-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
30 Июнь 2021, 17:00

Мәрйәм БУРАҠАЕВА: ЙӘНШИШМӘНЕҢ ҺЫУЫН ЭСМӘГЕҘ!

Бөгөнгө көндә "Урал батыр" эпосына ҡарата иғтибарҙың бермә-бер артыуы, ғалимдарыбыҙҙың уның йөкмәткеһенә, һәр һүҙенә тиерлек иғтибар биреп, киң ҡатлам уҡыусыларға аңлатыуы, һис шикһеҙ, шатлыҡлы күренеш. Халыҡ ижадында күп ҡиммәтле фекерҙәр тел төбө, кинәйә менән әйтелә һәм аңлатма биреүҙе, фекерҙең әрәсәһенә төшөндөрөүҙе талап итә.Ысынлап та, эпосыбыҙ аңлап-аңлатып бөткөһөҙ сер хазинаһы. Шундай серле һүҙҙең береһе - Йәншишмә. Нимә ул Йәншишмә? Әлбиттә, ул - бөтөн донъяға йән бөркөүсе тере һыу, тереклекте йәшәтеүсе. Ә тағы ниндәй серҙәр йомолған был һүҙҙә?

Ебәрегеҙ һеҙ мине,
Үҙ илемә ҡайтайым.
Мине сәйнәп йотоп та,
Барыбер аш булмамын,
Һис аш булып һеңмәмен;
Йәншишмәнән һыу алып,
Әсәм тәнем йыуҙырған,
Үҙ нурына һуғарған
Барығыҙға билдәле
Ҡояш тигән әсәм бар...

Әсәһе Ҡояш ҡыҙы Һомайҙың тәнен Йәншишмә һыуы менән йыуғандан һуң, Һомай илде нурға күмеүсе көскә эйә була. Көндөҙөн дә, төнөн дә Йыһан, Кешелек донъяһы ошо ҡеүәттән файҙалана, тереклек итә. Йәншишмә - кешелек донъяһының йәшәү сығанағы, йәғни халыҡтың уртаҡ байлығы. Ошо халыҡ байлығын һәр көс үҙенсә файҙаланырға ынтыла. Ҡара көстәрҙән булған Зәрҡүм Шүлгәнде Әзрәҡәгә - дейеү батшаға барырға, "Йәншишмәнән һыу алырға" димләй. Шулай итеп, Йәншишмәне бер төркөм яуыз көстәр үҙҙәре генә файҙаланырға ниәт тота. Дейеү батша ғына биләп торғанлыҡтан, халыҡ тәбиғәттән бирелгән, һәр йән эйәһе тигеҙ файҙаланырға тейешле бәхеттән мәхрүм. Һомай ошо шишмәне табыу, яулап алыу юлын Уралға өйрәтмәксе. Уралдың ниәте изге:
- Шишмәнән һыу алайыҡ,
Үлгәнгә йән бирәйек,
Кешеләрҙе донъяла
Үлмәҫ йәндәр ҡылайыҡ, - тигән хыял менән Әзрәҡәгә ҡаршы көрәшкә күтәрелеп, еңеүгә өлгәшмәксе.
Әммә Йәншишмәнең һыуын эсеп, үлә алмай йөрөгән ҡарт Уралды был ниәтенән кире дүндерә:

- Егет, һиңә килдем мин,
Килеп хәлем әйттем мин,
Ҡолаҡ һалһаң һүҙемә,
Әйтә торған һүҙем бар;
Илгә йола булырҙай,
Һынап белгән заңым бар:
Донъяла мәңге ҡалам, тип,
Үлемгә буй бирмәҫкә,
Уны бер заң итмәҫкә,
Йәншишмәнән эсмәгеҙ,
Миндәй хурлыҡ күрмәгеҙ.
Йәншишмәнән эсмәгеҙ! - ти ҡарт. Тимәк, мәңге йәшәйем тип уйламағыҙ, халыҡ байлығын таламағыҙ, халыҡ байлығына ҡул һуҙмағыҙ, тигән фекер әйтә. Әгәр халыҡ байлығына ҡул һуҙһаң:

- Тәнең сереп ҡорт ашар,
Шунда ла һин үлмәҫһең,
Һис донъянан китмәҫһең...

Кеше мәңгелек түгел, унан ҡалған хәтер мәңгелек. Яҡшылыҡ ҡалдырамы ул, яманлыҡмы... Һәр кеше ике төрлө йәшәүҙән һәм ике төрлө үлемдән тора: физик һәм рухи йәшәү һәм үлем. Фани донъянан киткәндән һуң һинең рухи тормошоң дауам итә. Нәфсеңде, ҡомһоҙлоғоңдо тыя алмай, Йәншишмәнән һыу эсһәң, йәғни халыҡ байлығына ҡул һуҙһаң, яманлығың бәлйерәгән ҡарт һымаҡ йөрөп ятасаҡ. Ә инде ошо ҡарттың һүҙенә, аманатына тоғро ҡалған саҡта:

- Мәңге ҡалам, тимәгеҙ,
Йәншишмәнән эсмәгеҙ,
Донъяла мәңге ҡалыр эш -
Донъяны матур төҙөгән,
Бағты мәңге биҙәгән -
Ул да булһа, яҡшылыҡ,
Күккә лә осор яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ яҡшылыҡ,
Утҡа ла янмаҫ яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ яҡшылыҡ,
Бары эшкә баш булыр,
Үҙеңә лә, кешегә
Мәңге йәшәр аш булыр...

Шулай итеп, Урал батыр Йәншишмәнең һыуын уртлап алып, Ер йөҙөнә бөркә.
Халыҡ аҡылын, аманатын үҙ эсенә йомған, кешелек донъяһына йәшәү мәғәнәһен аңлатҡан "Урал батыр" эпосын тотош белмәгән сүрәттә лә ошо өлөшөнә ҡолаҡ һалһын ине йәмәғәт. Эпостағы ошо һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн үҙе өсөн иҫбат итергә теләһә, халыҡ байлығына ҡул һуҙған, нәфсеһен тыя алмай "Йәншишмәнән һыу эскән" ҡомһоҙҙарҙың да мәңгелек түгеллеген, хилаф малдың ғүмер өҫтәмәгәнлеген, балаларына ҡалдырған хилаф малдың нисек әләф-тәләф килгәнлеген, фәҡәт хәләл табылған малдың ғына:
-Үҙеңә лә, кешегә
Мәңге йәшәр аш булыр, - икәнен үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп, үҙ заңығыҙға һеңдереп алығыҙсы, тип әйтке килә.
Йәншишмәнең һыуына талаш-ыҙғыштың донъяны һәләкәткә килтереүе лә ихтимал бит...
Читайте нас в