+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
2 Май 2021, 21:46

Башҡорт атына – мәңгелек дан!

Эй, ғүмерҙең һуңғы сәғәте,Һин миңә лә шулай күкрәп кил.Батырҙарын иҫкә алғандаОнотмаһын мине лә Тыуған ил! Һөйләйәсәк ваҡиға сайтыбыҙҙа:

Бөйөк Ватан һуғышында ике тапҡыр ҡаты яраланып, фронттың алғы һыҙығына ҡабаттан баҫҡан, улай ғына түгел, ҡанлы яу юлын үтеп, имен-аман тыуған яҡтарына – Миәкә районының Илсеғол ауылына әйләнеп ҡайтҡан яугир ат тураһында. Был тарих хәрби драма сюжетын хәтерләтә. Уның төп геройы – Керчь исемле ат.
Фронтҡа Илсеғолдан 150 баш ат оҙатыла. Шулар араһында Орлов юртағы – Керчь ҡушаматлы өс йәшлек дүнән дә була. Көслө һәм талымһыҙ ҡара айғыр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына тоғро фронтташ була. Дүрт йыл ут эсендә йөрөгән Керчь Уралдан алып Берлинғаса яу юлы үтә.
Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары хәтерләүенсә, башҡа аттарҙан ул иҫ китмәле талымһыҙлығы менән айырылып тора, аслыҡтан хәлһеҙләнгән хайуандар араһында теремеклеге менән күҙгә ташлана. Айғыр холҡо менән дә үҙен күрһәтә – ул тик бер хужаға ғына буйһона. Башҡаларҙан айырылып тороуын ул яуҙа ғына танытмай: алыш туҡтағас, ат ҡараусы, уны шәкәр киҫәге менән һыйламайынса, ул алдындағы бесәнгә лә, һолоға ла үрелмәй.
Батыр ат тураһында яуҙаштары һоҡланып һөйләй. Керчь хаҡындағы һүҙҙәр маршал Семен Буденныйға тиклем барып етә. Маршал 1947 йылда айғырҙы, кәрәк тиклем һоло менән тәьмин итеп, тыуған яҡтарына – Илсеғол ауылына ҡайтарырға бойора. Шулай итеп, данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының берҙән-бер айғыры тыуған Башҡортостанына әйләнеп ҡайта. Башҡа аттар Әзербайжан ССР-ының Нахичевань Автономиялы Республикаһы колхоздарына таратыла. Уҙған быуаттың 50-се йылдарына тиклем улар унда төрлө хужалыҡ эштәрендә ҡатнаша.
Миәкә районы Илсеғол ауылында йәшәүселәр һөйләүенсә, яугир ат Раевка станцияһына тиклем тауар вагонында ҡайта. Станция Илсеғолдан 30 километр алыҫлыҡта ята. Уны алып ҡайтыу тураһында ауылдаштары күңелендә ошондай хәтирә һаҡлана.
Ауылына етергә бер нисә саҡырым ҡалғас, арбаға бәйләнгән ат, тыуған ере еҫен һиҙеп, үрәпсеп китә лә, дилбегәне өҙөп, бер туҡтауһыҙ кешнәй- кешнәй, ауылына табан саба. Күрәһең, утты-һыуҙы кискән айғыр тыуып- үҫкән ерен танып, күңеле ярһыуын, үҙенең тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыу шатлығын башҡаларға шулай белдерә. Ауылға ҡайтып еткәс тә ул тиҙ генә тыныслана алмай – әллә нисәмә тапҡыр урамдарҙы елдереп үтә, сыңрап, үҙенең ҡайтып етеү шатлығын кешнәү ауаздары менән яңғырата.
Һуғыштан һуң Керчь колхозда 14 йыл хеҙмәт итә. Фронтовик ат тураһындағы хәтирәне илсеғолдар яҡты иҫтәлек итеп һаҡлай. Миәкәләр өсөн дә, башҡорт халҡы өсөн дә был яугир-айғыр – Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡ символы булып тора. Йыл һайын Еңеү көнөндә Илсеғол ауыл советы бинаһына Керчь иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа уҡыусы балалар ҙа, өлкән быуындар ҙа гөлләмәләр тотоп килә.
Рәзил БИКБУЛАТОВ.
Фотола: Ғафури районының Сәйетбаба ауылы егете ҡыҙылармеец Сафа Рәхимғолов Керчь менән.
Башҡортостандан 72 мең ат Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
Читайте нас: