1969 йылда сәнғәт уҡыу йортоноң вокал бүлеген уңышлы тамамлап, 21 йыл буйына Фәрит Хәйбулла улы
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында эшләй: башта диктор, артабан мөхәррир, йыр бүлеге өлкән мөхәррире була. 1989—98 йылдарҙа «Башҡортостан» ижад клубында директор һәм солист вазифаһын башҡара. Үҙен юғары квалификациялы журналист, оҫта йырсы, талантлы телевизион тапшырыуҙар алып барыусыһы итеп таныта. Төрлө конкурстар ойоштороусы һәм ҡуйыусы булараҡ киң танылыу яулай. «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивален ойоштороусыларҙың береһе.