-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
14 Апрель 2021, 14:00

ҒӘЙНӘЛӘР МЕНӘН ОСРАШҠАНДА

1994 йылдың ямғырлы йәйе тыуҙы. Төпһөҙ мискәнән ҡойолоп торған һыуҙы хәтерләтеп яуған ямғыр ҡасан туҡтай инде тип, көтөп торманыҡ. Инде мин эшләгән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (ТТӘИ) аспиранттары булыуға өлгәшкән Рөстәм менән Артур һәм мин, телевидениенан Тупиков тигән операторҙы алып, Пермь өлкәһенең Барҙа районында йәшәүсе аҫабаларыбыҙ – Ғәйнә башҡорттары фольклорын йыйырға экспедицияға сыҡтыҡ. Алдан һөйләшкәнсә, Тәтешле районы Бәҙрәш ауылында туҡтап, командабыҙға Рауил Исламшинды алдыҡ. Ул ҡасандыр Барҙа районы гәзитендә эшләгән икән. Был яҡты яҡшы белә. Ҡыҫҡаһы, Рөстәм әйтмешләй, ул беҙҙең өсөн Иван Сусанин ролен атҡарҙы. Уның әйтеүенсә, Октябрь районында бер изге таш бар. Ундағы ағастар ҙа изге иҫәпләнә. Уларҙы берәү ҙә ҡырҡмай. Тамырында ултырған килеш йығылып, серей. Әммә тейеүсе юҡ икән.Беҙҙең изге ташҡа барасағыбыҙҙы белгәс, урындағы Башҡорт Вангаһы – башҡортҡа кейәүгә сығып, Баныу Вәлиева тип исем алып, үҙен башҡорт тип иҫәпләүсе 74 йәшлек удмурт сығышлы күрәҙәсе беҙгә:

“Һеҙ ул ташты табыуын табырһығыҙ. Тик ауырлыҡ менән. Уның нигеҙендә йәшел үләндәр аша мин ғәрәп хәрефле яҙмаға оҡшаған һыҙыҡтар күрәм”, – тигәйне, үҙенең ҙур көмөш тәңкәһенә ҡарап. Баныу апай менән осрашҡандан һуң, Рөстәм:
– Әйҙә, бөтәбеҙ ҙә магазиндан резина итек алып кейәбеҙ, – тигәйне, командам бер тауыштан риза булды.
Алтмыш саҡрымдағы ташҡа туп-тура алып бара торған юл тракторҙа ғына үтерлек булғас, бороу булһа ла, таш юлдан ике йөҙ саҡрым үттек. Ҡая-таш күренгәс тә, унда барып етеү өсөн, бойҙай баҫыуын аша сығырға кәрәк. Ана шунда, ҡыйынлыҡ тип Баныу апай ниҙе күҙ уңында тотҡанына, Рөстәмдең бик аҡыллы тәҡдим индергәненә төшөндөк тә инде. Ямғыр, әйтерһең, шәбәйгәндән-шәбәйә генә бара. Игенде йырып, илле аҙым үтәбеҙме-юҡмы – итектәребеҙ һыу менән тула ла ҡуя. Уны түгәбеҙ ҙә тағы атлайбыҙ – итектәр йәнә тула... Хатта әллә изге таш: “Арағыҙҙа гонаһлы бар”, – тип әйтергә теләйме, тигән уй килә башҡа. Тырыша торғас, барып еттек Рауил дуҫтың Изге таш тигәненә. Мин, ул берәй айырым ятҡан таштыр, тип уйлаһам, баҡтиһәң, йыуан бағананы хәтерләтеп, ҡаянан айырыла биреп торған илле метр бейеклеге самаһындағы таш, имеш. Ҡаяның түбәһенә менәбеҙ. Рауил дуҫ аңлатма бирә:
– Был таштың башы ла булған. Ситтән ҡарағанда, ул таҡыр башлы кешегә оҡшап торған. Йәшен атҡан. Изге таштың башы аҫҡа тәгәрәп киткән...
Рөстәм:
– Бәлки, был ҡая-таш үҙ ғүмерендә ҡурай моңон ишетмәгәндер ҙә әле, – тине лә ҡуйынынан сығарып, зонтик аҫтында тороп, ҡурайында “Урал”ды уйнап ебәрҙе. Операторыбыҙ Тупиков, ошо сихри мәлде мәңгеләштереү сараһын хәстәрләргә тотондо. Ҡалғандарыбыҙ ҡурай моңона ойоп тын ҡалдыҡ.
– Әйҙәгеҙ, Башҡорт Вангаһы әйткән яҙманы ҡарайбыҙ, – тинем ахырҙа.
– Әгәр ҙә ғәрәп хәрефле булһа, уҡыйым мин уны, – тине Рөстәм. Уның бындай һөнәре булыуына шик белдереүсе булманы. Сөнки юл буйы хәтирәләр менән уртаҡлашҡандан шуны белә инек: уның олатаһы мулла булған да ейәнен кесе йәштән доға-аяттар уҡырға өйрәткән.
Беҙ, ҡая башынан төшөп, “бағана” төбөн тикшермәк булдыҡ. Тик был теләкте бойомға ашырыу мөмкин булманы. Сөнки уның ер менән тоташҡан өлөшө өйөп, һылап ҡуйған һымаҡ, тупраҡ менән ҡапланған ине. Аҙаҡ бер осрашҡанда Баныу апай хәйләкәр генә йылмайып:
– Шунан, теге таш төбөндәге яҙманы күрҙегеҙме? – тип һораны.
– Һеҙ бит, яҙмаға оҡшаған һыҙыҡтар бар, тип кенә әйттегеҙ. Табаһығыҙ, тимәнегеҙ ҙә инде, – тигәйнем, көлгән булды.
...Ғәйнәләр, туғандарылай күреп, беҙҙе ихлас ҡаршыланы. Хакимиәт башлығы Р. Исмәғилевтың үтенесе буйынса, беҙгә торор урын бирҙеләр. Ашаттылар, эсерҙеләр. Беҙ ҙә яуапһыҙ ҡалманыҡ. Татарстандан килгән концерт бригадаһына ҡушылып, Рөстәм өҙҙөрөп башҡорттоң оҙон-оҙон көйҙәрен уйнаны. Артур думбра сиртте. Мин иһә был яҡтарға килеү маҡсатыбыҙҙы аңлаттым. Был урындағы халыҡ менән бәйләнеш урынлаштырырға ярҙам итте.
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ иҫтәлектәре.
Читайте нас: