+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
9 Апрель 2021, 23:00

ЭЙ ҺАЙРАЙ ҘА ҺУҢ ҺАБАНТУРҒАЙ...

Был оло талант эйәһенең яҙмыш һәм уҙмыштары тураһында уйланғанда, иң элек шундай һорау тынғы бирмәй: ғүмер буйына халыҡ моңона, халыҡ сәнғәтенә йәне-тәне менән хеҙмәт итеп тә, өҫтәүенә үҙ илеңдә, үҙ ереңдә һис бер ҡәҙер-хөрмәт күрмәйенсә йәшәүҙе нисек кисерҙе лә властарҙың һәр ваҡыт күрмәмешкә һалышыуына ҡаршы торорлоҡ ниндәй көс тапты икән ағайыбыҙ? Ижад кешеһен баһаламау, һанламау уны алҡымынан алып быуып тотоу менән бер. Дан өсөн генә булһа, тағы бер хәл. Дан өсөн дә кәрәк тә баһа талант эйәһенә рәсми таныҡлыҡ алыу. Сөнки шунһыҙ ғүмер буйы фәҡирлектә, ғүмер-ғүмергә күләгәлә тороп ҡалыуыңды көт тә тор. Бәғзе берәүҙәрҙең маҡтаулы исем һәм наградаларҙы коллекция урынына йыйған саҡтарҙа бындай ғәҙелһеҙлекте күтәреүҙәре ай-һай еңел түгелдер. (Дауамы сайтта)

Илаһи Башҡорт иленең мәшһүр ҡурайсылары араһында Рәхмәтулла Бүләкәнов тигән ғәжәйеп бер музыкант бар. Уның шаҡтай оҙон күркәм тормош һәм ижад юлы үҙенең ысын-ысынында тәбиғилеге, сафлығы, фиҙәҡәрлеге, бары тик изге күңелле, юғары рухлы шәхестәргә генә хас сабырлығы менән айырылып тора. Был оло талант эйәһенең яҙмыш һәм уҙмыштары тураһында уйланғанда, иң элек шундай һорау тынғы бирмәй: ғүмер буйына халыҡ моңона, халыҡ сәнғәтенә йәне-тәне менән хеҙмәт итеп тә, өҫтәүенә үҙ илеңдә, үҙ ереңдә һис бер ҡәҙер-хөрмәт күрмәйенсә йәшәүҙе нисек кисерҙе лә властарҙың һәр ваҡыт күрмәмешкә һалышыуы- на ҡаршы торорлоҡ ниндәй көс тапты икән ағайыбыҙ? Ижад кешеһен баһаламау, һанламау уны алҡымынан алып быуып тотоу менән бер. Дан өсөн генә булһа, тағы бер хәл. Дан өсөн дә кәрәк тә баһа талант эйәһенә рәсми таныҡлыҡ алыу. Сөнки шунһыҙ ғүмер буйы фәҡирлектә, ғүмер-ғүмергә күләгәлә тороп ҡалыуыңды көт тә тор. Бәғзе берәүҙәрҙең маҡтаулы исем һәм наградаларҙы коллекция урынына йыйған саҡтарҙа бындай ғәҙелһеҙлекте күтәреүҙәре ай-һай еңел түгелдер.
Шуны уйлап, ирекһеҙҙән: «Эй Хоҙайым, әл дә рух ныҡлығы бирәһең әҙәм балаларына, юғиһә залимлыҡҡа, оятһыҙлыҡҡа түҙеү әмәлен нисек табыр инек?!»— тип үҙ-үҙеңде йыуатҡан булаһың. Ә бит Рәхмәтулла Бүләкәнов — үҙенең арҙаҡлы замандаштарынан Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Кәрим Дияров, Мөхәммәт Рәхмәтуллиндар менән бер тиң тороп, әйтеүе генә анһат — утыҙ биш йыл буйы! — Башҡорт дәүләт филармонияһында ҡурайсы-артист булып эшләгән, шул йылдарҙа Башҡортостанды, Рәсәйҙе, элекке Советтар Союзын арҡырыға-буйға гиҙеп сыҡҡан, йөҙәрләгән генә түгел, меңәрләгән концерттарҙа изге ҡурай моңон яңғыратып, илебеҙгә һәм халҡыбыҙға олонан да оло хеҙмәт күрһәткән кеше. Ә ниндәй яғымлы, йөрәк түрҙәренә үтеп инеп, иң нескә, иң яҡты хистәрҙе уятыусан ул ҡурайҙа уйнаған башҡорт көйҙәре! Башҡорттоң ҡурайы, әлбиттә, мәңгелек сер һаҡлай үҙендә. Ҡурай моңдарында хыял һәм илһам көсөнөң һис бер ниндәй игенә лә, сигенә лә сығарлыҡ түгел һымаҡ. Оло оҫталар, бөйөк ҡурайсылар ҙа күп ваҡыт бына ошо моң даръяһының тәрәнлеген, икһеҙ-сикһеҙлеген йәндәре, йөрәктәре менән тойоп уйнауға өлгәшеүҙе ҙур мәртәбә тип иҫәпләй булыр. Шуның өсөн дә музыка сәнғәтендә, айырыуса ҡурайсылыҡ ижадында, камиллыҡҡа өлгәшеү өсөн бер генә ғүмер етмәй тигәндәре дөрөҫкә килә. Әммә ләкин ана шул бер генә тапҡыр бирелгән ғүмерҙе ҡурайсылыҡ ижадына арнау барыбер ҙур бәхет. Сөнки оҫта өсөн камиллыҡҡа, ысын юғарылыҡҡа өлгәшеү мө-хиттең бөтөн ғәҙелһеҙлектәренән дә өҫтөнөрәк, ул шуның менән үҙенең юлын үҙе таба, бер кемдән дә көтөп тормайынса, үҙенең ҙурлығын үҙе раҫлай. Рәхмәтулла Бүләкәнов — нәҡ шундай ижадсыларҙың береһе.
Ул үҙе үтә сабыр тәбиғәтле, шул уҡ ваҡытта йор һүҙле, юморҙы яратыусы яҡшы күңелле кеше булды. Әҙәбиәт, сәнғәт байрамдарында уның менән бергә йөрөгән шағир дуҫтарҙың, ҡайтып, юл мәрәкәләрен, Рәхмәтулла ағайҙың төрлө хикмәтле һүҙҙәрен һөйләгәндәре лә хәтерҙә. Әммә иң мөһиме: бөгөнгө көндә, уның үҙ ҡулы менән яҙып, бергә тегелгән бер нисә иҫтәлектәр дәфтәре һаҡланыуы.
Йәнә бер бик һәйбәт ҡулъяҙма. Быныһы — күренекле йырсыбыҙ Сөләймән Абдуллиндың үҙенең өлкән замандашы, дуҫы Рәхмәтулла Бүләкәнов тураһындағы иҫтәлек. Арҙаҡлы ҡурайсының тормошо хаҡында бик ҡыҫҡа ла, ҡыҙыҡлы ла итеп һөйләп биргән Сөләймән ағай. Бәғзе бер урындары хатта легендаға, мажараға тартым. Хәйер, ижад кешеләре араһында ундай ғына ғәжәп хәлдәр, йыя ҡалһаң, үҙе бер китап булыр ине, моғайын, һүҙҙе Сөләймән Абдуллин иҫтәлектәренән башлап ебәрәйек әле булмаһа:
«Рәхмәтулла Ғөбәйт улы Бүләкәнов хәҙерге Баймаҡ районы Моҫтай ауылында тыуған . Атаһы Ғөбәйт ҡарт илле менән алтмыш араһында донъя ҡуя. Әсәһе Ғилмияза инәй алтмышынсы йылдар башында Өфөлә һикһән биш йәштәр тирәһендә Рәхмәтулла ағай ҡулында вафат була. Атаһы үлгәс, йәшләй етем ҡалған Рәхмәтуллаға бәләкәс туғандарының (улар дүртәү була) тамаҡтарын туйҙырыу өсөн Түбә руднигына эшкә урынлашырға тура килә. Унда 1930 йылдың көҙөнә ҡәҙәр, армия сафына алынғанға тиклем, эшләй. Армияла кавалерияла хеҙмәт итә, сик буйы ғәскәрҙәре сафында була. Тәнендә (уң ҡулбашында) яралар — ҡылыс эҙҙәре бар ине.
Уға бер ҡайҙа ла уҡырға тура килмәй, сөнки кесе йәштән үк эшкә егелә. Үҙ алдына уҡырға, яҙырға өйрәнә. Ҡурайҙа уйнарға йәштән үк әүәҫ була. Үҙенең һөйләүе буйынса, атаһы: «һай, улым, маладис! Шулай атай-олатайҙарҙың данын дауам ит, ҡурайҙы ныҡлап өйрән, ташлама»,— тип әйтә торған булған.
Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, тағы ла рудникта эшләй. Бер мәлде ниндәйҙер йомош менән Өфөгә килә. Бында килеп төшөп, тимер юл вокзалында тән уҙғарғас, иртәнсәк ҡалаға сыға. Оҙаҡ ҡына ҡала буйлап йөрөй торғас, Башҡорт опера һәм балет театры бинаһы янына килеп сыға. Ҡурай тотоп торғанын кемдер шәйләп ҡалып, Рәхмәтулла ағайҙы эскә алып инеп китә һәм, фойеға кергәс, уның ҡурай уйнауын һорай. «Урал» көйөн уйнап ебәреүе була, шунда йөрөгән кешеләр йыйылып китә. Бер йыуан ғына ағай килеп, ҡайҙан, кем булыуын һорай, үҙе ҡолағын ҡулы менән ҡарпайтып һөйләшә, ти. Ҡолаҡҡа ҡаты булғанлыҡтан, әлбиттә. Ул, баҡтиһәң, данлыҡлы драма артисы Ғималетдин Минһажев икән. (Башҡорт дәүләт драма театры опера театры менән бер бинала эшләгәндер, күрәһең.) Минһажев ағай Бүләкәновты ҡайҙалыр фатирға урынлаштыра. «Тамаҡты туйҙырҙылар»,— тип һөйләй торғайны Рәхмәтулла ағай. Иртәгәһен көндөҙ ул саҡтағы Луначарский исемендәге баҡсала концерт тәғәйенләнгән икән. Бүләкәновты сәғәт ун икегә шунда алып баралар. Унда барһа, ни күҙе менән күрһен, таныш яҡташтары — баймаҡтар уратып ала. Бында ул, концертта ҡурай тартып, Бәҙәр Йосопова апайҙы «Заһиҙә» бейеүенә бейетә, айырым ҡурайҙа уйнай, Ғималетдин Минһажев ағай менән береһе ҡурайҙа, икенсеһе тальян гармунда бергә сығыш яһайҙар. Концертта бик күп башҡа артистар ҙа ҡатнаша. Унда яҙыусыларҙан Булат Ишемғолов, Мөхәммәтша Буранғол, Ҡадир Даян, Әхтәм Ихсан була. Бүләкәновҡа бөгөндән үк Өфөлә ҡалырға ҡушалар. Ә ул, риза булһа ла, Баймаҡҡа ҡайтып, яңынан килә Өфөгә. Баш ҡаланың Карл Маркс урамындағы Крәҫтиәндәр йортонан бәләкәй генә бер бүлмә бирәләр. (Бер карауат, бер тумбочка, ике ултырғыс һыймалы ғына, тип Рәхмәтулла ағай үҙе һөйләр ине.)
Ул ваҡытта филармонияла ҡурайсылар кәрәк булғанлыҡтан, Бүләкәновты шунда эшкә алалар. Рәхмәтулла ағай яңы ойошторолған Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй башлай. Бейеү ансамбле менән СССР-ҙы иңләп-буй- лап бер нисә тапҡыр йөрөп сыға. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фронт концерт бригадаһы составында Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары алдында сығыш яһай.
Рәхмәтулла Бүләкәновтың Башҡортостан радиоһы фондында күп кенә яҙмалары һаҡлана. Ул боронғо тарихи йырҙарҙы ниндәй алымдар менән дөрөҫ йырларға, ҡайһы тауышҡа (бас, баритон, тенор, сопрано), ниндәйерәк боролоштар алырға өйрәтер ине. Үҙе алсаҡ йөҙлө, иркен тәбиғәтле, керһеҙ күңелле кеше булды».
«Рәхмәтулла Бүләкәнов ағай менән беҙ егерме биш йыл буйы дуҫ булдыҡ, бергә йәшәнек, бергә эшләнек, хатта ауылдарҙа фатирға һәр ваҡыт бергә керә торғайныҡ,— тип тамамлай үҙенең иҫтәлеген Сөләймән Абдуллин.— Саҡырышып, сәғәттәр, хатта тәүлектәр буйы һөйләшкән саҡтар булды. Әле Рәхмәтулла ағай үҙе иҫән саҡта һөйләгәндәренең ҡайһы берҙәрен — иҫемдә ҡалғандарын ғына һөйләнем. Уның бер ни- сә ҡурайы, ҡурай тураһындағы яҙмалары миндә һаҡлана». Бына шундай ҡыҙыҡлы хәтирәләр.
Атаҡлы халыҡ ҡурайсыһы Рәхмәтулла Бүләкәновтың үҙ ҡулы менән яҙылған дәфтәр биттәренә күҙ һалайыҡ.
Рәхмәтулла ағайҙың иҫтәлектәрендә бәләкәй сағында атаһының, Шәйхислам исемле ике туған ағаһының ҡурай уйнаған саҡтары, атаһына эйәреп Ирәндеккә бесән сабырға ба- рыуҙары бик йәнле итеп тасуирлана. Дәфтәрҙә уның үҙенең ике шиғыры ла бар. Беренсеһе — «Бала саҡта» тигәне — әлеге атаһының бесән сапҡан ваҡыттарын күҙ алдына килтерә. Иҫтәлектәр өлөшөндә был ваҡиғаны Рәхмәтулла ағай ошолай һүрәтләй:
«Атайым бесән сабып йөрөгән ерҙә бер ун-ун биш метрҙар самаһы унан алдараҡ ҡурай үҫеп ултырғанын күреп ҡалам да уның шул ҡурайға барып еткәнен көтөп йөрөй торғайным — салғыһы менән ҡырҡа сабып ебәрһә, ҡурайҙы шунан алырмын, тип. Атайым сабып барып еткәс, ҡырҡа һелтәп ебәрә лә, туҡтап, ҡурайҙы миңә алып бирә. Мин ҡурайҙы үҙебеҙҙең ҡуна ятҡан ҡыуышҡа алып барып, киҫеп, тишектәр тишеп, атайым бесән сабып ашарға туҡтағансы, ҡыуыш төбөндә бот күтәреп уйнап ятам. Шул ҡурай яһап, уйнап ултырған урынға бер нисә йыл үткәс барып ҡарағайным, өс ҡурай йәнәш үҫеп ултыра. Шунда белдем ҡурайҙың сәскә орлоғонан үҫеп таралыуын.
Ә бына шул уҡ эпизодты һүрәтләүгә ҡоролған «Бала саҡта» шиғыры:
Атайым бесән сабырға бара,
Мине арбаға ултыртып ала.
Барып төшә үҙе сабынға,
Тотона үҙе бесән сабырға.
Ҡурай ултыра үҫеп алдында,
Мин ҡарап торам уның янында.
Атайым ҡурайҙы күреп үк килә,
Ҡурайҙы һелтәп, ул алып бирә.
Минең бәләкәй бала саҡҡынам —
Ҡурайҙы алырға мин бик ашҡынам. Икенсе шиғйр «Турғай менән ҡурай» тип атала. Шиғыр бик үк төҙөк түгөл, әммә уның образлы картинаһы, поэтик фекере ҡурайсыны^ күңел төптәрендә ятҡан хис-тойғолар донъяһын төҫмөрләргә мөмкинлек бирә. Автор «һауаларҙы буйлап осоп йөрөүсе» турғайға ҡарап һоҡлана, бөтөн илгә яңғыраған ҡурай моңон шул ҡанатлы ҡошсоҡҡа тиңләй. «Ҡурай минең данлы ҡанатым, ҡурай уйнарға үҙем яраттым» тип тамамлана шиғыр. Ирекһеҙҙән Рәми Ғариповтың «һабантурғайы иҫкә төшә, шундағы зәңгәр күкте айҡап осоусы, еҙ шөңгөрҙәй алһыҙ-ялһыҙ һайраусы йырсы ҡошсоҡ күҙ алдына баҫа. Ҡурайсының күңелендә лә йырҙың, моңдоң илһам ҡошо — шул уҡ ҡанатлы турғай образы йәшәгән икән дә баһа.
Рәхмәтулла Бүләкәновтың, алда әйтеп үтелгәненсә, бесән ваҡытында үҙе яһап, үҙе уйнай башлауы ете-һигеҙ йәшлек саҡтарына тура килә. Шул йәшенән алып ул инде ҡулынан ҡурайҙы төшөрмәй. Ун бер-ун ике йәштәрҙә күп кенә көй-ҙәрҙе уйнап, бейеүселәрҙе бейетеп йөрөрлөк шәп кенә ҡурайсы булып китә. Ун ике йәшендә оҙон ҡыш буйы һыуыҡта, бурандарҙа бер үҙе өс хужаның йылҡы малдарын көтә. «Ул ваҡытта, 1921 йыл, бүре күп була торғайны. У нары, етешәр- һигеҙәре, өсәр-дүртәре бергә йөрөр ине. Артымдан эйәреп килеп, ауылға етер саҡта ғына тороп ҡала торғайнылар. Бүре ул балаларға теймәй икән, мин шуны белдем», — тип яҙа Рәхмәтулла ағай. 1923, 1924, 1925 йылдарҙың яҙғы айҙарында өс йыл рәттән ҡыуғында йөрөй. Бында, тығылған бүрәнәләр араһына ҡыҫылып, иптәштәре саҡ ысҡындырып алалар. Икенсе мәртәбә ташып ятҡан йылғала һал аҫтына киттем тигәндә, ҡулынан тартып алып, үлемдән ҡотҡарып ҡалалар. Хәүеф менән күҙгә-күҙ осрашыуҙары бынан алда ла, бынан һуң да аҙ булмай. Бер мәлде бәләкәй сағында, әлеге шул ҡурай уйнарға өйрәнгәс, Ирәндек итәгендәге тау араларына ялан аяҡ, күлдәксән генә, ялан баш көйө ҡурай эҙләргә сығып китә. Йөрөй торғас, бер өйкөм үҫкән ҡайын ағастарын урап ҡына үтеүе була, алдында боҫоп, ырғырға тип аңдып ятҡан һеләүһен янына барып сыға. Аралары ике метр самаһы ғына. «Күргәс тә, ҡапыл туҡтаным, һеләүһендең ике күҙе — миндә, минең ике күҙ — унда. Уға ҡарай-ҡарай, күҙемде алмайынса, артҡа сигенә башланым. Артым менән сигенә-сигенә ҡуйы ҡайындарҙы урап ҡына әйләндем дә, боролоп, йүгереп тау битенә сығып киттем, һеләүһен урынында ятып ҡалды. Әгәр ҙә мин шул ваҡытта тағы бер аҙым алға атлаған булһам, һеләүһен ырғып миңә йәбешкән булыр ине». Йәнә бер ваҡиға: туғыҙ йәшендә саҡта бер кисте йәйләүҙә һарыҡ-кәзә көтөүе эргәһендә, аулаҡта, оҙаҡ ҡына ҡурай уйнап ултыра-ултыра ла бер аҙға туҡтап ҡала. Шул мәлде күтәрелеп тороуы була, бер бүре быға ташланған еренән тешләмәйенсә төкәлеп үтеп китә. Баҡһаң, малай ултырған саҡта, уны һарыҡ тип, тотоп алмаҡ булған икән. Әҙәм балаһы икәнен белгәс, теймәй үтеп киткән булып сыға.
Ҡурайсы тураһында һөйләгәндә, был мажаралар ниңә кәрәк булды һуң әле, тиерһегеҙ. Хикмәт шунда: һәр кем үҙенең бүтән берәүҙекенә лә оҡшамаған эске донъяһы менән йәшәй, һәр кемдең ерҙә үҙ юлы, үҙ яҙмышы, үҙенең уй һәм кисерештәре бар. Йырсының, ҡурайсының күңелендә, күҙ алдында ҡалған, теп-тере һын булып һаҡланған иҫтәлектәр асылда уның ижадының үҙенсәлеген дә, был осраҡта һоҡланып туя алмаҫлыҡ тәбиғилеген дә билдәләй.
1925 йылда Рәхмәтулла ағай Ниғмәтулла тигән ике туған ҡустыһы менән яурынға ҡапсыҡ йөкмәп, Уралға ағас ҡырҡыр- ға баралар. «Түбә руднигына ер аҫты шахтаһына икешәр метр оҙонлоғондағы таяуҙар әҙерләү өсөн урманда ятып ағас ҡырҡабыҙ. Ял көнө бөтөнөбөҙ ҙә Ҡолсора ауылына ҡайтабыҙ. Ҡолсоралар, ҡурайсы килгән, ҡурайсы, шәп ҡурайсы, йәш ҡурайсы, тип шаулап йөрөйҙәр. Шуға күрә Ҡолсора ауылының бөтөн ҡыҙҙары шәмбе көндәрен кис, ауылдан ике саҡрым ергә юлға сығып, юл ситендә теҙелеп, беҙҙең ҡайтҡанды көтөп ултыра торғайнылар, теҙелеп ултырған турғайҙар кеүек. Беҙ йәйәү киләбеҙ балта-бысҡыларҙы йөкмәп, ҡулда — ҡурай. Ҡыҙҙар янына килеп еткәс, бөтөнөбөҙ ҙә туҡтайбыҙ. Миңә ҡурай уйнарға әйтәләр. Шунда ҡыҙҙарҙы бейетеп, бейешеп, ҡайтып килә инек ауылға ял һайын». Ә икенсе бер мәлде, ошолай ағас ҡырҡып йөрөгән саҡта, урманға Түбәнән хужа, Ғафаров тигән кеше, һәм уның ярҙамсыһы, үҙе лә ҡурайсы, Тимербулатов килеп төшә. Хужалар килеп төшә лә Рәхмәтулла Бүләкәновҡа: «Ҡустым, һине шәп ҡурайсы тиҙәр. «Кәмәлек» көйөн уйнай тип ишеттек. Әйҙә, ҡустылар, ағас ҡырҡмағыҙ, беҙгә ҡурай уйнағыҙ, беҙ Һеҙгә ағас ҡырҡҡандан күберәк аҡса түләйбеҙ, әйҙә «Кәмәлек» көйөн уйна әле, беҙ тыңлайыҡ»,— тип ҡурай уйнаған өсөн аҡса бирәләр. «Улар «Кәмәлек» көйөн уйнатты-уйнаттылар ҙа ҡайтып киттеләр. Беҙ ул көндө ағас ҡырҡманыҡ. Аҡса ла булды. Улар көн дә килеп ҡурай уйнатмай ҡалмаҫтар ине».
Эйе, ҡурайсыға ла, ҡурай моңона ла оло мөхәббәт йәшәй башҡортта. Хәйер, бына беҙҙең заманда оҙон көн буйына эш хаҡынан да күберәк аҡса түләп, берәй данлыҡлы ҡурайсынан, әйтәйек, шул уҡ «Кәмәлек» көйөн уйнатып, шул көйҙөң нескә боролоштарынан йәм һәм кинәнес табып ултырыусы, талантлы кешеләрҙең ҡәҙерен белеүсе ил ағалары бармы икән? Йәнә килеп, нимә һуң был ҡурай моңона мөкиббән китеү — бер ҡатлылыҡмы, әллә һирәк кешеләргә бирелә торған рухи Юғарылыҡтанмы, башҡорттоң оло йөрәклелек күренешеме? V
Икенсе бер ваҡыт, бынан ике йыл алдараҡ, ауылда ағай- эне бер булып туй үткәрә. «Ул ваҡытта мин ун биш йәштә инем,— тип яҙа Рәхмәтулла ағай.— Икенсе ауылдан биш дуға ҡунаҡ килде. Боронғо йола буйынса, ирҙәр бер йортта ҡунаҡ була, ҡатындар — икенсе йортта. Мин иһә ирҙәр араһында ҡунаҡ булып ултыра инем. Дүрт еңгәй үҙҙәре ҡунаҡ булып ултырған йорттан килделәр ҙә: «Ништәп бында ғына ҡурайҙа уйнап ултыраһың? Етәрлек уйнаның, әйҙә беҙгә лә уйна,— тип ике ҡулымдан, ике аяғымдан тотоп, күтәреп алдылар ҙа киттеләр урам буйлатып ҡатындар ултырған йортҡа. Күтәреп алып барып ултыртып ҡуйҙылар ҙа ҡурайға тәңкә таға башланылар уныһы ла, быныһы ла. Ҡайһыныһы әйтә: «Оҙон еп менән тағам, оҙон ғүмерле булһын...» Ҡурайҙың буйы тәңкә менән тулды, шауҙырлап тора. Шауҙырлаған килеш ҡурай уйнайым, бейетәм, рәхмәт әйтәләр миңә».
Йә инде, ошо килеш тәңкәләре сылтырап торған ҡурай көйҙәренә бейешеп, йырлашып күңел асыуҙар нисек итеп күңел түрендә йәшәмәһен дә йөрәгеңә йәшлектең яҡты иҫтәлеге булып яғылмаһын.
Рәхмәтулла ағай 1928 йылда Түбә руднигына шахтер булып эшкә керә. Ике йыл шахтала эшләп, төрлө бәлә-ҡазаларҙан иҫән-һау ҡалып, 1930 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Укра- инаның Изославль ҡалаһында, Үрге Яйыҡ унынсы башҡорт ҡыҙыл казактар атлы полкында туғыҙ айлыҡ полк мәктәбендә уҡый. Бында ул ат уйынында ла, төҙ атыуҙа ла оҫталыҡ күрһәтеп, һәммәһен дә аптырашта ҡалдыра. «Мин снайпер булдым. Ике йөҙ илле метрҙан ятҡан ерҙән атып, илле очко йыйҙым»,— ти ул үҙе. Көнбағыш һабағының эсен таҙартып, ҡурай яһап, көн дә кис урыҫын да, башҡортон да ҡурайҙа уйнап бейетә. Артабан Монголия сигендә хеҙмәт итә. Бында оҫта снайпер булып таныла. 1933 йылда армиянан ҡайтып, ике йыл милиционер була, бер йыл Баймаҡ янғын һүндереү командаһында эшләй. 1936—1940 йылдарҙа йәнә шахтер.
«1941 йылда Сибай шахтаһында эшләп йөрөгән еремдән Өфөгә саҡыртып алдылар... һуғыш башланғас, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ булып тороп ҡалдым. Сөнки, шахтанан сыҡҡас, бер нисә мәртәбә өйәнәк тотоп, аппендицитҡа операция яһанылар. Әсемдән беләк буйы булып эсәккә тулған ҡап- ҡара таш алдылар,»— тип яҙа Рәхмәтулла ағай. Был ваҡытта ул Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләп йөрөгән була. Рәхмәтулла ағай үҙе: «Артист-ҡурайсы, башҡорт бейеүсеһе һәм беренсе башҡорт фокуснигы булып эшләй башланым»,— тип яҙа. Әммә беҙгә уның ниндәй бейеүсе һәм ниндәй фокусник булыуы тураһында, үкенескә ҡаршы, бер ни ҙә билдәле түгел. Ә инде Рәхмәтулла Бүләкәнов тигән арҙаҡлы ҡурайсының оҙаҡ йылдар буйы, хатта пенсияға сыҡҡандан һуң да, Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләүе, Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән Союздың бөтөн тарафтарында ла йөрөгән алыҫ юлдары тураһында һөйләй китһәң, был очерктың тағы бер бүлеген яҙырға кәрәк булыр ине.
Тик 1943 йылда дүрт ай буйы фронтта концерт ҡуйып йөрөгән ваҡыттары, унда артистар ултырған машинаның минаға эләгеп шартлауы, Хоҙайҙың рәхмәте менән һау-сәлә- мәт ҡалыуы, ҡурай моңо яугирҙарҙың күңелен күтәреүҙәре тураһында нисек әйтмәйһең инде. Йәки, 1946 йылда Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй башлап, 1947 йылда — ете ай, 1948 йылда һигеҙ ай буйы Алыҫ Көнсығышта хәрби частарҙа концерттар биреп, Владивостокка, Сахалинға, Кам- чаткаға тиклем барып етеп, оҙайлы сәфәрҙәрҙә йөрөп ҡай- тыуҙары — үҙе бер ҡыҙыҡлы әңгәмә темаһы. Әммә шул сәфәрҙәр менән бәйле ғибрәтле бер ваҡиғаға туҡталмайынса булмай.
1948 йылғы гастролдәр ваҡытында Рәхмәтулла ағай, климат ярамайынса, ҡаты ауырып китә. Ҡаты штормдар ваҡытында Сахалиндан Камчаткаға, унан Владивостокка әйләнеп килгәс, бөтөнләй хәлдән тая, уны больницаға һалалар. Ансамбль бында бер ай буйы концерттар биреп, Башҡортостанға ҡайтыр ваҡыт етә. Ә ауырыуҙың хәле һис кенә лә яҡшырмай. Шул ваҡыт Рәхмәтулла ағай ансамблдең директорына: «Мин бында ҡалһам, үләм. Төшөмдә күрҙем,— ти.— Үҙебеҙҙең тыуған яҡтың ярты стакан һыуын эсһәм, йүнәләм». Уны, врачтың ҡушыуы буйынса, поезд ҡуҙғалып китергә егерме минут ҡына ҡалғас, күтәреп алып сығып, машинала вагонға алып барып, ҡайтыу юлына сығалар. Поезд Владивостоктан Өфөгә ун ике тәүлек килә икән. «Иптәштәр минең башты күтәреп, ашатып-эсереп киләләр вагонда,— тип яҙа ул үҙе.— Мин йөҙ түбән ятам. Ете-һигеҙ көн үткәс, поезда бер көн иртән ҡалҡып торҙом да ултырҙым. Иптәштәр минең тороп ултырғанды күрҙеләр ҙә аптыраштылар. Шаулашып килделәр минең янға, нисек торҙоң, тип минән һорайҙар. Мин әйтәм, әллә, торҙом да ҡуйҙым, тим. Шулай булды: мин үҙебеҙҙең яҡтың һауаһына килеп сыҡҡайным, арыуланып йүнәлә башланым...»
Иҫтәлек яҙмаларының «Союзда ҡурай уйнап үткән ҡайһы бер ҡалалар» тигән бүлеге менән дә танышайыҡ. Рәхмәтулла Бүләкәнов бында 1947 йылдан алып 1975 йылға тиклем Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле составында гастролдәрҙә булып үткән республикаларҙың һәм ҡалаларҙың исемдәрен атап үтә. Бына ул исемлек: Украина, Үзбәк- стан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Ҡаҙағстан, Мәскәү, Ленинград (Санкт-Петербург), Тбилиси, Краснодар крайы, Новокузнецк, Сахалин, Камчатка, Чукотка, Владивосток, Иркутск, Новосибирск, Барнаул, Силәбе, Литва, Латвия, Эстония һ. б. Сит илдәрҙән — Чехословакия. Был гастролдэр- ҙә уның ҡурай моңона, йә булмаһа ҡурай һәм баянсылар оҙатыуында Мөхәммәт Иҙрисов «Байыҡ»ты, М. Иҙрисов, Ә. Фәхретдинов, 3. Исмәғилев «Өс таған»ды, Рәшиҙә Туйсина «Заһиҙә»не һ. б. бейейҙәр. Концерттарҙа ҡурай моңон айырым да уйнап ишеттерә. Уны һәр ерҙә алҡышлап та, яратып та, ғәжәпләнеп тә ҡаршы алалар. Башҡортостан радиоһындағы яҙмалар араһында, төрлө йылдарҙа сыҡҡан грампластинкаларҙа Мәғәфүр Хисмәтуллин, Сөләймән Абдуллин, Ғата Сөләймәнов, Әсмә Шайморатова, Хәбир Ғәлимов, Рәшиҙә Әхмәҙиева, Фәниә Хәлитова, Зәки Мәхмүтов һымаҡ атаҡлы йырсыларҙың Рәхмәтулла Бүләкәновтың ҡурайына ҡушылып йырлаған күп кенә йырҙары һаҡлана. Был оло хазинаны бергә йыйып өйрәнәһе, унда йырсыларҙың да, ҡурайсының да башҡарыу оҫталығына хаҡлы һәм тулы баһаһын бирәһе бар.
Рәхмәтулла Бүләкәнов үҙенең репертуарындағы ҡурай көйҙәренең исемлеген дә теҙеп яҙып сыҡҡан. 105 көй һәм шуларҙың күпселеге — башҡорт халҡының классик оҙон көйҙәре! Был бит әле уның бары тик концерт репертуары ғына. Ул белгән һәм уның үҙ алдына, үҙенең зауҡы өсөн генә яратып уйнаған көйҙәре лә бихисап, ә исемлектә иң элек ошондай әҫәрҙәр атап әйтелә: «Урал», «Буранбай», «Шаһибәрәк», «Ғилмияза», «Тәфтиләү», «Ҡаһым түрә», «Сибай», «Бейеш», «Сәлимәкәй», «Төйәләҫ», «Ҡолой кантон», «Баяс», «Ғайса ахун», «Илсе Ғайса», «Кәмәлек», «Таштуғай», «Аҡмәсет», «Томан», «Зөлхизә», «һандуғас» ... һ. б.
Күренеүенсә, Рәхмәтулла Бүләкәновтың исеме беҙҙең дәүерҙең иң күренекле, иң оҫта ҡурайсылары, халыҡ музыка сәнғәтенең сағыу йондоҙҙары рәтенә ҡуйылырға тейеш. Уның илһамлы моңо, рухы, ул уйнаған башҡорт көйҙәре халҡыбыҙҙың йөрәк түрендә йәшәй.
1994
Рәшит Шәкүр.
Читайте нас: