-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
16 Июнь 2021, 19:00

ХIХ быуат уртаһында Салауат Юлаев хаҡында риүәйәттәр йыйған рус яҙыусыһы Ф. Д. Нефедов:

– Уның йәшендә һәм шундай аҡыл! – тигән хәбәр барлыҡ тарафтарға ла таралған.– Аллаһ илсеһе түгел микән? – тиҙәр.

“Салауат йәш сағында ғалим һәм шағир була, ул Ҡөрьән һәм шәриғәтте белә, үҫмер сағында уҡ ҡарттар хөрмәт менән уға баш эйә, уның тураһында барыһы ла һөйләй, уның уҡымышлылығына муллалар ғына түгел, хатта ахундар ҙа аптырай”, – тип яҙған. Уның аҡылы һәм мәғлүмәтлеге Аллаһтан, – тиҙәр мулла менән ахундар.
Салауат Бөйөк кеше буласаҡ! – тип башҡорт аҡһаҡалдары күрәҙәлек ҡыла. – Уның йәшендә һәм шундай аҡыл! – тигән хәбәр барлыҡ тарафтарға ла таралған.
– Аллаһ илсеһе түгел микән? – тиҙәр. Салауат: мин тағы ла Аллаһтың тауышын ишеттем, мин бөтөн Башҡорт илен күтәрәм һәм тыуған ил азатлығы өсөн минең менән барлыҡ халыҡ күтәреләсәк!” – ти. Бындай һүҙҙәрҙе тик суфый ғына әйтеүе мөмкинлеге беҙгә аңлашыла.
ХIХ быуатта Башҡортостанды өйрәнеүсе Р. Г. Игнатьев та 1875 йылда Салауаттың ете шиғырының тура тәржемәһен баҫтыра: “Уралым”, “Уҡ”, “Яу”, “Зөләйха”, “Минең тыуған ҡырҙарым” һ. б.
Әлбиттә, һүҙмә-һүҙ тәржемә шиғырҙарҙың әҙәби-нәфис рәүешен, көнсығыш метафораһының ҡатмарлы лирикаһын тапшыра алмаһа ла ябай уҡыусы уларҙы уҡыған саҡта Салауаттың ныҡ дини кеше булыуын аңлай. Әҙер уҡыусы күберәк күреүе ихтимал: Салауаттың ижады аша Аллаһҡа сикһеҙ һөйөү, Раббыға тоғро булыу күренә. Бына ул шиғырҙарҙан бер нисә өҙөк:
Биттәреңдә Урал тау,
Ҡамыштай ҡарағай урманың,
Итәгеңдә Урал тау,
Балаҫтай болон-ҡырҙарың.
Күҙҙең яуын алалар
Аҡ, һары, ал сәскәләр.
Сәскәләр менән һандуғас
Тәңрегә тәсбих әйтәләр.
* * *
Яуыз дошман яуы эсенән
Атым алып сыҡтым аҡланға.
Аҡландағы йылға ситендә
Ултырып тәсбих әйттем Аллаға.
Изге яуға тағы барам мин,
Азатлыҡ һәм шөһрәт табам мин.
Башҡортостан – әүлиәләр иле. Килдин С. Ә., Ярмуллин С. Ш., Ғайсина Ф. Ф., 37-се бит.
Читайте нас: