-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
29 Апрель 2021, 20:00

"МӨЖӘҮИР ӘҮЛИӘНЕҢ ЙӘНЕ ЕРҘӘН КИТКӘС, ИЗГЕ РУХЫ ҮҘЕ ЙӘШӘП КИТКӘН ТӨБӘККӘ ГЕНӘ ТҮГЕЛ, БӨТӘ ПЛАНЕТАҒА ИМЕНЛЕК ЕБӘРЕП ЯТЫР ..."

Баймаҡ районы Манһар ауылында йәшәгән Мөжәүир хәҙрәт баҡый донъяға киткәс, 1970 йылдарҙа Баймаҡ райкомының беренсе секретары исеменә Италияның Рим папаһынан хат-мөрәжәғәт килеп төшә. Ул Баймаҡ районы етәкселегенә лә тәғәйенләнгән була.

Был хатта Италия руханиҙарының Мөжәүир хәҙрәтте белеүҙәре, донъя кимәлендәге бөйөк шәхес тип таныуҙары тураһында әйтелә һәм изге әүлиә Мөжәүир Уйылдан йәшәгән төбәкте һәм уның бөтә тирә-яғын, йөҙ километр радиус менән дәүләт ҡурсаулығы итеп һаҡлау кәрәклеге тураһында иҫкәртелә. "Һеҙҙең халыҡ бик мөғжизәле урында йәшәй. Ерегеҙ бай, тәбиғәтегеҙ хозур, халҡығыҙҙың киләсәге яҡты" -тиелә был русса яҙылған хатта.
"Тере сағында Мөжәүир әүлиә туған халҡы өсөн бөйөк ыҙа сигеүсе булды ", - тип яҙа Италия руханийы. Йәнә хатта ошондай юлдар була: ''Мөжәүир әүлиәнең йәне ерҙән киткәс, изге рухы үҙе йәшәп киткән төбәккә генә түгел, бөтә планетаға именлек ебәреп ятыр ..." Рим папаһы үҙенең был хатында изге дин әһеле йәшәгән ерҙәрҙе халыҡ күҙ ҡараһындай һаҡлаһын ине тигән теләк белдерә.
Читайте нас: