+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
10 Апрель 2021, 12:00

ТӘҮГЕ АҘЫМДАР

Башҡорт дәүләт университетының филология факультетындағы рус бүлегендә әүҙем генә эшләй башлаған “Таусен” фольклор ансамбленән күрмәксе, ректор фатихаһы менән, башҡорт ансамблен ойоштороу йөгө минең иңемә ятты:

Ул саҡта фольклор ансамблдәре республикабыҙҙа күп түгел ине. Өфөләге Салауат Дәүләтбаевтың, Салауат ҡалаһындағы Миңнулла Дәүләтовтың ғаилә ансамблен, беҙҙең факультеттағы “Таусен”ды иҫәпкә
алмағанда, үрнәк алырлыҡ өлгө тойолмай ҙа ине. Шуға күрә костюмдар хаҡында ла, музыка ҡорамалдары хаҡында ла үҙебеҙгә хәстәрлек күреүҙән тыш, сценарийҙы ла үҙебеҙгә әҙерләргә тура килде.
Режиссура йәһәтенән беҙгә алмаш-тилмәш М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Хәмит Шәмсетдинов, телевидениенан Рәйес Исмәғилев, филармониянан Иршат Сиражетдинов ярҙам итте. Мин иһә үҙемә сценарий әҙерләүсе, ғилми яҡтан етәксе ролен алдым. Беҙҙә шундай эш башланып тороуын Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Ноғоманова белеп ҡалған да:
– Сәхнәгә сығырға күнекмә ала торорҙар, – тип үҙе уҡытҡан Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеге студенттары Хима Йәнбирҙина, Резеда Әминева (хәҙер улар БР-ҙың атҡаҙанған артистары), Нурия Басироваларҙы тәҡдим итте. Уларға эйәреп, Сәлих тигән ҡурайсы, бер үҙенә ҡурайсы, гармунсы һәм бейеүсе һөнәрен туплаған Мәғәфүр Усманов (хәҙер ул БР-ҙың халыҡ артисы, Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театрында эшләй) килде. Ҡаҙанға юл тоторға йыйынғанда, беҙгә cәнғәт институтының әҙерлек курсында уҡып йөрөгән аккардионсы һәм йырсы, кәрәк булһа, бейеп китеүсе Артур Туҡтағолов (хәҙер ул да БР-ҙың халыҡ артисы ) килеп ҡушылды.
Ансамблдең тәүге сығышын халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Сигеү сигә ҡыҙҙар” тигән шиғыры нигеҙендә яҙылған сценарийҙы сәхнәләштереүҙән башланыҡ. Үҙебеҙҙең студенттарыбыҙҙан Әхәт Мортазин менән (хәҙер ул да БР-ҙың халыҡ артисы, танылған диктор) Фәйрүзә Абайдуллина алып барыусы роленә инеп, ситтә тороп, талғын ғына яңғыраған көйгә ҡушылып, алмашлап шиғыр уҡый:
Кис ултырып, ҡыҙҙар сигеү сигә,
Сиккәндәрен, беләм, бирнәлек –
Апайымды былтыр һораттылар:
“Әле йәшерәк”, – тип, бирмәнек...
Альбина Дүшәнбаева менән Нәфисә Вәлиева (хәҙер ул Тулыбаева, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР Халыҡ ижады үҙәге генераль директоры урынбаҫары, сәсәндәр үҙәге етәксеһе) ансамблдең сығыштарын йыр менән биҙәне, Асия Шайморатова (хәҙер ул Рәхмәтуллина, минең ауылым килене) өлкән инәй ролен еренә еткереп уйнар ине.
Ярты йыл үтеүгә “Студент яҙы ” фестивалендә беҙҙең ансамбль беренсе урынды алды. Ошо һөҙөмтәне белгәс, әле генә мин йәйә эсендә биргән мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алып, ҡайһы берәүҙәр:
– Булыр, булыр!
– Шулай булмай, ҡалай булһын? Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, – тиһә, һис тә яңылышмаҫ.
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ
Читайте нас: