+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
19 Июнь 2021, 21:50

«Үгәй әсәй беҙҙе туғаным менән хәйер һорашырға сығарып ебәрә.

Аҙаҡ үҙҙәре беҙ алып ҡайтҡан нәмәләрҙе ултырып ашайҙар, ә беҙ ҡарап торабыҙ»

"ҺУҒЫШ ЯРАЛАҒАН БАЛАСАҠ" китабынан:
Тәнзилә Хәбибрахман ҡыҙы ЛАТИПОВА.
Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылынан.

Биш бала инек. Әсәйебеҙ Миңлебикә, һуғыш башланған йылды бишенсе сабыйын тапҡас, сирләп үлде. Яҙ көнө ике айлыҡ ҡына бала ла вафат булды. Минән өс йәшкә бәләкәй Миңнулла ҡустым, шунан аралары тағы икешәр йәш кенә булған Ҡасим, Вәсим туғандарым менән етем тороп ҡалдыҡ.
Атайыбыҙға 1942 йылда повестка килде. Өйләнеп, беҙҙе үгәй әсә ҡулына ҡалдырып китте ул.
Үгәй әсәйҙең үҙенең ике ҡыҙы, әсәһе бар. Барыһының да тамағын туйҙырырға кәрәк. Миңнулла туғаным менән мине хәйер һорашырға сығарып ебәрә. Хәйерселәп алып ҡайтҡан нәмәләребеҙҙе улар ултырып ашай, ә беҙ ҡарап торабыҙ. Быймабыҙҙың төбө юҡ, табан өшөй, яланаяҡ тиерлек йөрөйбөҙ. Яҙ башаҡ йыябыҙ.
Атайыбыҙҙың Ғәйнинур исемле һеңлеһе бар ине. Еҙнә һуғышҡа китеп үлгән. Ике балаһы менән тороп ҡалған апайыбыҙҙың үҙенә лә йәшәүе ауыр – беҙҙе ала алмай. Шулай ҙа атайыбыҙҙың бер туған ағаһы Фәйзрахман бабай Миңнулла ҡустымды балалар йортона урынлаштырҙы. Үгәй әсәй ҡулында тағы ике туғаным менән мин ҡалдыҡ.
Ғәйнинур апай ҡайһы саҡ, үҙ балаларының ауыҙынан өҙөп, Ҡасим менән Вәсимгә тип ризыҡ биреп ебәрә. Ҡасим ҙурыраҡ булғас хәйер һораша, Вәсим мейес башында ғына ултыра ине. Кейергә кейем, ашарға ризыҡ юҡ.
Бер көн мин дә хәйер һорашып ҡайтып килһәм, ҡатын-ҡыҙҙар өйҙән нимәлер күтәреп алып сығып бара. Өйгә кереп, тиҙ генә мейес башын ҡараным – Вәсим юҡ. Күршелә атайыбыҙҙың бер туған апаһы Ғәтиә инәй тора ине. Уларға инеп: «Вәсим өйҙә юҡ, ҡайҙа булған икән?» – тип һораным. «Эй, балаҡайым, күрмәнеңме ни, зыяратҡа алып киттеләр бит. Астан үлгән», – тине.
Икенсе күршелә йәшәүсе Мәрйәм инәй: «Бында ҡалһаң, һин дә үләһең, балам, кит ауылдан, ҡалаға бар. Килеп һораһалар, атайыңдың һуғышҡа киткәнен әйт, әммә үҙеңдең ҡайҙан икәнеңде әйтмә, юғиһә кире ауылға ҡайтарырҙар. Бар ҙа кеше күренгән ерҙә тик тор. Шунан һине милицияға алып китерҙәр», – тип кәңәш бирҙе.
Тишек быйма менән өшөп йөрөгәнгә бик сирләй инем. Ысынлап та, Мәрйәм инәй әйткәнсә булды, милиция алып китте. Ҡустымды ла бер апайыбыҙ үҙенә алып, аҙаҡ балалар йортона биргән. Әгәр яҙмышыбыҙҙа ошондай изгелекле кешеләр осрамаһа, кәңәштәре менән ярҙам итмәһә, беҙ ҙә үлгән булыр инек. Хәйер, былай ҙа мин ярым тере, ярым үлек инем. Өшөп йөрөү арҡаһында ике аяҡһыҙ, ике ҡулһыҙ булып дауаханала ла яттым. Табиптарға рәхмәт, һуғыш ваҡыты тип тормай, дауаланылар. Шулай итеп, бер йыл үтте.
Ҡул-аяғым хәрәкәтләнә башлағас, ҡайҙалыр алып киттеләр. Бер тәүлек пароход менән барҙыҡ. Унда бер-ике ай тирәһе булдыҡ. Шунан Мәскәүҙән килделәр ҙә беҙҙе тағы поезға ултыртып алып киттеләр. Ике поезд тап килгән дә, юлда алты тәүлек торҙоҡ. Асбыҙ. Саҡ барып еттек. Бер вагон кешене туҡыу фабрикаһына килтерҙеләр. ФЗО-ла бер-ике ай өйрәттеләр. Әҙ генә ашаталар. Артабан – тағы балалар йортона. Владимир өлкәһенең Суздаль ҡалаһында булдыҡ.
Мине йәнә дауаханаға һалдылар. Фәриҙә Исламова исемле бәләкәй генә ҡыҙыҡай бар ине, мине апайым тип йөрөттө. Йөрәк сирле ине, бахыр, шунда үлде.
Дауаханала ла күрмәгәнемде күрҙем. Ржевтан Аня Лапшова тигән ҡыҙ ятты. Һуғыш башланғанда еләк йыйырға барған булған, шунда эргәһендә снаряд шартлап, бер аяғы өҙөлгән. Протез һәм ҡултыҡ таяғы менән йөрөнө. Унынсы класта уҡыған Володя Румянцев тигән малайҙың ике ҡулының да суғы юҡ ине. Эсәктәре теткеләнеп бөткән булған. Ул да үлде.
Ә миндә һөйәк туберкулезы таптылар. Тәнем серей башлаған булған. Шулай итеп, һуғыш буйына тиерлек дауаханаларҙа яттым. Бер ваҡыт иртән «Һуғыш бөттө!» тип белдереү яһанылар. Госпиталдәге кешеләрҙең барыһы ла йырлаша, илаша. Ә мин койка аҫтына керҙем дә яттым. «Һуғыш бөткән, атайым ҡайтмай барыбер», – тим икән. Һалдаттар, табиптар, шәфҡәт туташтары миңә ҡарап, йәлләп илай. Бер хәбәр ҙә алмағас, атайымдың үлгәнен ҡайҙан белгәнмендер?!
Аҙаҡ «хәбәрһеҙ юғалды» тигән хаты килде. Атайым менән 1942 йылда һуғышҡа бергә киткән Харрас ағай һуңынан шуны һөйләне: «Нишләп хәбәрһеҙ юғалһын, ти? Сталинград янында үлде. Алышҡа ингәндә яраланған. Мин уны ат менән госпиталгә илтеп ҡуйҙым. Кире боролоп ҡайтҡанда күрҙем: госпиталдең өҫтөнә генә снаряд төшөп шартланы. Бөтәһе лә шунда үлгәндер...»
Туғандарымдың ҡайҙа икәнен дә белмәй инем. Һуғыштан һуң ятаҡта бергә торған ҡыҙ менән хат яҙып, эҙләп, Ҡасимды таптыҡ. Ул Владимирҙа мотор заводы төҙөлөшөндә эшләгән. Аҙаҡ яныма килде, осраштыҡ. 1953 йылда Башҡортостанға ҡайтып, Өфөлә йәшәй башланым.
Зөһрә Ҡотлогидина.
https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall-117232652_1105
Читайте нас: