+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
2 Июнь 2021, 13:34

МЕРКАТОР КАРТАҺЫНДА БАШҠОРТ ҠАЛАҺЫ КҮРҺӘТЕЛГӘН

1517 йылда Краков ҡалаһында поляк тарихсыһы һәм географ Матвей Меховскийҙың "Трактат о двух Сарматиях, Азиатской и Европейской, и о находящемся в них" тигән хеҙмәте нәшер ителә. Меховский унда "Урал тауҙары ысынбарлыҡта юҡ, мин быны асыҡ беләм", тип яҙа. Герард Меркатор был хата фекергә лә юл яба: (тулы килеш сайтта)

Урта быуат сығанаҡтарының бер төрө булып карталар тора. Бигерәк тә Көнбайыш Европа илдәрендә эшләнгән карталар йәки уларҙың йыйынтыҡтары ҡыҙыҡлы. Шундай йыйынтыҡтарҙы бөйөк фламанд картографы Герард Меркатор беренсе тапҡыр "Атлас" тип атай. Ул атаманы Ливия иленең мифик батшаһы Атлас хөрмәтенә бирә.

Герард Меркатор 1512 йылда Көнсығыш Фландрияның Рупель-монде ҡалаһында тыуа. Уның ысын исеме Герард Кремер, ләкин ул уны латин вариантына үҙгәртеп, Меркатор тип ала. Герард Меркатор астрономия һәм геодезия ҡоралдары, глобустар, ә һуңынан географик карталар эшләү менән шөғөлләнә. Ул Лувен университетын тамамлап, Лувен ҡалаһында йәшәп ҡала. Реформация яҡлы булғаны өсөн тыуған илендә эҙәрлекләнә башлағас, 1552 йылда немец ҡалаһы Дуйсбургка күсә. География ғилемен өйрәнгәндә, Меркатор антик ғалимдарҙың ҡараштары яңы географик асыштарға ҡаршы килеүен аңлай. Шуға күрә ул барлыҡ географик мәғлүмәттәрҙе туплап, донъяның ысынбарлыҡ картинаһын күрһәтеүҙе үҙенә маҡсат итеп ҡуя. Был ҙур эшкә Меркатор әүҙем тотона һәм 1569 йылда 18 биттән торған донъя картаһы баҫып сығара, айырым илдәрҙең карталарын берҙәм принципҡа һала. 1585 йылда 51 картанан торған атластың беренсе өлөшө нәшер ителә. Ә 1589 йылда икенсе өлөшө донъя күрә, унда 22 карта тупланған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сикһеҙ эште Герард Меркатор тамамлап өлгөрә алмай, 1594 йылда үлеп китә. Ул эшләгән яңы 28 карта тороп ҡала. Әммә Герард Меркаторҙың Румольд исемле улы тағы ла бер нисә карта төҙөй. Румольд атаһының 107 картанан торған атласын Дуйсбургта 1595 йылда нәшер итә. Г. Меркатор Атласының икенсе баҫмаһы 1604 йылда сыға.
Башҡортостан иле лә Г. Меркаторҙың карталарында һәм атласында үҙ урынын биләй. Мәҫәлән, уның 1554 йылғы Рәсәй (Russia) картаһында Урал тауҙары (Rһуmnici montes) һүрәтләнгән, Өфө ҡалаһы урынында Башҡорт (Раscherti) ҡалаһы күрһәтелгән. Бында шуны әйтеп китергә кәрәк: урта быуат, хатта XVIII быуат башы Көнбайыш Европа карталарында Өфө ҡалаһы, ул ерҙә йәшәгән халыҡ исеме Башҡорт формаһында бирелә. Меркаторҙың атласында бер нисә картала Башҡортостан ере, Көньяҡ Урал һүрәтләнә. Унда Кама, Ағиҙел, Яйыҡ, Ырғыҙ йылғалары, Башҡорт ҡалаһы билдәләнгән.
1517 йылда Краков ҡалаһында поляк тарихсыһы һәм географ Матвей Меховскийҙың "Трактат о двух Сарматиях, Азиатской и Европейской, и о находящемся в них" тигән хеҙмәте нәшер ителә. Мехов|ский унда "Урал тауҙары ысынбарлыҡта юҡ, мин быны асыҡ беләм", тип яҙа. Ул китап Европала бик популяр була. Уны төрлө телдәрҙә күп тапҡырҙар баҫып сығаралар. М. Меховскийҙың шул хеҙмәтенә ышанып, күп кенә Көнбайыш Европала эшләнгән карталарҙа Урал тауҙарын күрһәтмәй башлайҙар! Герард Меркатор үҙенең атласында Урал тауҙарын сағылдыра һәм шуның менән хата фекергә юл яба. Тап шуның менән бөйөк фламанд картографының хеҙмәте беҙҙең өсөн мөһим.

Айбулат ПСӘНЧИН,
география фәндәре докторы.

Читайте нас: