+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
10 Июнь 2021, 10:12

Палдиски халҡының милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа мөнәсәбәте үҙенсәлекле:

Палдиски халҡының милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа мөнәсәбәте үҙенсәлекле:

улар уның тураһында быуындан-быуынға үҙҙәре белгән тарихты тапшыра, Салауатты кенәз тип атай, уның рухын, әхлаҡи сифаттарын хәтерендә һаҡлай һәм ундағы мөхиттән Салауат рухы аңҡый, әйтерһең дә, батыр һаман да эргәлә генә йөрөй.

"Әгәр Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа ниндәйҙер рәсми мөнәсәбәт булһа, Эстонияла уға йылы, кешелекле мөнәсәбәт булыуы хайран итте. Олоһо ла, кесеһе лә уны белә, хатта батыр хаҡында һөйләгәндә күҙҙәренә йәш тула", - тип үҙенең фекерҙәре менән бүлеште Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Азат Бердин.

Палдискиҙа заманында рус мәктәбендә ойошторолған Салауат Юлаев музейы бер ваҡыт эшләүенән туҡтап, уның экспонаттары подвалға "ябылғайны". Әлеге ваҡытта музей экспонаттарының ҡала хакимиәтенең бер бүлмәһендә урын табыуы ла ҡыуаныслы күренеш. Киләсәктә экспонаттарҙы айырым бинаға - ҡабат рус мәктәбенең бер класына күсереү мәсьәләһенә етди тотонасаҡтарын да белдерҙеләр. Ләкин был бер ойошманың йәки бер кешенең генә эше түгел, ә дәүләт, хөкүмәт кимәлендә даими, системалы алып барыла торған мәсьәлә.

Эйе, финанс көрсөгө, нисек кенә ауыр булмаһын, килә лә китә. Ә бына рухи көрсөктән сығыу, бәлки, мөмкин дә түгелдер. Әгәр ғәҙеллек һәм рух символы булған милли батырыбыҙҙы онотһаҡ, тарих беҙҙе ғәфү итмәҫ...

Шәрифә САЛАУАТОВА
Читайте нас: