+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
22 Июнь 2021, 17:00

22 июнь – Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн

“Артек”тың иң оҙон һәм ауыр сменаһы 1941 йылдың 22 июнендә башлана һәм 1945 йылдың 12 ғинуарына тиклем дауам итә.Был смена 1941 йылдың 22 июнендә башланырға тейеш була. Тантаналы асышҡа балалар бер нисә көн алдан йыйыла. Улар отрядтарға бүленә, формалар ала, йырҙар өйрәнә...Иртән, ғәҙәттәгесә, зарядка була. Һуңынан – линейка, иртәнге аш, диңгеҙ ҙә һыу инеү, волейбол һәм төшкө аш. Һуғыш башлан ғанын әле улар белмәй. “Абсолют”тан һуң (“тыныс сәғәт”те шулай тиҙәр бында) радионан Левитандың тауышы ишетелә: “ҺУҒЫШ!”Киске 5-кә планлаштырылған сменаны тантаналы асыу булмай. Йыр-бейеүһеҙ генә флагты күтәрәләр.Шул уҡ көндө илдең төрлө сиктәренән “Артек”ка борсолған ата-әсәләрҙең телеграммалары оса. Бер үк һорау менән: “Балалар менән нимә була инде хәҙер?” Ашығыс рәүештә малай-ҡыҙҙарҙы өйҙәренә оҙатыу башлана. Ә бына Белоруссия, Көнбайыш Украина, Молдавия һәм Балтиканан килгәндәрҙе ҡайҙа итергә? Унда дошман баҫып ингән. Балалар ата-әсәләре, туғандары менән нимә булғанын да белмәй -

Эвакуация менән лагерҙың директоры Гурий Ястребов етәкселек итә. Ул вожатыйҙар Володя Дорохин, Антонина Сидорова һәм Нина Храброва менән бергә аслы-туҡлы 300 баланы бомбалар аҫтында бөтә ил буйлап алып сыға. Тәүҙә – Мәскәү эргәһендәге Фирсановкаға. Киләһе туҡталыш – Сталинград. Унан – Ҡаҙанға, артабан Өфө, Омск, Новосибирск һәм, ниһайәт, 1 йыл да 3 ай юлда булып, 1942 йылдың 11 сентябрендә Алтай крайының Белокуриха курортына етеп, шунда урынлашалар. Поезда, пароходта, йөк машиналарында улар 7750 километр юл үтә.
Яңы урында
Лагерь үҙҡарамаҡта була. Ҙурыраҡ малайҙар ат һарайында эшләһә, ҡыҙҙар ашханала ярҙам итә. 15-16 йәштәре тулғандар урман әҙерләүҙә тир түгә: ағас йыға, ботай. Бөтә “Артек”ка өҫ кейемдәре тегеү өсөн төркөм дә булдырыла. Үҙҙәренән тыш, һалдаттарға ла эске кейем тегәләр.
Ошо оҙон смена дауамында эшләнелгән аҡсаларҙы артексылар оборона фондына күсерә. Бөтәһе 116 мең һум. Сталин шәхсән лагерға рәхмәт телеграммаһы ебәрә.
Өйгә әйләнеп ҡайтыу
Артексыларҙың тәүге партияһы Алтайҙың Белокурихаһы менән 1944 йылдың аҙағында хушлаша. Балалар өйҙәренә ҡайтыу шатлығынан илашалар. Ҡайғынан да илайҙар. Ни тиһәң дә, улар бында бер татыу ғаилә булып 1301 көн йәшәй!
Иң һуңғылары булып 1945 йылдың 12 ғинуарында эстон пионерҙары ҡайтырға сыға.
Тере шаһит
Бөгөн ул пионерҙарҙың күптәре тере лә түгелдер. Ә бына уларҙы 1942 йылдың 11 сентябрендә Белокурихала ҡаршы алған 18 йәшлек вожатый Анастасия Михайловна Бурыкина әле иҫән-һау, тип яҙалар ине 2018 йылда. Ул һуғыштан һуң Томск өлкәһендә оҙаҡ йылдар урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас “Юность, опалённая войной”, “Детство Тани” кеүек тарихи повестар ижад иткән.
Илшат ЗАРИПОВ.
Читайте нас: