Студенттың иң яратҡан ризығы – ҡурылған картуф. Бүлмәлә ун бер кеше торғас, бер генә таба етмәй, шуға күрә ятаҡ буйлап, икенсе табаны эҙләп, сығып китә. Уны иҙән йыуып йөрөгән бер ҡыҙҙан алып тора. Егеттәр менән ашап алғас, теге ҡыҙға табаны кире илтеп бирә. Икенсе күргәндә уға иғтибар итә ҡала: ә күҙҙәре һуң ҡыҙҙың! Оҙон керпектәр аша төбәлгән ҙур ҡара күҙҙәр! Шундай саф һәм төпһөҙ!.. Ҡыҙ: “Фәриҙә Йәғәфәрова” – тип таныштыра үҙен. “Фамилияңдағы “йә” хәрефтәрен һыҙып ташлайбыҙ ҙа Ғафарова итәбеҙ,” – тип шаярта Фидан. Ошо шаярыу – мөхәббәттенең нигеҙе булып сыға: һылыу ҡыҙ Фәриҙә тиҙҙән, ысынлап та, Ғафарова булып китә. “Сәнғәт кешеһенең тормошо ҡатмарлы, ҡәҙимге кешеләрҙекенән айырылып тора, башҡасараҡ. Ана шул донъямды ҡабул иткән, күктең етенсе ҡатында булғанда ла, алдымда төпһөҙ упҡын хасил булғанда ла Фәриҙәм һәр саҡ янымда. Нисек бармын – шулай ҡабул иткәне һәм яратҡаны, ғаиләбеҙҙе ҡурсалағаны, үҙенең сикһеҙ мөхәббәте менән миңә көс биреп торғаны өсөн ҡатыныма сикһеҙ рәхмәтлемен…” – ти артист.