+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
27 Июнь 2021, 10:42

КӘФЕНДЕҢ КЕҪӘҺЕ ЮҠ...

Беҙҙең эраға тиклем 356-323 йылдарҙа йәшәүсе Македония батшаһы Александр Македонский - Искәндәр Зөлҡәрнәй ярты донъяны яулағандан һуң 32 йәшендә донъя ҡуя. 33 йәше тулыуға ай самаһы, ғәрәптәргә ҡаршы һуғыш башланыуға 6 көн ҡалғас, ул мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Йылъяҙмаларҙа теркәлеп ҡалғанса, ул үҙен һуңғы юлға ике ҡулының устарын халыҡҡа күрһәткән килеш алып барыуҙарын һорай. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа ул ҡулдарын ҡәберҙән тышҡа сығарып күмеүҙәрен үтенгән, тигән мәғлүмәт тә һаҡлана.

Шундайын батшаның, мәшһүр ғәскәр башлығының вафатына бәйле был мәғлүмәттең ысынбарлыҡҡа тура килеүенә шик юҡ. Әлбиттә, бының менән Македонский, ярты донъяны яулауына, олуғ шөһрәткә, иҫәпһеҙ-һанһыҙ байлыҡҡа эйә булыуына ҡарамаҫтан, донъялыҡтан туплаған байлығының семтем тиклемен дә теге донъяға алып китә алмауы хаҡында аңлатырға теләгән. Ҡайҙан килгән икән иҫәпһеҙ-һанһыҙ кешеләрҙең ғүмерен ҡыйыусыға, тарихҡа исемен ҡан һәм хәрби дан менән яҙып ҡалдырыусы башкиҫәргә бындай тәрән аңлау? Төптән уйлап ҡараһаң, бары тик донъялыҡҡа, уның иҫәпһеҙ-һанһыҙ байлығына сытырман йәбешмәгән кеше генә донъя менән хушлашҡанда ошондай һүҙҙәрҙе әйтә алалыр кеүек. Хәҙерге замандың иң оҙаҡ йәшәүселәре ғүмере менән үлсәп ҡарағанда, Искәндәр Зөлҡәрнәй ни бары уларҙың өстән бер ғүмерен генә йәшәгән булып сыға. Ул 20 йәшендә, атаһы Филипп II үлтерелгәндән һуң, тәхеткә ултыра. Уға тиклем, 18 йәшенән башлап, атаһы походта саҡта ил менән идара итеү эшенә йәлеп ителә. Күберәген ирен яратып-өнәп бөтмәгән әсәһе Олимпиада (иренең ҡатындары күп булыуы уны шулай көнсөл иткәндер тип уйларға урын ҡала) йоғонтоһонда тәрбиәләнгән Александр, шулай итеп, ҡалған ғүмерен 12 йыл буйына ерҙәр һәм илдәр яулап үткәрә. Ул Македония империяһы сиктәрен Кесе һәм Урта Азия, Сирия, Египет, Һиндостан, Фарсы ҡултығы дәүләттәрен яулау иҫәбенә тиклем киңәйтә. Ул туплаған байлығын теге донъяға алып китеүҙән мәхрүм булып ҡына ҡалмай, хатта үҙе төҙөгән империя менән дә идара итеп, башҡа хандар һәм батшалар һымаҡ, йөҙәрләгән ҡатын алып, байман булып йәшәргә лә өлгөрмәй. Өлгөрмәй генә түгел, уның бындай теләге лә булмай. Кем белә, бәлки, мәшһүр философтар Аристотель, Диоген менән аралашып йәшәгән Искәндәр Зөлҡәрнәй башҡа төрлө була ла алмағандыр.
Атаһы Искәндәрҙе Аристотелгә тәрбиәгә бирә. Искәндәр илдәр яулап походтан ҡайтҡанда һәр ваҡыт үҙенең уҡытыусыһы өсөн төрлө илдәрҙән тарихи документтар, һирәк осраусы үләндәр, бөжәктәр һәм йәнлектәр алып ҡайта. Македонский вафат булғас, ярандары иң тәүгеләрҙән уның уҡытыусыһына ябырыла. Хатта батшаны ағыулап үлтереүҙә ғәйепләп, 61 йәшлек Аристотелде батшалыҡтан ҡыуып ебәрәләр. Аристотель үҙенең уҡыусыһы үлеп, бер йыл үткәнсе генә йәшәй, ауыр шарттарҙа көн итеп, 322 йылда вафат була. Аристотель тәхет янындағы күп аҡыл эйәләре кеүек, Македонский сөскөргән һайын "Йәрхәмбикалла!" тип кенә ултырмаған. Ул еңеүҙәре менән маһайып, "үҙен Аммона-Ра аллаһы улы" тип атауға тиклем барып еткән Искәндәргә хәҡиҡәтте йөҙөнә бәреп әйтә торған булған, уның менән оҙайлы ҡыҙыу бәхәстәргә ингән. Уларҙың бәхәстәренең стенограммалары, әлбиттә, һаҡланмаған. Әммә үҙен Алла улы тип атар өсөн иң тәүҙә Александрҙың атаһы Филиптан баш тартырға тейеш булыуын иҫәпкә алғанда, был хаҡта Аристотель батшаға үҙ фекерен әйтмәй ҡалмағандыр.
Походта йөрөгәндә Македонский Аттика тигән урынға килгәс, унда йәшәүсе икенсе бер философ Диогендың үҙе килеп батшаға башын эйерен көткән. Ахырҙа, батша үҙе уның янына килгән. Диоген Краний тигән урында ҡояшта ҡыҙына икән. Уларҙың араһында шундай һөйләшеү булған:
- Мин бөйөк Александр батша…
- Ә мин Диоген тигән эт...
- Ә ниңә һине эт тиҙәр һуң?
- Кем ашарға бирһә - шуға ҡойроғомдо болғайым, бирмәгәнгә - өрәм, уҫалдарҙы тешләйем...
- Ә һин минән ҡурҡаһыңмы?
- Ә һин ниндәйһең: яуызмы, изгеме?
- Изге...
- Изгелектән кем ҡурҡһын инде...
- Нимә теләһәң, шуны һора минән. Һорағаның мотлаҡ үтәлер...
- Кәрәкмәй, юғиһә, миңә ҡояшты ҡаплайһың...
Ошо рәүешле Диоген Македонский тәҡдим иткән байлыҡтан баш тартҡан. Улай ғына ла түгел, философ байлыҡты яҡтылыҡҡа ҡорған сүрәтендә тип белгән. Диоген менән артабан һүҙ көрәштереү файҙаһыҙ икәнлеген аңлаған Македонский уның янынан китеп барған. Шул саҡ ул ярандарына тарихҡа инеп ҡалырлыҡ һүҙ әйткән: "Әгәр ҙә мин Александр Македонский булмаһам, мотлаҡ Диоген булырға теләр инем..." Әммә яҙмыштың шаяртыуымы, башҡа ғилләме, Македонский менән Диоген икеһе бер көндө беҙҙең эраға тиклем 323 йылдың 10 июнендә вафат була.
Диоген, гүйә, ошо һүҙҙәре менән бөйөк батшаның бөтә киләсәген әйтеп бирә.
Үкенескә күрә, Александр Македонский, хатта үлгәндән һуң ҡулдарын күрһәтеп ҡәберенә алып барырға йәки шул рәүешле күмеүҙәрен һораһа ла, үҙенең 12 йыл буйы илдәр яулауы, байлыҡ туплауы менән үҙенән һуң донъялыҡта ҡалыусыларҙың да ғүмер ҡояшын ҡаплай. Уның тәүге ҡатыны Роксананан тыуған улы тәхет вариҫы Александр 14 йәшендә үҙенең үк хәрби башлыҡтары тарафынан үлтерелә. Ҡолбикәһе Барсинанан тыуған улы Гераклды лә шундай уҡ яҙмыш көтә. Македонскийҙың хәрби башлыҡтарына - диадохтарына батша туплаған байлыҡҡа һәм тәхеткә дәғүә итер вариҫтары кәрәк булмай. Искәндәр төҙөгән империя ла үҙе үлгәндән һуң шулай уҡ яйлап тарҡалыуға, ике, аҙаҡ, өс, дүрт өлөшкә бүленеүгә дусар ителә. Империяның Греция һәм Македония өлөшөнә хәрби башлыҡ Антигон хакимлыҡ итә башлай.
Кәфендең кеҫәһе юҡ шул. Хатта ярты донъяны яулауға өлгәшкән Искәндәр Зөлҡәрнәй ҙә уның бер семтемен дә алып китә алмай, вариҫтарына тапшырыу ғына түгел, уларҙың үлтерелеүенә үҙе сәбәпсе була, йәғни ҡәбере менән уларҙың ғүмер ҡояшын ҡаплай, төҙөгән империяһының һаҡланыуын тәьмин итә алмай. Шуға күрә, ғүмеренең мәғәнәһеҙ үтеүен бик һуңлап, үлер алдынан ғына аңлағанға күрә лә, башта килтерелгән һүҙҙәрен әйтеп ҡалдыра. Үтә бәхетһеҙ, әммә ғибрәтле яҙмыш... Һүҙемде йомғаҡлап, байлыҡ хаҡында бер нисә сығанаҡтан ҡыҙыҡлы фекерҙәр килтереп үтәм:
- Ғайса бәйғәмбәр үҙенең шәкерттәренә "Һеҙгә хаҡты әйтәм: бай кешегә ожмахҡа үтеүе бик ауыр буласаҡ; тағы ла һеҙгә әйтәм: бай кешегә Аллаһ хозурына барыуға ҡарағанда, дөйәгә энә күҙәүенән үтеүе уңайлыраҡ", - тип әйткән;
- Һин байлығың менән идара ит, тик байлығың үҙең менән идара итеүгә юл ҡуйма;
- Кем байлыҡтың ҡоло, ул байлығын ҡол кеүек һаҡлай, ә кем үҙендәге ҡоллоҡто емерә, ул байлығын хужа кеүек башҡаларға тарата;
- Ваҡытлыса бирелгән әйбергә йөрәгеңде бәйләмә. Тиҙ генә беҙҙән киткән әйбер байлыҡ түгел ул;
- Байлыҡ һиңә башҡаларға бирер өсөн бирелә;
- Фәҡиргә ярҙам итһәң, Аллаһ һиңә ярҙам итер;
- Байлыҡ диңгеҙ һыуына оҡшаған: ни тиклем күп эсһәң, шул тиклем сарсайһың;
- Беҙ ни тиклем күп байлыҡ туплаһаҡ, шул тиклем ҡолға әүерелә барабыҙ;
- Байлыҡ беҙҙе Хоҙайҙан алыҫлаштыра. Ул беҙҙең күңелде зәғифләй, шундай ғәриплектә беҙ үҙ-үҙенә бикләнгән ҡаты, тупаҫ, һалҡын, тәкәббер, һаран кешегә әүереләбеҙ...
Аңлағандарға - ишара.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

Читайте нас: