Иранда йәшәүсе бәшкәрттәр үҙҙәренең милләте исеменең ҡайҙан, нисек килеп сығыуын аңлата алманы. Бер урындан икенсе урынға даими рәүештә күсенеп йөрөү арҡаһында ошондай исем бирелгән, тип фаразлап ҡуйҙылар. Элек бәшкәрттәр башҡорт тирмәләренә оҡшаш, түңәрәк торлаҡтарҙа йәшәгән. Бәшкәрт телендә ул "гертүп", шулай уҡ "кәпәр" тип атала. Улар бер-береһенән формалары буйынса ғына айырыла. Гертүп - беҙҙең төрки тибындағы тирмәләргә оҡшаш, түңәрәк формала. Фарсы теленән тәржемә иткәндә, "герд" - түңәрәк, йоморо, ә "түп" - түбә тигәнгә тап килә. "Гертүптән" айырмалы рәүештә, "кәпәр" формаһы буйынса дүрт мөйөшлө, эҫкерт өйөмөн хәтерләтә. Әгәр ҙә "кәпәр" әле булһа ла осраһа, түңәрәк гертүптәр юғалыу сигендә. Тел белгестәре фараздары буйынса, кәпәр һүҙенең мәғәнәһе ҡаплау, көпләү һүҙҙәренә ҡайтып ҡала. Таш өйҙәре хәҙерге заманға яраҡлаштырып төҙөлгән. Эсе заманса йыһазландырылған. Һәр бер өйҙә һыуытҡыс, кондиционер, интернет бар. Таҙа, бөхтә, матур йәшәйҙәр.
Бәшкәрттәр башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнәләр - кәзә, һарыҡ көтәләр. Элегерәк күпләп ат, дөйә тотҡандар. Алыҫ ергә юлға сыҡҡанда хәле етһен өсөн ишәктәрен финик менән генә туйындырғандар. Һунарсылыҡ та ныҡ таралған булған - ҡыр кәзәләренә, айыуҙарға, пантераға һунар иткәндәр. Һунарға ат менән йөрөгәндәр. Ҡош менән дә һунар иткәндәр. Әле булһа ҡаяларҙа оя ҡорған ҡырағай бал ҡорттарының балдарын йыялар, күпләп финик пальмалары үҫтерәләр. Емеш ағастары булған кеше бай йәки урта хәлле иҫәпләнә.
Бәшкәрттәрҙең тормош-көнкүрештәре тураһында һорашҡанда, улар беҙгә милли көрәштәрен күрһәттеләр, Был көрәш таһлийә тип атала. Башҡа иранлыларҙың көрәшенән ныҡ айырылған был көрәш беҙҙең башҡорт көрәше менән бер тиһәң дә була. Беҙҙең Урал башҡорттарының теле төрки телдәре төркөмөнә инеүенә ҡарамаҫтан, башҡорт мифологияһы персонаждары, бигерәк тә демонология (аждаһа, дейеү, бире, ен һ.б.ш.), барыһы ла иранилар мифологияһына ҡарай һәм уларҙың материалдары аша аңлатыла. Рәсәйҙең тел белгестәре боронғо башҡорт исемдәренең тамырҙары ираниларҙың ислам диненә тиклемге боронғо дәүерҙәре менән бәйле икәнлеген күптән инде асыҡлаған. Беҙ бәшкәрттәргә "Урал батыр" эпосы персонаждарының исемдәрен һанап сыҡҡас, ҡайһы бер персонаждар бәшкәрттәргә таныш булып, уларҙың мәғәнәһен дә аңлатып бирҙеләр. Мәҫәлән, Ҡатил, Ҡәһҡәһә, Әзрәкә, Зәрҡүм, Самрау, Һомай тигән персонаждарҙы беләләр. Әйтергә кәрәк, хәҙерге заман башҡорт теленән сығып, был мифологик персонаждарҙың исемдәренең мәғәнәһен аңлатып булмай.
Шулай уҡ музыка ҡоралдарында, милли көйҙәрҙә оҡшашлыҡтарға юлыҡтыҡ. Беҙ Иранға үҙебеҙ менән ҡурайҙа уйналған башҡорттоң боронғо оҙон һәм бейеү көйҙәрен яҙҙырып алып барҙыҡ. Уларҙы тыңлағас, бәшкәрттәр ҡурай тауышында үҙҙәренең "нәй" тигән инструментының тауышын таныны. Үкенескә ҡаршы, был музыка уйын ҡоралында бәшкәрттәр күптән инде уйнамай, шуға ла беҙгә бәшкәрт "нәйен" күрергә яҙманы. Улар фарсы "нәйен" күрһәтте, ләкин үҙҙәренең нәйҙәре фарсыларҙыҡынан әҙерәк айырылыуын билдәләне. Шулай уҡ бәшкәрттәргә үҙҙәренең нәйҙәрендә уйналған көйҙө тыңлатырға бирҙек. Был көйҙәрҙе 1956 йылда ошо ерҙәргә ғилми экспедиция яһаған инглиз ғалимы И.Гершевич яҙып алған булған. Бәшкәрттәр шунда уҡ көйҙәрен таныны, һәм әллә ҡасан яҙып алынып, хәҙер инде онотолоп бөтөп барған көйҙәрен ишетеүгә шатлыҡтарының сиге юҡ ине. Хатта был инглиз ғалимын хәтерләгән кешеләр ҙә табылды. Шулай уҡ башҡорттарҙың ҡыл-ҡумыҙын хәтерләткән гыджак тигән ҡыллы музыка ҡоралында уйнаған кешене яҙҙырып алдыҡ. Был музыка ҡоралы атамаһы, формаһы һәм уйнау ысыулы буйынса төркмәндәрҙең "гыджагын"ан бер нәмәһе менән дә айырылмай, тип әйтергә була. Беҙ үҙебеҙ менән Юлай Ғәйнетдиновтың "Хазина" тапшырыуынан башҡорт бейеүҙәрен видеотаҫмаларға яҙҙырып алып барҙыҡ. Әсәһе яғынан бәшкәрт һәм бәшкәрт телен яҡшы белгән беҙҙең информатор Әмин Салариға башҡорт бейеүе "Ҡабырсаҡ"ты күрһәткәс, бейеүҙә ынйы артынан сумыусыларҙың хәрәкәттәрен таныны. Ошондайыраҡ бейеүҙең Һиндостан яғынараҡ диңгеҙ буйында йәшәгән халыҡтарҙа ла булыуын әйтте. Әмин беҙҙең башҡорттар хаҡында бер нәмә лә белмәһә лә, әлеге "Ҡабырсаҡ" бейеүенең беҙ күптән онотҡан мәғәнәһен аңлатып, халҡыбыҙҙың бик боронғо дәүерҙәрҙә ҡалған бәйләнештәрен аңларға мөмкинлек бирҙе. Тимәк, беҙҙең бейеүҙәребеҙҙә халҡыбыҙҙың тарихи үткәне сағылыш тапҡан, һәм уны иғтибарлыраҡ булып, ентекләп өйрәнгәндә, бейеү сәнғәте беҙгә күп нәмә һөйләй ала икән.
Шулай уҡ бәшкәрттәрҙең бик тә үҙенсәлекле кинәйә менән һөйләшеүҙәрен әйтеп китергә кәрәктер. Һорау бирһәләр, һин дә кинәйә менән яуап бирергә тейешһең.
Шуныһы үкенес, бәшкәрт ерендә мотлаҡ эшләргә кәрәк, тип ҡорған пландарыбыҙҙы тулыһынса үтәй алманыҡ. Тағын бер нисә көнгә генә ҡала алһаҡ, бәшкәрттарҙең иң боронғо һөйләше булған мөлкигал диалекты менән дә яҡынданыраҡ танышырға мөмкин булыр ине. Шулай ҙа, үҙебеҙ менән бик күп материалдар, фильмдар алып ҡайттыҡ. Бәшкәрт режиссеры Хубияр Салари төшөргән фильмдарҙы телевидениенан күрһәтергә ниәтләйбеҙ. Был үҙебеҙҙең телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы дөрөҫ аңлау, төплө өйрәнеү өсөн дә файҙалы булыр ине, Алла бирһә.