+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
13 Май 2021, 10:47

“МИН – БАЛ ҠОРТО – ТЫРЫШ, ДЫУАМАЛ...”

Һуңғы шылтыратыуы уның ошолайыраҡ булды: ”Дамир дуҫ, мин һинең тыуған яҡтарыңда ятам, юлың төшһә килеп сыҡ...” Баҡһаң, Иҙел башының Асы ауылында мәсет һалып яталар икән. Ғәжәп иттем: Ғилман дуҫтың намаҙға баҫып, хаҡ юлға төшөүе тураһында ишеткәйнем, әммә ул был турала бик һөйләп барманы. Һәр кемдең үҙ ихтыяры, тигәндер инде. Ә бына мәсеттәр төҙөй башлауы инде...

Редакцияға килеп сыҡҡанда йә баҡсала осрашҡанда беҙ уның менән йә шиғриәт тураһында, йә яңы уҡылған китабы хаҡында һөйләшә инек, дини фәлсәфәләргә төшөп торманыҡ.
Ғилман менән тәүгә осрашҡанда ул тыуған Ейәнсура районының Үтәғол ауылында фермер булып йөрөй ине. Өфөнән яҡын ер түгел, был яҡтарға юл төшкәсDтөшкәс, шиғырҙары аша “ситтән тороп” ҡына белгән Ғилман Ишкининды күреп китәйек, тигән тәҡдим булды юлдаштарыма. Өйөн эҙләп таптыҡ, тик улар ҡырға сығып киткәндәр икән. Уттай эш ваҡытында фермер кеше һине өйҙә көтөп ултырмай инде. Эҙләп мәшәҡәтләнмәнек, көтөргә булдыҡ. Өй янындағы ҙур баҡса хайран итте. Алма, сейә, грушалар... Бик оҙаҡ ҡарап йөрөнөм өлгөрөп килгән емеш-еләкте. Бығаса ундай иркен баҡсаны күргәнем юҡ ине. Көнләшеп тә ҡуйҙым хатта – беҙҙең Белорет яҡтарында емеш-еләк үҫтереүе ҡыйын, сәскәһен ҡырау һуғып тик тора. Ә бында!..
Ана шунда йоҡто, буғай, миңә баҡсасылыҡ сире. Хыялда, бәлки, булғандыр ҙа, тик орлоғон Ғилман һалды. Кисләтеп кенә ҡайтып ингән Ғилман тәүгә күргән беҙҙән, кем һәм кемде көтәһегеҙ, тип һорап торманы, күптәнән таныш кешеләр һымаҡ һөйләшеп киттек һәм шунда уҡ Ҡаҫмарт йылғаһы буйына йүнәлдек. Күңел тартылышы булғандыр инде – ҡыҫҡа йәйге төндө һөйләшеп үткәрҙек.
Аҙаҡтан Ғилмандар Өфөгә күсеп килде. Баҡсаны ла бер тирәләрәк алдыҡ. Миңә, баҡса үҫтереүҙең нимә икәнен белмәгән кешегә, уның ярҙамы ҙур булды. Магазинда ғына күргән алма, сейә, груша үҫентеләрен баҙарҙан һатып алырға йыйынып, уларға урын билдәләп йөрөгәндә Ғилман килеп сыҡты.
– Һин минең Үтәғолдағы баҡсаны күрҙеңме? – тип һораны ул.
– О-о, миңә лә шундай кәрәк!..
– Булыр, – тине ул ҡәтғи генә, шундай ғәҙәти эш тип күргәндәй. – Әгәр үҫентеләрҙе баҙарҙан ала башлаһаң, аҡсаң етмәҫ. Һин былай ит: орлоҡтарын сәс тә, минән алып “прививка” эшләрһең.
– Ул нисек була?
– Өйрәтермен.
Ана шулай баҡсасы булып киттем мин. Ялдар һайын осрашып торҙоҡ, ул ихласлап ярҙам итә, кәңәштәр бирә. Бер миңә түгел, эргә-тирәләге башҡа яҙыусыларға ла күп тейҙе уның ярҙамы. Һәр эшкә маһир ине Ғилман. Уның кәңәше менән баҡсаны йәшелсә түтәлдәренән бушатып, төрлөрәк ағастар менән тултырҙым. “Һин бында бит ял итергә һәм яҙышырға киләһең, ниңә былай ҙа ҡыҫҡа ялыңды ерҙә соҡсоноп үткәрергә?” – ти торғайны ул. Бик күп мәшәҡәттәрҙән арындырҙы шул кәңәше менән. Хәҙер баҡсаға ер ҡаҙырға һәм түтәл утарға түгел, ә рәхәтләнеп теләгән һәм уйлап йөрөгән нәмәләрҙе яҙыр өсөн бара башланым. Шуғалырмы, унда көнө-төнө баш күтәрмәй эшләгән ҡарттар йәл тойола. Яңы яҙғандарҙы уҡып, кәңәшләшер кешем дә булып китте. Берәй ялымда күрешмәй ҡалһаҡ та ниҙер етмәгән һымаҡ булып тора.
Хәҙер Ғилмандың вафатына байтаҡ булып китте. Тик мин әле лә быға ышанып бөтмәйем, хәҙер бынау яҡтан шат һөрәнләп килеп сығыр һымаҡ. Шым ғына уның баҡсаһы яғына барып та әйләнәм: яңылыштан йөрөп ятмаймы шунда? Төндә генә ултырып яҙған шиғырҙы кемгәлер уҡый һалып, эстән генә “Шәп!” тип әйтер кеше лә юҡ. Һәр кем тыңлаусынан шуны көтә бит инде. Ә Ғилман минең һымаҡ “ҡатай холоҡло” түгел, насар тигән шиғырҙы ла яманламаҫ, барыбер маҡтар. Ләкин уның маҡтауында “шиғырың хөрт” тигән кинәйәне тояһың. Үҙемдә ундай сифат юҡ, кешегә тураһын әйтеп, кәйефен төшөрәм дә ҡуям.
Ғәжәп итәм: нисәмә йыл үтһә лә, Ғилмандың телефон номеры миндә һаҡлана икән. Ҡай саҡта исемдәрҙе барлап ултырам да, “был кем әле?” тигән уйға төшәм һәм “алып ташларға кәрәктер” тип уйлап ҡуям. Тик ҡул бармай. Торһон, тим, исмаһам, шул экрандан булһа ла үҙенең барлығын, булғанлығын иҫкә төшөрөп торор. Баҡсаға барған һайын һымаҡ...
Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ. 2017 йыл.
Шәхестәребеҙҙе иҫкә алайыҡ.
Читайте нас: