-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
1 Июнь 2021, 13:51

Шағирә, прозаик, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡованың иң сағыу булып хәтерендә тороп ҡалған бала сағынан ваҡиға:

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

– Атайымдан китап уҡытырға ярата инем. Ә уның ваҡыты юҡ. (Атайым Рамаҙан Бирғәли улы Ғәйнетдинов бик уҡымышлы кеше ине, күп йылдар башҡорт, урыҫ һәм немец телдәренән белем бирҙе). Бер туҡтауһыҙ китап һорауымдан ялҡыптыр инде, “Әлифба”ны алып ҡайтып, хәрефтәрҙе күрһәтте һәм яндарындағы һүрәттәр шул
хәрефкә башлана, тине. Шул аңлатыуы етте: хәрефтәрҙе ятлап та алдым. Атайым ижектәрҙе уҡырға өйрәтте. Бына һүҙҙәр уҡырға тырышам бит! Хәрефте онотһам, һүрәтен таба һалып, уҡыйым. Үҙ алдыма тәүге һүҙҙәрҙе уҡып күрһәткәс, атайым ышанмай торҙо әле. Шунан китапхананан Зәйнәб Биишеваның “Йәнле хәрефтәр” тигән китабын алып ҡайтты.
Читайте нас: