Хоҙай эшен, тәңре ғәмәлдәрен бер кем белмәй. Белмәһен дә... Унда ла кәрәктер изге кешеләр, йәннәт баҡсаларын байытыр яғымлы тауыштар, таң ҡалдырыр таланттар... Оҙон да һымаҡ, оҙаҡ та түгел кеүек был фанилыҡта һуҙылып килгән кеше юлы.
Ҡыҙыл ғына булып ҡояш ҡалҡып килә. Донъяны йылытайым, яҡтыртайым, яҙғы наҙға сорнайым тип. Иртән радионы ҡабыҙам. Ғәҙәт буйынса. Беләм, унда беҙ көткән тауыш туҡтап ҡалған, юҡ, бар – юғалмаған. Таныш тауыш, Әхәт ағай тауышы. Әллә... Тимәк, ғүмер дауам итә, бар донъя хәрәкәттә...