+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
13 Апрель 2021, 20:00

«Рәми ағай Ғарипов яҙмышымда ҙур эҙ ҡалдырҙы. Йөрәгем түрендә оло рәхмәт һүҙҙәре йөрөтәм».

«Рәми Ғарипов туйымда шаһит та булды. Атайым урынында ултырҙы. “Ленинсы” гәзитенә саҡырҙы. Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтына уҡырға юлланырға өгөтләүсе лә тап Рәми ағай ине». (Дауамы сайтта)

Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән НАЗАР:
«Рәми Ғарипов туйымда шаһит та булды. Атайым урынында ултырҙы. Армияла “Совет Башҡортостаны” гәзитенә хат менән шиғырҙарымды һалғайным. Хәрби хеҙмәттән һуң, әллә баш ҡалала бәхетемде һынап ҡарайыммы икән, тип йыш ҡына уйлана инем. Был турала шул хатымда ла кәңәш һорағайным. Бер аҙҙан Рәми ағайҙан яуап килеп төштө. “Муйыны булғас, ҡамыты мотлаҡ табылыр, Хәсән туған, Өфөлә ҡалырға тырыш”, – тип кәңәш биргәйне. Шуға ла армиянан һуң тура Рәми ағайға килдем. Әммә ете класс ҡына белем менән баш ҡалала ҡалып булманы. Партияның Өлкә комитеты йүнәлтмәһе менән Бөрйәнгә ебәрергә ҡарар иттеләр. Совнархоз осоронан һуң райондар ҡабаттан тергеҙелә башлаған мәл ине. “Таң” гәзите сыға башларға тейеш икән. Самолет менән барып төштөм. Редакторыбыҙ Абдулла Юлмөхәмәтов бик кешелекле шәхес булды. Уның ҡулы аҫтында Самат Ғәбиҙуллин, Мөнир Ишбулатов менән бергә гәзит сығара башланыҡ. Бер ниндәй тәжрибәм булмаһа ла, шуның өсөн генә тыуған кеүек эшләп алдым да киттем. Эйе, тап Бөрйән мине матбуғат донъяһына алып сыҡты. Бер нисә йыл эшләгәндән һуң Рәми ағай шылтыратты, “Ленинсы” гәзитендә тәржемәсе урыны бушаған икән. Шулай хушлаштым был таулы төбәк менән. Әйткәндәй, Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтына уҡырға юлланырға өгөтләүсе лә тап Рәми ағай ине».
Читайте нас: