+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
2 Июль 2021, 17:46

"Рудольф Нуриев" документаль фильмы

1990 йылда Башҡортостанға инглиз режиссеры Патриция Фой килә. Уның "Рудольф Нуриев" исемле киң билдәле документаль фильмын күптәрҙең күргәне барҙыр. Фильмда Рудольф Нуриев үҙенең тыуған яғы, бала сағы тураһында ла һөйләй. Унда уның бала сағын Сибай малайы уйнай - 

Дәүләтбаев Ирек Марат улы сығышы менән Сибай ҡалаһынан. Кино төшөрөлгән мәлдә ул Өфө хореография училищеһында дүртенсе класта уҡыған була. Патриция Фой бик күп малайҙар араһынан Рудольф Нуриевтың бала сағын һүрәтләргә тап Иректе һайлап ала. 1991 йылда кино экранға сыға һәм Рудольф Нуриев үҙен һынландырған малайға свитер бүләк итә. Был ҡәҙерле бүләкте Иректең әсәһе Фәниә Сәйфуллина әле лә ҡәҙерләп һаҡлай. Фәниә Вәлиәхмәт ҡыҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, хаҡлы ялда. Был ваҡиға тураһында ла ул һөйләгәйне миңә. Ябай ғына башҡорт малайының бөтөн донъяға билдәле оло талант эйәһе Рудольф Нуриевтың бала сағын уйнауын бөтәһе лә белергә тейеш, тип уйланым.
Ирек Дәүләтбаев артабан балет юлын һайламай, әммә сәнғәттән дә алыҫлашмай. Башҡортостанды ғына түгел, сит ил сәхнәләрен дә яулаған профессиональ бейеүсе ул. Уны бейеүсе генә түгел, йырсы итеп тә беләләр. Сит телдәрҙә лә, башҡорт телендә лә йырҙары бар. Ҡыҫҡаһы, тырыш егет маҡсаттарына өлгәшеп йәшәй.

В. ҒҮМӘРОВА.
Баймаҡ районы Ғүмәр ауылы.

"Рудольф Нуриев" документаль фильмы
"Рудольф Нуриев" документаль фильмы
Читайте нас: