Ҡәрсәйем һандығына нисә йәш икән?1904 йылда тыуған Сибәрбикә ҡәрсәйемдең килен булып төшкәндә алып килгән ҡомартҡыһы ул. Уға һаҡ ҡына ҡағылып алам да, тыным ҡурылып, туҡтап ҡалам. Иҫ киткес сибәр, баҫалҡы, аҡыллы, мөләйем ҡәрсәйемдең, батыр, тәүәккәл, көслө, шул уҡ ваҡытта хис-тойғоға бай, йомшаҡ күңелле ҡартайымдың рухтары алдында баҙап ҡалам. Шулай ҙа был ҡомартҡы-һандыҡтың ғәзиз кешеләрем тураһында хәтирәләр һаҡлауын белеп, тулҡынланып, уны асырға баҙнат итәм.
Янымда ултырған Шәмсиә апайым (атайымдың һылыуы) менән һарғайып бөткән фотоһүрәткә бағабыҙ. Унан беҙгә бөркөт ҡарашлы ҡартайым һәм сабыр ғына текәлеп ҡәрсәйем ҡарай. Ниндәй матур иштәр! Мин улар тураһында байтаҡ беләм кеүек. Тауҙар ҡуйынына һыйынып ултырған Ҡарабәрҙе ауылы кешеләре сығышы менән Бөрйән ырыуы Байулы араһына ҡарай. Ошо оло ҡәүемдең бер ярсығы - ҡәрсәйем үҙенә иште лә ошо ырыу кешеһенән һайлай. Бөрйән ҡәбиләһе Монаш араһы вәкиле булған (Күгәрсен районы Сирбай ауылынан) ҡартайым Таһир менән осраҡлы танышалар. Атаһы менән юл ыңғайы Ҡарабәрҙегә белеше Хәсән Билаловтарға һуғылған йәш егет үҙенең ғүмерлек йәрен - Сибәрбикәне таба. Фирғәнә далаларында баҫмасылар менән алышҡан ҡыҙыл командир Таһир Яхин яңы тормош төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша, " Ҡыҙыл коммунар" колхозы бригадиры була. Ҡәрсәйем менән 4 балаға - Шәмғиә, Мөхтәр, Мазһар, Шәмсиәгә ғүмер бирәләр. Ҡан ҡойошло һуғыштарҙа ҡатнашһа ла, күңеле менән романтик, нескә хисле була ҡартайым. Хаттарын шиғри юлдар менән яҙа.
Һандыҡтан ҡартайымдың көндәлек дәфтәрен алам. Бында ҡартайым 1927 йылдарҙа Фирғәнәлә булған ваҡиғаларҙы һүрәтләй... Ә былары һуғыштан яҙған хаттары, йырҙары... Уны һуғышҡа 1941 йылдың 10 декабрендә алалар. 1942 йылда 9 сентябрь көнө Сталинград янында барған һуғышта һәләк була. Ҡулымда ҡартайымдың фронтҡа китер алдынан (Алкино) хәрби әҙерлек үтеп ятҡанда яҙған хаты. Ирҙәре, ағайҙары, һөйгәндәре менән осрашыу өсөн күпме ҡатын-ҡыҙ йәйәүләп барған унда! Беҙҙең күрше ауылдан бер апай ирен күрер, уға тыуған йорттоң наҡыҫ, әммә ғәзиз ризығын ауыҙ иттерер өсөн Әлкәгә йүнәлгән (340 саҡрым тирәһе!) Нисә көн буйына йәйәүләп, хәлдән тайып, оло өмөт менән килеп еткән ҡатынға һалдаттар тейәлгән эшелондың иртә менән фронтҡа китеүен әйтәләр. Ҡайтҡас, яҙмыш еленең әсеһенә, йөрәгенең әрнеүенә, арыуҙың сигенә еткән апай былай тип йырлаған, тиҙәр:
Әлкә йәмһеҙ, Әлкә йәнһеҙ,
Әлкә ҡотһоҙ, мәсетһеҙ.
Тыумаһын, тыуһа тормаһын,
Минең кеүек бәхетһеҙ...
...Ҡартайымдың иҫ киткес йылылыҡ менән яҙылған хатын уҡыйым да, күҙемә йәш, тамағыма төйөн ултыра. Ул һуғышҡа бармаһа, иҫән булып, беҙҙе күрһә, ниндәй бәхетле булыр инек - ниндәй матур тәрбиә, рухи байлыҡтан мәхрүм булғанбыҙ... "Йә, нихәл, әбей? Иҫән генә тораһығыҙмы? Әбей, минән һиңә күп сәләм һәм дә күҙемдең ҡаралары кеүек күргән балаларыма бик күп сәләм. Шулай уҡ барса булған ағай-энеләргә. Апай-еңгәләргә, барыһына ла күп сәләм. Шулай уҡ барсаһына бәхиллек теләйем. Инәйем менән Хәйрулла ағайға күп сәләм һәм фатиха өмөт итәм. Әбей, мин был хаттан элек ике хат яҙғайным. Әллә алдың, әллә юҡ. Бында беҙҙең янға Нәҡиә еңгәй менән Йәнғәле ҡайнағаның ҡатыны килде. Исмаһам, ҡош телендәй генә хат та яҙмағанһығыҙ. Күңелем әллә нишләп ҡуйҙы. Мин көттөм... Күңел тигән нәмә бик нескә. Шулай, ситтә үпкәләрһеҙ булмай. Мин үҙем былай шәп кенә йөрөйөм. Командир булып уҡып, ун көнлөк курс бөтөп сыҡтым. Ҡайнаға (Сәғәҙей Билалов, Азат Абдуллиндың "Ун өсөнсө председатель" пьесаһынан Сәғәҙиевтың прототибы тип әйтәләр ине. Һуғышҡа тиклем колхоз председателе булған. Һабантуйҙарҙа көрәштә берәүгә лә бил бирмәгән. Матур күңелле кеше булған. Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғышҡан. Ҡәрсәйемдең бер туған ағаһы) Демала икән, үҙем күргәнем юҡ. Беҙ уларға 4 саҡрым етмәй ятабыҙ. Бер нисә кеше арҡылы сәләм әйтеп ебәрҙе. Кейәү ауырып, беҙҙең яндан уны Уфаға оҙатҡайнылар. 25 көнләп була инде, бер хәбәр ҙә юҡ. Әллә ҡайтты микән, тип уйлайбыҙ. Үҙемдең янда яҡын иптәштәр күп: Минеғәле, Ғәлимөхәмәт, Ишмөхәмәт. Санъяптан бар. Нисек булһа ла һеҙ миңә хат яҙығыҙ үҙегеҙҙең хәлде белдереп, утын-бесән, мал хәлдәрен. Иген алдығыҙмы? Тағын кемдәр китте? Барыһын да яҙығыҙ.
Бындағы хәлдәрҙе бында килеп ҡайтҡан кешеләрҙән һорашырһығыҙ. Йәнә кешеләр барып ҡайта, мин дә барам, тип, юлға сыға күрмә, зинһар. Балаларҙы ынйытып, донъяңды туҙҙыра күрмә. Минән үтенес шул. Хуш. Хатҡа яҙып һүҙҙәр бөтмәҫ. Йәнекәйем, инде һағындым. Бәлки, тупраҡтар ситтә булмаһа, ҡайтырмын. Мин ҡайтҡансы балаларҙы етем итмә. Хушығыҙ. Ҡыҙым Шәмғиә, килмәгән ерҙәрен килештереп уҡы. Хатты үҙең яҙ. Тиҙ яҙығыҙ. Хәлегеҙҙе белгем килә". Ҡартайымдың ҡәрсәйемә яҙған наҙ тулы хаттарын, шиғыр-йыр юлдарын уҡыйым да, уларға һоҡланып бөтә алмайым. Ғәзиздәрем икеһе лә матур йырлаған, тиҙәр. Уларҙың моңло тауышы ҡайсаҡ ҡолағымда яңғыраған кеүек. Ҡартайым хатынан тағы юлдар:
"Ҡайсаҡ йөрәгемдә урғылған йырҙарҙы ҡысҡырып йырлап ебәрәм...
Иртәнсәккәй тороп тышҡа сыҡһам,
Ҡамсат ҡына бүркем сөйҙә юҡ.
Йәнкәй-йәнәшәмде һораһағыҙ -
Һыу алырға киткән,өйҙә юҡ.
Аҡбуҙатҡайыма йөктәр һалдым,
Туҡталмайса малҡай юл үтһен.
Беҙгә хаслыҡ ҡылған был дошман
Яҙ ауырып ятып, көҙ үлһен.
Һаҡмарҙарға төштөм, ай, һал менән,
Һал бәйләнем һары тал менән.
Әхирәткәй күрке баҡый-иман менән,
Донъя күрке һөйгән йәр менән.
Ишеккәйем алды, ай, алмағас,
Иртә сыҡһам шуға таянам.
Төштәремдә күреп, ай, ҡыуанам
Йөрәккәйем һығылып уянам.
Түңәрәккәй күлдә, ай, күк суртан,
Күреккәйҙәре ҡатып үлмәһен.
Күп нужалар күрҙе, ай, был башым,
Бер рәхәттәр күрмәй үлмәһен.
Бара торғас бер ултырҙым
Аҡ ҡайынға етеп, һалҡынға.
Мин ултырған ергә күк үлән дә үҫмәҫ
Күкрәгемдән сыҡҡан ялҡынға.
Һауаларҙа осҡан, ай, ҡоштарҙың
Ҡанат осҡайында дарманы.
Һине генә миңә, мине һиңә
Ҡауыштырыу Хоҙай фарманы.
Ебәк тә генә билбау, ай, билеңдә,
Ефәкселәр бармы илеңдә?
Мәжлестәргә инеп һүҙ башлайһың,
Ил солтанымы әллә үҙең дә?
Аҡ ҡарсыға кеүек түшен киреп,
Ҡаҙҙар бара һыуға, ҡойоға.
Башҡайҙарына нужа төшһә,
Арыҫлан кеүек ир ҙә бойоға.
Аҡҡош микән килә, ай, ҡыр буйлап,
Тауыштары килә һыу буйлап.
Аҡылһыҙ ҙа ир түгел инем,
Башҡайҙарым бөттө һеҙҙе уйлап".
Эйе, күп беләм һәм шул ваҡытта бик аҙ беләм кеүек мин ҡартайым һәм ҡәрсәйем тураһында. Күңелемдә бер яҡты донъя булып йәшәй улар. Яҙмышыма рәхмәтлемен, бәләкәйҙән ауылымдың ағинәйҙәре тәрбиәһендә үҫтем. Матур (Мәрфуға) инәй, Хәҙисә, Сәрби, Минзифа инәйҙәрҙең рух шәрифтәре алдында баш эйәм. Әммә һәр ваҡытта йәндәремде әсеттергән бер тойғо булды. Минең өләсәйем, ҡәрсәйем, ҡартайым булманы. Өләсәйем Шәмселбанат ауылда абыстай булған. Хәмиҙулла бабайым менән 6 балаға ғүмер биргәндәр. Бәләкәстәре Ниғмәт ағай (Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы) 1945 йылда Хәмиҙулла бабай һуғыштан ҡайтҡас тыуған. Баланан һуң шәбәйеп китә алмай, 38 йәшендә вафат була өләсәйем. Ә Сибәрбикә ҡәрсәйем 1950 йылда ауырып үлә. Уны Шәмиғол хәлфәгә лә алып барып ҡарайҙар. Көндән -көн һурығып, 4 балаһы өсөн йәндәре өҙөлөп, мәңгелеккә күҙен йома. Мин күп йылдар һуң тыуһам да, уларҙы күрмәһәм дә, ошо ҡәҙерле кешеләремде һағынып йәшәйем. Уларҙың йылы ҡараштарынан, арҡамдан һөйөр йылы ҡулдарынан мәхрүммен.
Һаҡ ҡына ҡағылам ҡәрсәйем һандығына. Рәхмәтлемен изге ҡомартҡыға күңел дәфтәремә яңы биттәр яҙғаны өсөн...
Нурия ҠУНЫСБАЕВА.
("Киске Өфө" гәзите, 2015 й.)