йөрөткәндәр. Т. Левицкийҙың был фекере Урта быуаттарҙа латинса һәм немецса яҙылған документтар менән раҫлана. Секешфехервар латинса "Алба сивитас редалис" ("Батшаларҙың аҡ ҡалаһы") һәм немецса "Штулвайсенберг" ("Аҡ ҡала") тип йөрөтөлгән. Ғәрәп ғалимы әл-Иҙриси Секешфехерварҙы "Бел(а)града" йәки "Бел(и)града" тип яҙған.
Тимәк, Европаға күскән башҡорттар боронғо Венгрия батшалығының көнбайыш тарафында, Австрияға күрше яҡта һәм элекке Югославияның Босния һәм Герцеговина йөмһүриәте ерҙәрендә көн күргән. Сөнки, беренсенән, Секешфехервар ҡалаһы көнбайыш Венгрияла урынлашҡан. Икенсенән, венгр батшалары мосолмандарҙы, башҡорттарҙы хәрби хеҙмәткә йәлеп иткәндәр. Йәш венгр дәүләтенә көслө Германия тарафынан даими хәүеф янаған. Шуға улар башҡорт һәм бәшнәк ырыуҙарынан ғибәрәт булған ғәскәрҙәрҙе Венгрияның көнбайыш тарафында тотҡан.
Ғәрәп ғалимы Бутрус әл-Бустани (XIX быуат) "Даиретуль - мәғариф" энцилопедияһында, тарихсы Яҡуптың яҙмаларына таянып, Уралдағы башҡорттар һәм Урта быуаттарҙа Венгрия мәмләкәтендә көн күргән "әл-башғирдтар" - бер халыҡ, тип яҙған. Шулай уҡ әл-Бустани башҡорттарҙы һәм Босния халҡын бер халыҡ тип һанаған. Әл-Бустаниҙың "Әл-Башджирд" мәҡәләһенең бер өлөшөн тәҡдим итәм: "Ғәрәп тарихсыһы Яҡут ошолай тип яҙған: "Мин Сүриәнең Халеб ҡалаһында бер төркөм башҡорт талиптарын осраттым. Уларҙың йөҙҙәре бик аҡ, сәстәре лә аҡ-һары. Мин бер башҡорттан "Башғирд" иленең урынын һәм хәл-әхүәлдәрен һораштым. Ул миңә: "Илебеҙ" Константиния (Византия) дәүләтенән бире, икенсе "афранджи" (йәғни Европа)", "Һункар" (йәғни Венгрия) исемле мәмләкәттең эсендә урынлашҡан. Беҙ - мосолмандар һәм венгр батшаһының подданныйҙары. Беҙ утыҙ ауылда йәшәйбеҙ һәм ауылдарыбыҙҙың барыһы ла ҡала ҙурлығында, ләкин венгр батшаһы, үҙенә ҡаршы яу ҡуптарыуынан ҡурҡып, башҡорттар йәшәгән ҡалаларҙы диуарҙар менән уратырға ҡәтғи тыйған. Беҙ, башҡорттар, христиандар иленең уртаһында йәшәйбеҙ. Беҙҙән төньяҡта - славяндар, көньяҡта католик папаһының дәүләте урынлашҡан, көнбайышта - Андалусия, ә көнсығышта Рум (Византия) империяһы ята. Беҙҙең телебеҙ - "афранджи" (Европа) теле, кейгән кейемебеҙ ҙә Европа кейеме. Башҡорттар венгрҙар менән армияла хеҙмәт итә һәм бергә төрлө халыҡтарға һәм дәүләттәргә ҡаршы һуғышҡа йөрөй. Башҡорттар мосолман булараҡ, Ислам илдәренә ҡаршы хәрби походтарға йөрөмәй", - тип яуап бирҙе. Яҡут, уларҙың Ислам динен ҡабул итеү сәбәптәре тураһында һорағас, ошо яуапты ишеткән: "Ата-бабаларыбыҙ әйтеүҙәре буйынса, борон заманда Булғар иленән ете мосолман, башҡорттар араһында оҙаҡ йәшәп, Ислам динен таратҡан. Һәм башҡорттар, мәжүсилекте ташлап, иман юлына баҫтылар. Аллаһы Тәғәлә һиҙийә ҡылды һәм, Аллаға шөкөр, башҡорттар Ислам динен ҡабул иттеләр. Беҙ, башҡорт талиптары, Ислам ғилеме өйрәнәбеҙ һәм илебеҙгә ҡайтҡас, халҡыбыҙ беҙҙе йылы ҡаршылаясаҡ һәм дини эштәрен беҙҙең ҡулға тапшырасаҡ". Яҡут уларҙан: "Ниндәй сәбәптән һаҡалдарығыҙҙы европалылар кеүек ҡыраһығыҙ?", - тип һораған. Улар: "Башҡорттарҙан хәрби синыфта булғандары ғына ҡыра, ә ҡалғандары ҡырмай", - тип яуап биргәндәр. "Илегеҙ бынан алыҫ ятамы?", - тигән һорауға башҡорттар: "Сүриәнән Константинияға сәфәр ҡылыу ике ай ярым ваҡыт талап итә, һәм Константиянан илебеҙгә шулай уҡ ике ай ярым ваҡыт эсендә етеп була", - тип аңлатҡандар. Ғәрәп тарихсыһы әл-Истарһи ҙа, Башҡорт иленән Булғар иленә егерме биш көн эсендә етеп була һәм Башҡорт иленән икенсе төрки халыҡ - бәшнәктәргә ун көнлөк юл, тип яҙған. Был мәғлүмәттәрҙән шул асыҡ - башҡорттар һәм Босниялағы үә Сербиялағы "бәшнәктәр" ("бочняк") бер халыҡ. Босния Урта быуаттарҙа Венгрия мәмләкәтенең эске өлкәһе була. Боснияға көнсығыш тарафтан Болгария һәм Византия империяһы сиктәш, ә славяндар - көньяҡта була. Боронғо ғәрәп карталарынан, китаптарҙан шул мәғлүм: Боснияға иң яҡын булып төрки телле печенегтар - "бачняктар" йәшәгән. "Бачняктар" "башнаҡтар" (босняктар) түгел. Һәр хәлдә, киләсәктә Европа китаптарында ниндәй генә яңы мәғлүмәттәрҙең табылыуына ҡарамаҫтан, Босниялағы "башнаҡтар" һәм ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн-Фаҙлан осратҡан "башҡорт" - бер халыҡ". Ошо һүҙҙәр менән тамамлана Бутурус әл-Бустаниҙың мәҡәләһе.
Мин, әлбиттә, әл-Бустаниҙың, Урал башҡорттары һәм Боснияның босняк-мосолмандары - бер халыҡ, тигән фекере менән килешмәйем, сөнки босняктар антропологик яҡтан да, тел яғынан да балканлы, славян халҡы. Минең уйымса, көнбайыш Венгрия һәм Боснияла йәшәгән башҡорттар, күпселекте тәшкил иткән ерле славяндар араһында тарихи сәбәптәр арҡаһында ассимиляцияға дусар булып, Ер йөҙөнән юғалған. Әммә улар Боснияның славян телендә һөйләшкән халҡына "башджирд" ("башҡорт"), "башнаҡ" ("босняк") тигән атамаларҙы ҡалдырған. Тимәк, бөгөнгө Босния халҡының "босняк" атамаһы - "башнаҡ" һүҙенән, ә "башнаҡ" һүҙе "башҡорт" ("башджирд") һүҙенән алынған. Бындай миҫалдар тарихта күп. Мәҫәлән, Дунай Болгарияһы дәүләтенә нигеҙ һалған төрки телле болғарҙар ике-өс быуаттан һуң, аҙ һанлы булыу сәбәпле, ерле славян халҡына ҡушылып, ассимиляцияға бирелгән, ә "Болгария" атамаһы ҡалған. Хәҙер Дунай славяндары "болгар" һүҙен милләт атамаһы итеп ҡуллана.
Венгрия мәмләкәтендә башҡорттарҙың юғалыу сәбәптәрен эҙләп ҡарайыҡ. Т. Левицкий "Ислам энцилопедияһы"нда ике ҙур сәбәпте күрһәтә. Беренсенән, XIII быуаттың беренсе яртыһында Венгрияла мосолмандарҙы суҡындырыу (христианлаштырыу) сәйәсәте көсәйә. Әл-Андалуси яҙыуына ҡарағанда, XIII быуаттың башына тиклем бындағы мосолмандар христиан венгр дәүләте менән яҡшы мөнәсәбәттә булған. Мәҫәлән, батша Геза II дәүерендә лә дини яҡтан ҡыҫым кисермәгәндәр. Батша Андрей II лә (1205-1235 йылдарҙа хакимлыҡ иткән) мосолмандарҙың дуҫы һаналған. Һуңғы йылдарында ғына Андрей II христиан сиркәүе баҫымы һөҙөмтәһендә мосолмандарға мөнәсәбәтен үҙгәртә. 1222 йылда "Алтын Булла" исемле төп документ донъя күрә. Унда мосолмандар ҙа, венгр христиандары кеүек үк, ижтимағи-дәүләт етәкселегендә вазифа биләргә хоҡуҡлы тип рәсмиләштерелгән. "Алтын Булла"ның икенсе баҫмаһында ла (1231 йыл) мосолмандарҙың хоҡуҡтары тағы рәсми төҫ ала. Экстергам ҡалаһы архиепискобы Роберт 1232 йылда Венгрияны тотош христиан дәүләте итергә әмер бирә, батша Андрей II мосолмандарҙы ижтимағи дәүләт вазифаларына йәлеп итеүҙә ғәйепләй, бөтә христиандарҙы Венгрия мосолмандарына ҡарата бойкот яһарға саҡыра, улар менән сауҙа һәм башҡа мөнәсәбәттәрҙән баш тартырға ҡуша. Архиепископ Роберт, рим-католик сиркәүе башлығы папа Григорий IX баҫымы менән Андрей II мосолмандарҙы ижтимағи-дәүләт хоҡуҡтарынан мәхрүм иткән яңы документҡа ҡул ҡуя. 1232 йылдан мосолман ауылдары һәм ҡалаларында сиркәүҙәр, монастырҙар төҙөлә башлай, халыҡ көсләп суҡындырыла. Икенсе, Т. Левицкий фекеренсә, 1241 йылда Венгрияны татар-монголдар баҫып ала. Венгр ғәскәрендәге башҡорттар дошманға көслө ҡаршылыҡ күрһәтә. Ғәрәп ғалимы Ибн Сәйед, Венгриялағы "Башҡирд" илен татарҙар 1241 йылда баҫып алған, башҡорттарҙы күпләп ҡырған, тигән. Башҡорттар, венгрҙарҙың иттифаҡташтары булараҡ, шул уҡ йылда герман-венгр армияһына ҡушылып, Хорватияла, Адриатик диңгеҙе буйындағы Шибеник ҡалаһы янында татарҙарға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Был яуҙа татарҙар тар-мар ителә.
"Рогери кармен мизерблис" исемле латинса тарихи документ, Венгрияла йәшәгән мосолмандар, ҡулдарына ҡорал алып, татар илбаҫарҙарына ҡаршы яу сапҡан, тип һөйләй. Шул осорҙан ҡалған икенсе бер латинса документта татарҙар 1241 йылда Венгриялағы "Бей" тигән районда халыҡтың барыһын да юҡ иткән, тигән мәғлүмәт бар. Был ваҡиғаларҙан һуң Венгрияла Ислам дине 100 йыл самаһы йәшәгән. 1340 йылда Карл-Роберт Анжуй батша (1308-1342 йылдар) христиан булмаған вассалдарына (подданныйҙарына) йә христиан динен ҡабул итергә, йә илде ташлап китергә бойора.
Юғарыла әйтеп кителгәндәрҙең барыһы ла Венгрия һәм Босния башҡорттарының милләт булараҡ юҡҡа сығыуына килтерә. Әммә улар Европа уртаһында, бөгөнгө Боснияла, Ислам мәҙәниәтенең үҫеп китеүендә ҙур роль уйнаған, шулай уҡ бихисап ҡорбандар биреп, Европа цивилизацияһын һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән. Башҡорттарҙың Европа азатлығы өсөн монгол-татарҙарға ҡаршы аяуһыҙ көрәше, ҡаһарманлыҡтары ихтирамға лайыҡ. Башҡорттарҙың Европала булыу тарихы әле ентекле ғилми тикшеренеүҙәрҙе талап итә.

Илшат НАСИРОВ,
философия фәндәре докторы, профессор.
Мәскәү ҡалаһы.

ҺУНҒАРИЯ БАШҠОРТТАРЫ, ЙӘКИ ЕВРОПАЛА 500 ЙЫЛЛЫҠ ТАРИХ ҠАЛДЫРҒАН ХАЛЫҠ ТУРАҺЫНДА
ҺУНҒАРИЯ БАШҠОРТТАРЫ, ЙӘКИ ЕВРОПАЛА 500 ЙЫЛЛЫҠ ТАРИХ ҠАЛДЫРҒАН ХАЛЫҠ ТУРАҺЫНДА
Автор:
Читайте нас: