+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
20 Май 2021, 18:00

”МИЛЛӘТСЕ” ТАҢҺЫЛЫУ

Башҡорт рухы, туған телгә мөхәббәт бәләкәй саҡтан һалынған уға. Беренсе класҡа уҡырға барған йылды Байназар мәктәбен урыҫ мәктәбенә әйләндерергә тигән күрһәтмә килә. Әсәһе ҡыҙға ҡағыҙ менән ручка тоттороп, беҙ башҡортса уҡыйбыҙ, тигән ғаризаға ата-әсәләрҙән ҡултамғалар йыйырға сығарып ебәрә:

Шулай мәктәптә туған телдә уҡытыуҙы һаҡлап алып ҡалалар. “Туған телебеҙ бөгөн йәнә ҡыл өҫтөндә: мәктәптәрҙән ҡыҫырыҡлап сығарыла бара. Тәрбиә бит ғаиләлә генә алынмай, – тип әсенеүен белдерҙе Таңһылыу апай. – Бала телде белһен өсөн мөхит кәрәк. Беҙҙә бына ошо мөхит юғалып бара. Башҡорт балаһы үҙ телен онотоп, русса һөйләшеүгә күсә. Сараһын хәҙер күрмәһәк, маңҡорттар үҫтерәсәкбеҙ бит...”
Таңһылыу апай бәләкәй саҡта артист булырға хыяллана. Кластары менән ауылдар буйлап пьесалар ҡуйып, концерттар ойоштороп йөрөйҙәр. Таңһылыу апай төп героиня булһа, класташы, юмор оҫтаһы Юнир Салауатов – төп герой. “Ул минең хыялымды юҡҡа сығарҙы, – тип көлә әҙибә. – “Таңһылыу, ни тиклем матур уйнаһаң да, йырлаһаң да, бейеһәң дә, һәйбәт уҡыһаң да, һине театр бүлегенә алмаясаҡтар, сөнки буйың бәләкәй, ә бәләкәй артистар булмай”, тине ул”. Ысынлап та, Юнир Салауатов актерлыҡҡа бара, ә Таңһылыу апай филология юлын һайлай.
БДУ-ны тамамлағас, Рәми Ғарипов кәңәше менән Таңһылыу апай хеҙмәт юлын “Башҡортостан ҡыҙы" журналында башлай. Шул йылда Рәми Ғариповҡа һөжүм башлана, милләтсе тигән исем тағып, эшенән бушатыла. “Башҡортостан ҡыҙы”нда эшләгән Фәүзиә Рәхимғолова, Миңлебикә Йәрмөхәмәтова, Таңһылыу апайҙар ҙа протест йөҙөнән эштән китә. Ошонан һуң “милләтсе” Таңһылыу апайҙы эшкә алмай йонсоталар. Бында ла Рәми ағай ярҙам итеп ебәрә: матур итеп ҡылыҡһырлама яҙып, ҡыҙҙы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына Әкрәм Бейешкә ебәрә һәм уны Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге секторына кесе ғилми хеҙмәткәр итеп алалар. “Алты йыл эшләнем был бүлектә, – тип иҫләне был йылдарҙы Таңһылыу апай. – Телгә оло мөхәббәт шул мәлдә тыуҙы, телдең серҙәренә төшөндөм, шағир булыр өсөн телде яҡшы белергә кәрәклеген аңланым. Һәр бер һүҙҙең күсмә мәғәнәһе – әҙер образ, фекер ул, бер нәмә лә уйлап сығарырға түгел. Ҡайһы бер шиғырҙарым телдең образынан сығып ҡына яҙылған. Телде тойһаң, башҡорт рухы менән һуғарыла алаһың”.
Бөтә ғүмерен туған телебеҙҙе һаҡлауға, уны үҫтереүгә арнаған, халҡының рухын байытырға ынтылған Таңһылыу Ҡарамышеваға бөтөн һаулыҡ, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы теләге килә. Ниндәй ауырлыҡтар аша асылған гәзит-журналдар юғалмаһын, тел байлығыбыҙ һайыҡмаһын ине. “Беҙ барыбер уҡымайбыҙ”, – тип әйтер алдынан һәр кем әҙ генә уйланһын: ябыуы, юҡҡа сығарыуы шул тиклем рәхәт, уға артыҡ аҡыл да кәрәкмәй. Ә бына юғалғанды тергеҙер өсөн көндәр, айҙар ғына түгел, йылдар ҙа ярҙам итмәй... Китап, журнал-гәзиттәрҙә күпме рух, тел таҙалығы, аҡыл һаҡлана, шуны онотмайыҡ.
(Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты Таңһылыу Ҡарамышева “Йәшлек”гәзитенең “Ленинсы”нан айырылып, үҙ аллы сыға башлауында Таңһылыу апайҙың өлөшө ҙур, был оло эштең уртаһында ҡайнай ул. Ике бүлмәле фатирында “Шоңҡар” журналының тәүге һандарын сығарыуҙың башында тора).
Читайте нас: