Ул – ҡурайҙа, Артур Дәүләтбәков думбрала уйнаны, Ишбулды Абдулғафаров старосталыҡ итте. Ансамблебеҙҙең әүҙем ағзалары Зәлиә Фәйзуллина менән әҙерлек курсынан Азат Буранғолов тамашасыларҙы ташып торған мөхәббәтте сағылдырған лирик бейеүҙәре менән һоҡландырҙы (Әйткәндәй, аҙаҡ улар ҡауышып ҡуйҙы. Быға тиклем Сәлих, Мәғәфүр беҙҙең ҡыҙҙарҙы иш иткәйне. Сәнғәт училищеһының Марат Тулыбаев тигән илгәҙәк студенты ла, егеттәремә ҡурай дәресе биреү һылтауы менән, ҡыҙҙарыма күҙ һала-һала йөрөгән, имеш. Ахырҙа уның сәсе Нәфисәнеке менән бәйләнде). Ҡыҙҙарыбыҙҙың күптәре ҡумыҙ сиртте. Рөстәм менән Артур икәүләп тә, яңғыҙышар ҙа һәм, әлбиттә, ансамбль менән дә сығыш яһар булды. Ансамблебеҙгә “Йәнгүзәл” тигән исем ныҡлап йәбеште. Ишбулдыбыҙ уҡыуҙы ҡалдырып, бер аҙ кәсеп иткән арала, староста ролен, асылда, Рөстәм атҡар O ҙы. Уның етәкселегендә “Йәнгүзәл” ҡайҙарҙа ғына сығыш яһаманы! Ял көндәре эргә-тирәләге райондарға ла барып ураны, Татарстандың баш ҡалаһы Ҡаҙанда ла, Ғабдулла Туҡайҙы “Тыуған ауыл”, “Шүрәле” кеүек шиғырҙар яҙырға илһамландырған Ҡырлай ауылында ла, хатта Дағстан, Сыуашстан республикаһында, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләрендә булды.
Заманалар бик буталсыҡ мәл ине. Ҡаҙандың яман аты Союзға мәғлүм “данлыҡлы” “фуфайкалылар” йәмәғәтселектең ҡотон алып торған саҡ. Улар хатта Мәскәүгә лә барып еткән ине. Шуны иҫәпкә алып, беҙҙе гел генә бейек тәҙрәле, ныҡ ишекле ҡыҙыл автобустарҙа ғына йөрөттөләр. М. Горький исемендәге паркта сығыш яһағанда, атлы милиция үрле-түбәнле йөрөп, беҙҙе ҡурсаланы.
1991 йылда мин Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә күскәс тә, “Йәнгүзәл”, райондарға сығып, концерттар ҡуйып, әүҙем ижади тормош менән йәшәүен дауам итте.