-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
7 Апрель 2021, 20:15

Беренсе һанлы уҡытыусылар

Башҡорттарҙан беренсе СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы Хәнифә Сираж ҡыҙы Искәндәрова менән Башҡорттарҙан беренсе Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина.Бөтөн ғүмерҙәрен балалар уҡытыуға, тәрбиәләүгә арнаған, ҡатмарлы һәм яуаплы хеҙмәт юлы үткән, күпме баланы оло тормош юлына оҙатҡан ҙур йөрәкле, изге күңелле халыҡ уҡытыусылары хаҡында сайтта:

Хәнифә Сираж ҡыҙы Искәндәрова 1928 йылдың 20 мартында Салауат районының Яхъя ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килә.
Аяуһыҙ һуғыш йылдары. Етенсе синыфты ғына тамамлаған Хәнифә Сираж ҡыҙы ауылда иҫәпсе булып эш башлай.
Белемгә ынтылыуы шул тиклем көслө була уның, ауыр йылдар тип тормай, 1944 йылда Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Уҡыу йортон бик уңышлы тамамлап, Өфө уҡытыусылар институтында, хәҙерге Башҡорт дәүләт университетында уҡыуын дауам итә.
1949 йылда Салауат районының Арҡауыл мәктәбендә, биология уҡытыусыһы булып, хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Миәшәгәр, Торналы, Малаяҙ мәктәптәрендә уҡыта. Арҡауыл урта мәктәбендә хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй.
Алдынғы уҡытыусы Хәнифә Сираж ҡыҙы Мәғариф өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана. КПСС-тың 24-се съезы, Беренсе Бөтә Союз уҡытыусылар съезына делегат була. Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин ордены кавалеры, БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы миҙалдары, Почет грамоталары, СССР-ҙың Халыҡ уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемдәренә лайыҡ була.
Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы, үкенескә күрә, яңыраҡ ҡына, 2020 йылдың 4 сентябрендә 91 йәшендә яҡты донъяны ташлап китте. Әммә даны ҡалды, уҡыусылары ҡалды.
Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылында 1942 йылдың 1 ғинуарында тыуған.
Лиза Ҡыям ҡыҙы кескәй сағынан бик һәләтле бала булып үҫә. Һуғыш ваҡытында Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылына Ленинградтан көслө уҡытыусылар эвакуацияланған була. Химия уҡытыусыһы Изида Алексеевнала уҡыу бәхете тейә Лиза Ҡыям ҡыҙына. Уҡытыусыһын әле лә оло хөрмәт менән иҫкә ала. Лиза үҙе лә бик һәләтле бала була: шиғыр ҙа яҙа, мандолинала ла уйнай. Ул, моғайын, әҙәби ижад даирәһенә юлланыр, тип көтә барыһы ла. Әммә ҡыҙ Бөрө педагогия институтының химия- биология факультетына уҡырға инә.
Хеҙмәт юлын 1959 йылда мәктәптең өлкән пионервожатыйы булып башлай. 1966 йылда Бөрө педагогия институтын тамамлап, уҡытыусы һөнәренә эйә булған Лиза Ҡыям ҡыҙы Салауат районының Малаяҙ, Түбәнге Ҡыйғы мәктәптәрендә химия һәм биология фәндәренән уҡыта. Ҡыйғы районы мәғариф бүлегенең методика кабинеты етәксеһе була. 1971 йылдан Өфө мәктәптәрендә химия фәне буйынса олимпиада дәрестәре алып бара.
Мәғариф өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Лиза Ҡыям ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы исемдәренә лайыҡ була.
“Уҡытыусыны бер ниндәй ҙә аҡыллы машина алмаштыра алмай. Уҡыусыларым тәртипле, аҡыллы, ижади һәм изге күңелле булһын тип тырыштым. Был донъяла бөтөн нәмә лә тик аҡса менән генә үлсәнмәй. Кеше күңеленең рухи ҡиммәттәре, матди хазиналарҙан күпкә өҫтөн,” – ти ул.
Зөбәржәт ЯҠУПОВА.
Читайте нас: