Риүәйәткә ярашлы, йырҙы
М. Я. Буҙыҡаевтың ҡыҙы Хәжирә сығарған. Уны 1-се мишәр кантоны
Ихсан Азаматовтың улы Шаһишәрифкә кейәүгә биргәндәр. Хәжирәнең әсәһе, Буҙыҡаевтың беренсе ҡатыны Йәмилә (бәлки, Йоғра) ниндәйҙер ғәйебе өсөн каторгаға һөрөлгән була. Хәжирә үҙенең йырында яҡындарын хәтерләп моңлана, тыуған яғын һәм әсәһен һағына. «Хәжирә йыры»ның көйө «Азамат» йырының көйөнә тартым.