+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
6 Апрель 2021, 12:46

БӨЙӨКТӘРҘЕҢ БӨЙӨГӨ

Ерәнсәкәй атым елгән саҡта, Ышлыяһы уның киң кәрәк. Боронғо ла йырҙар йырлар өсөн, Аҡ ебәктән йомшаҡ тел кәрәк.(Халыҡ йыры)

БӨЙӨКТӘРҘЕҢ БӨЙӨГӨ (Йомабай Иҫәнбаев) - Р.Шәкүр "Сыңрау торналар иле"

1966 йылдың ноябрь башы ине. Минең «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә эшләп ултырған ваҡыт. Көтмәгәндә журналист Ирек (паспорттағы исеме — Әкрәм) Арғынбаев ағай беҙҙең быуын йәштәре бөтөнләй ишетмәгән-белмәгән мәшһүр бер башҡорт тураһында мәҡәлә яҙып килтерҙе. Ҡульяҙманы уҡып, ҡурайсының ҡурай тотоп төшкән фотоһын күреп, ғәжәпләнеүебеҙҙең сиге булманы, күңелдә милләтебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғолары тулышты. Бөйөк халыҡ музыканты, XX быуат башҡорт ҡурайсылары араһында атаҡлыларҙың да атаҡлыһы, исеме үҙе тере саҡта уҡ легендаға әйләнгән һоҡланғыс талант эйәһе Йомабай Иҫәнбаевҡа арналған мәҡәлә ине ул. (Үкенесле, әлбиттә: ошондай һис ҡасан онотолмаҫҡа тейешле шәхестәребеҙҙең дә исемдәрен онотторған дәүерҙә үҫкәнбеҙ икән шул беҙ.) Тиҙҙән, 1966 йылдың 18 ноябрендә, «Донъяны таң ҡалдырған ҡурайсы» тигән исем аҫтында әлеге мәҡәлә гәзиттә баҫылып та сыҡты. Шул ваҡыттан башлап мин башҡорт ҡурайының һәм башҡорт ҡурайсыларының донъя халыҡтары рухиятында ысын-ысынында илаһи һәм ғәжәйеп бер күренеш булып урын алғанлығына инандым, беҙҙең рухыбыҙҙы, көс-ҡеүәтебеҙҙе быуаттарҙан быуаттарға бөтөнөһөнән бигерәк ҡурай моңон, ҡурай моңона йырланған йырҙарыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалғанын аңланым. Шуның өсөн дә ҡурай менән ҡыҙыҡһыныу, ҡурайға булған һөйөү-табыныуҙың иге лә, сиге лә юҡ башҡорттоң йөрәгендә. Ҡурай һәм оҫта ҡурайсыларҙың һәр береһе халҡыбыҙҙың күңел түрендә йәшәй. Ә инде Йомабай Иҫәнбаев кеүек аҫыл заттар һәр ваҡыт Башҡорт иленең иң ҡәҙерле исемдәре, иң бөйөк шәхестәре йондоҙлоғонда торасаҡ.

Әлеге мәҡәлә баҫылыуға ла байтаҡ йылдар үтте. Асылда утыҙ-ҡырҡ йылдар буйы матбуғатта ләм-мим һүҙ әйтелмәгән мәшһүр ҡурайсының исеме яйлап булһа ла халыҡҡа кире ҡайта барҙы. Ирек Арғынбаевтан һуң Йомабай Иҫәнбаев хаҡында күренекле йырсы, РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы Ирма Петровна Яунзем үҙенең «Кеше йыр артынан бара»1 исемле китабында бик ҙурлап иҫкә алып үтә, китапта икеһе бергә төшкән фотоны урынлаштыра. Йомабай Иҫәнбаев уның менән бергә 1927 йылдың йәйендә Германияның Майндағы Франкфурт ҡалаһында Бөтөн донъя музыка күргәҙмәһендә сығыш яһаған. Ирма Петровна «Ҡурай» һәм «Абдрахман» тигән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарғанда уға ҡурайҙа ҡушылып уйнай. 70—80-се йылдарҙа арҙаҡлы ҡурайсы һәм драма артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ғата Сөләймәновтың үҙенең остаҙына арнаған хәтирәләре ғәйәт ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының 1978 йылдан башлап Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға ҡурайсылар, ҡумыҙсылар, думбырасылар, өзләүселәр араһында республика конкурстарын үткәреүе заманында оло әһәмиәт ҡаҙанды. Был бәйгеләрҙә Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Азат Айытҡолов, Юлай Ғәйнетдинов, Мөхәммәт Түлебаев, Ишморат Илбәков, Ташбулат Дәүләтшин, Зыя Хәлилов, Роберт Юлдашев, Асрар Ғазин һымаҡ талантлы ҡурайсылар лауреат исемен алыуға өлгәштеләр. Артабан был бәйгеләрҙең урыны һәм йөкмәткеһе үҙгәртелеп, бөйөк ҡурайсының тыуған яҡтарына — Хәйбулла далаһына күсерелде. Хәйбуллалар 1988 һәм 1989 йылдарҙың йәйге айҙарында башта Матрай совхозында, унан район үҙәге Аҡъярҙа Йомабай Иҫәнбаев көндәре үткәреп, уны боронғо йыр, ҡурай бәйгеләре, меңәрләгән тамашасы ҡатнашлығындағы халыҡ бәйгеһе кимәленә күтәрҙеләр. «Милли йыр, ҡурай сәнғәтенең изге йола байрамы кимәленә күтәрелгән был оло йыйындарында,— тип бик дөрөҫ билдәләне Ҡәҙим Аралбай,— халҡыбыҙҙың талантлы ил улына бөтмәҫ-төкәнмәҫ ихтирамы, йөрәк хистәре сағылды» .
1988—1990 йылдарҙа республика матбуғатында, шулай уҡ Хәйбулла районының «Хеҙмәт байрағы» гәзитендә Йомабай Иҫәнбаев тураһында бер-бер артлы мәҡәләләр, иҫтәлектәр, башҡа төрлө материалдар донъя күрә. Был эш бигерәк тә 1991 йылда, бөйөк ҡурайсының тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, йәнләнә, әүҙемләнә төштө. Бигерәк тә Юлай Ғәйнетдинов, Ҡәҙим Аралбай данлыҡлы милләттәштәребеҙҙең исемен тергеҙеү буйынса тырышлыҡ күрһәттеләр. Йомабай Иҫәнбаевҡа арналған шиғырҙар, ҡобайырҙар ижад ителә. Иң мөһиме — Хәйбулла районында ҡурайсының 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы 1991 йылдың 22—23 июнендә тантана көндәре ойошторолдо. Йомабай ағайҙың тыуған Үрге Смак ауылы эргәһендәге оло аҡланда үткәрелгән был байрам республика күләмендәге һирәк тамашаға әйләнде. Унда Башҡортостан һәм башҡорттар йәшәгән күрше-тирә әлкәләрҙән талантлы ҡурайсылар, йырсылар, сәсәндәр, бейеүселәр, өзләүселәр, художестволы үҙешмәкәрлек коллективтары сығыш яһаны. Юбилей көндәре программаһында иң ҙур ваҡиға ҡурайсылар бәйгеһе булды. Унда 40-тан ашыу ҡурайсы үҙенең һәнәрен һәм талантын күрһәтте. Бер ыңғай еңеүселәрҙең исемдәрен дә атап үтәйек. Бәйгелә «Иң өлкән ҡурайсы» тигән приз булдырылып, уға Баймаҡ районы Абҙаҡ ауылынан Рәхимйән Алсынбаев лайыҡ булды. Өлкән ҡурайсыларҙан йәнә Баймаҡтан Шәкирйән Галин — икенсе, Бөрйәндән Дәүләтбай Рәхмәтуллин өсөнсө урынды алды. Әбйәлилдән Хәсән Әхмәтшин үҙенә генә хас моң — үҙ үәзене менән уйнап, ихтирам ҡаҙанды. Иң ҙур бүләкте — Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призды — йәш ҡурайсы, «Каруанһарай» фольклор-эстрада ансамбле солисы Рәсүл Ҡарабулатов яуланы. Икенсе урын Нәзир Ишемғоловҡа, өсөнсө ике урын Фәтих Теләүғолов менән Риф Ҡәйепҡоловҡа бирелде.
Тарихи ғәҙеллекте тергеҙеп, республикабыҙ Юғары Советы Президиумы нәҡ ошо байрам көндәре алдынан бөйөк халыҡ музыканты Йомабай Мотиғулла улы Иҫәнбаевҡа «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем биреү тураһында Указ сығарҙы. Был хаҡта бәйгене тантаналы асҡан минуттарҙа иғлан ителде һәм Указдың Грамотаһы Юғары Совет Президиумы исеменән Йомабай ағайҙың ҡыҙы Фәриғәгә тапшырылды. Фәриғә апай был ҡәҙерле документты «Матрай» совхозы үҙәгендә асыласаҡ музейға тапшырасаҡмын, тине. Бында йыйылған халыҡ Аҡъярҙағы балалар сәнғәт мәктәбенә, район үҙәгендәге бер урамға Йомабай Иҫәнбаев исемен биреү тураһындағы хәбәрҙе хуплап ҡаршы алды. Юбилейға Башҡортостан радиоһы ғәжәп бер бүләк алып килгәйне. Ул — Йомабай Иҫәнбаев башҡарыуында ҡурай яҙмаһы. Был һирәк ҡомартҡы шағир Батыр Вәлидтең ғаиләһендәге магнитофон таҫмаһында һаҡланған. Байрам тантанаһы бөйөк ҡурайсының бына ошо үҙе башҡарған ҡурай тауышы менән та-мамланды.
Бөйөк ҡурайсының ҡатмарлы тормош юлы һәм илһамлы ижады — айырым бер китап темаһы. Ауыр һәм болғауыр заманаларҙа йәшәп, күпте күрергә, бик күп һынауҙар аша үтергә тура килгән уға. Билдәле материалдар Йомабай ағайҙың һәр йәһәттән дә ҡаһарман шәхес булыуын, тормоштоң ғәрәсәтле ел-дауылдары алдында баш эймәйенсә, фани донъялағы үҙенә тейгән ғүмер юлдарынан бәһлеүәндәрсә үтеп, башҡорт тарихында яҡты бер йондоҙ булып балҡыуын раҫлай.
Атаҡлы кешеләр тураһындағы материалдарҙа һүҙ ғәҙәттә уларҙың яҙмышындағы күренекле ваҡиғалар тирәһендә барыусың. Шул сәбәпле уларҙың тормош юлын, биографияһын тулыраҡ күҙ алдына килтереү мөмкинлеге юғала, кеше ғүмеренең ҡатмарлы яҡтарына, көнкүреш деталдәренә, көндәлек йәшәйеш поэтикаһына иғтибар бирелмәй. Ә бит быларҙың барыһы ла бик мөһим. Был йәһәттән, мәҫәлән, 1987 йылда Йомабай Иҫәнбаевтың улы Сәлихйән Иҫәнбаев менән осрашып, унан атаһы тураһында мәғлүмәттәр яҙып алып ҡалыуыма әле булһа ҡыуанып бөтә алмайым1 . Мәшһүр ҡурайсыбыҙ биографияһын унан алынған материалдарҙан тыш күҙ алдына килтереп тә булмаҫ ине.
Иң элек Сәлихйән ағайҙың үҙе менән таныштырып үтәйек. 1920 йылдың 18 декабрендә тыуған. Дүрт йыл буйы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ленинград фронтында яраланып, бер йыл госпиталдә ятҡан. Унан Көньяҡ фронтта, танкыла механик-водитель вазифаһында Туапсе — Майкоп — Армавир аша үтеп, Орел — Курск дуғаһындағы алыштарҙың уртаһында була. Черниговщина, Полесье, Польша, унан ары Берлиндың уң яғынан уратып, Белостокта американдар менән осрашып туҡтайҙар. 1946 йылда демобилизацияланып, тимер юл төҙөлөштәрендә эшләй Сәлихйән ағай. Аҙаҡ ҡатыны Гөльямал апайҙың тыуған төйәге — Белорет районының Абҙаҡ ауылында төпләнәләр. Өс ул, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Сәлихйән ағай менән осрашыуым, үкенескә күрә, тәүгеһе лә, һуңғыһы ла булып сыҡты. 1989 йылда ҡарт яугирҙың донъянан китеүе тураһында хәбәр килде.
«Атайым 1891 йылдың 6 авгусында хәҙерге Хәйбулла районының Үрге Смак ауылында тыуған,— тип яҙҙырған Сәлихйән ағай .— Әсәйем Сафия Әбделнасир ауылынан төшкән. Атайым 1943 йылда Воронеж фронтында һәләк булды».
Иғтибар итегеҙ: 1943 йыл, Воронеж фронты. Был мәғлүмәт Йомабай Иҫәнбаевтың биографияһы өсөн ифрат мөһим. Сөнки ул 1940 йылда, нахаҡҡа ғәйепләнеп, ҡулға алынған була. 1991 йылда баҫылып сыҡҡан «Йомабай Иҫәнбаев: Башҡорт халҡының мәшһүр ҡурайсыһы» тигән буклетта әйтелгәнсә, мәҫәлән, уның һуңғы хәбәре 1941 йылда Ульяновск ҡалаһынан фронтҡа китеп барыуы тураһында яҙған хаты була. (Тимәк, был мәсьәлә асыҡ көйө ҡала.)
«Ғаиләлә улар өс бала үҫә: Йомабай, уның ҡустыһы Ғәлимйән, һеңлеһе Зөбәйлә. Атайымдың атаһы Мотиғулла. Улар ҙа өсәү: Хисмәт, Ғиззәт, Мотиҡ,— тип дауам иткән Сәлихйән ағай.— Ырыуыбыҙ түңгәүер. Түңгәүер башҡорттары булабыҙ. Нәҫелебеҙҙе һыбайҙар тиерҙәр ине. Сөнки атай-олатайҙар бик эре, ғәйрәтле булған. Ана шул Ғиззәт ҡартты туғыҙ өйөр йылҡы араһынан (һәр береһендә ҡолонло 40-ар бейә) бер саптар ғына күтәрә алған. Ҡеүәтле ат булған».
Йомабай Иҫәнбаев тураһындағы мәҡәләләрҙә уның буйы, һынына ҡараған аныҡ мәғлүмәттәр юҡ. Сәлихйән ағайҙың бына был һүҙҙәрен мин уның ауыҙынан сыҡҡан көйөнсә дәфтәремә теркәп ҡуйғанмын: «Атайым ауырлыҡҡа 145 килограмм, йәғни 9 бот ярым, буйы 2 метрлы бәһлеүән кәүҙәле уҙаман ине, мин уның яурынынан ғына була торғайным,— тип шаһитлыҡ итте ул. Атаһының күрше Әбделнасир ауылы мәҙрәсәһендә Яңыбай хәлфәнән һабаҡ алғанлығы, аҙаҡ үҙ алдына уҡып, белемен тәрәнәйтеүе тураһында һөйләне.
«Атайым бөтөн башҡорт көйҙәрен уйнай ине, бөтөнөһөнөң тарихын белә торғайны,— тип Сәлихйән ағай өлкән бер замандашының һүҙҙәрен хәтерләп алды.— Мына Абҙаҡта Сафа Мәғәфүров тигән ағай бар ине. Былтыр үлеп ҡалды. 1919 йыл март айында Йомабайҙы Стәрлетамаҡта күрҙем, ундай таҙа кешене, ундай ҙа оҫта ҡурайсыны бүтәнсә үҙ ғүмеремдә күргәнем булманы, тип һөйләр ине».
Һүҙ ҙә юҡ, Йомабай Иҫәнбаев тәбиғәттән, бар булмышы менән илаһи ҡурай сәнғәте өсөн тыуған бик һирәк һәм бик зирәк бер зат булғандыр, күрәһең. Ҡурай башҡорт ерен, башҡорт донъяһын йыһан менән, юғары аң менән тоташтыра, ул беҙҙең рухыбыҙҙы һаҡлап тора, беҙ, халыҡ булараҡ, ҡурай моңо һәм ҡурай тауышына йырланған көйҙәребеҙ менән мәңгелеккә олғашабыҙ. Ә Йомабай кеүек оҫталар ергә осраҡлы ғына килмәйҙәр. Халҡына һәм кешеләргә изгелек өсөн тыуған ундай илаһи заттар — ысын-ысынында йыһан илселәре улар.
Кесе йәштән йыр, моң тыңлап, йыр-көй тарихтарын хәтеренә һеңдереп үҫә Йомабай. Ҡурайсылыҡ таланты ла иртә асыла. Ҡурайға иң элек ауылдашы һибәтулла Ҡотошовтан, Ғәббәс, Сибәғәт, Ғәниулла тигән ике туған ағаларынан өйрәнә. Сәлихйән ағайҙың: «Башҡорт көйҙәренең бөтөнөһөн дә белә ине»,— тигән һүҙҙәре дөрөҫкә яҡындыр шул. Уның 17 йәшендә үк йөҙҙән ашыу башҡорт халыҡ көйөн ҡурайҙа уйнауы, ә ғөмүмән, 150 көйҙө яратып башҡарыуы тураһында мәғлүмәттәр һаҡланған. «Оҙон буйлы, киң күкрәкле, еңел хәрәкәтле, үткер ҡарашлы, төҫкә һылыу был егет һабан туйҙарында, тирә-яҡта үткәрелгән ҙур йыйындарҙа, байрамдарҙа тәжрибәле ҡурайсылар, сәсәндәр менән ярыша башлай» .
1917 йылғы ваҡиғаларға мөнәсәбәте ниндәй булғандыр, әммә бына Сәлихйән ағай атаһының тормошонда 1918 йылда булып үткән ваҡиғалар тураһында ғаиләлә һаҡланған ошондай бер риүәйәтте яҙҙырғайны:
— Ул йылда атайым, ялсылыҡта йөрөп, Мөхәммәҙиә Кәримовтың йылҡыһын көткән. Ҡурай уйнап та йөрөгән унда. Шул ваҡытта уны, Ғәлимйән ағайҙы аҡтар алып киткән мобилизация менән. Атайым Орскиҙан ҡасып ҡайта. Бер ҡаҙаҡты яллап, арбаға тиреҫ тейәтеп, тиреҫ аҫтына ятып, Яйыҡ аша был яҡҡа сығарта — часовойҙан үтергә кәрәк бит. Ҡайтып, ат егеп, ҡабат бара Ғәлимйән ағайҙы ҡотҡарырға. Юҡ, һин ҡотолдоң, мин хаҡ яҙғанды күрермен инде, тип тороп ҡала. Аҙаҡ, бер ҡотоҡ ағыуланған була, шунан ағыулы һыу эсеп, ҡырыла улар.
Йомабай ағайҙың энеһе Ғәлимйән Иҫәнбаев, шулай итеп, ваҡытһыҙ үлеп ҡала. Шунан инде уның үҙенең, ҡулына мылтыҡ тотоп, башта аҡтарға, унан бандиттарға ҡаршы көрәштә ҡатнашыуы, 1920 йылдан Коммунистар партияһы сафына инеүе, ауыл Советы рәйесе, волость башҡарма комитеты ағзаһы (2-се Түңгәүер волосы), волость, кантон күләмендәге йыйылыштарҙа үҙенең ялҡынлы һүҙе менән дә, ҡурай моңо менән дә һәр эштең уртаһында булыуы яҡшы аңлашыла. Әммә совет дәүере сәйәсәтенең ниндәй булғанлығын беҙ хәҙер яҡшы беләбеҙ. Яңы тормош төҙөйбөҙ тип, яңы власҡа ихласлыҡ белдереп, бар булмышын илгә, халыҡҡа, хеҙмәткә арнаған күпме саф күңелле кешеләр эләкмәне уның тоҙағына. Был яҙмышты Йомабай Иҫәнбаев та тулыһынса үҙ башынан үткәрә. Тәүге мәртәбә уны 1921 йылдың декабрендә «продналог йыйыуға ризаһыҙлыҡ белдереүҙә һәм советҡа ҡаршы агитация алып барыуҙа» ғәйепләйҙәр. Бәхеткә, 1923 йылдың 28 ноябрендә, амнистияға эләгеп, аҡланып ҡайта.
Юғарыла телгә алынған иҫтәлектәрҙән күренеүенсә, Йомабай ағай 1919 йылда Стерлетамаҡҡа барып, үҙенең ҡурайы менән халыҡ алдында танылып йөрөгән булып сыға. Нәҡ Стәрлетамаҡта үҙенең һәнәрен күрһәтеүе лә аңлашыла: ул осорҙа Башҡортостандың мәркәзе була ла баһа Стәрле ҡалаһы. 1923 йылдың аҙағынан уны бик йыш Өфөгә саҡыртып ала башлайҙар. Ул йылдар — сәхнәләрҙә Йомабай ҡурайының айырыуса сағыу яңғыраған, уның ижад йондоҙо балҡып ҡабынған бер осор. «1923—1924 йылдарҙан атайым Өфөлә йөрөнө бер өс-дүрт йыл. 1925 йыл Парижға, 1927 йыл Берлинға барҙы,— тип һөйләне Сәлихйән ағай.— Швециялағы фотолары бар ине. Анда Германияға барған йылы йөрөп ҡайтҡан. Аның белән Ҡаҙағстандан бер аҡын бергә булған. Ҡурайға ла йырлаған ул». Уныһы инде, әлбиттә, Әмре Ҡашаубаев. Ә бына: «Атайымдың тәржемәсеһе бар ине — Мәскәүҙә, Людмила. (Фамилияһын онотҡанмын, Арғынбаев тапҡайны аны.) Башҡорт телен дә белгән, башҡортса өйрәнеп, атайыма ҡушылып, башҡорт йырҙарын йырлап та йөрөгән»,— тигән һүҙҙәр аптыратыңҡырап ҡуя. Кем булды икән ул тәржемәсе? Сәлихйән ағай уны йырсы Ирма Яунзем менән бутамағандыр ҙа. Был һорау әлегә асыҡланмай ҡала.
Йомабай Иҫәнбаевтың 1925, 1927 йылдарҙа Европа ҡала- ларындағы триумфаль сығыштары тураһында матбуғатта күп яҙылды. Был хаҡта мәшһүр ҡурайсы үҙе ошоларҙы һөйләп ҡалдырған:
«1925 йылда Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетына Мәскәүҙән Мәғариф халыҡ комиссары А. В. Луначарскийҙың телеграммаһы килеп төшә. Телеграммала Парижда асыласаҡ Бөтөн донъя декоратив сәнғәт күргәҙмәһенә ебәрергә ҡурайсы кәрәклеге хаҡында әйтелә. Шул уңай менән Йылайыр кантонына мөрәжәғәт иткәндәр. Кантон башҡарма комитеты рәйесе Айнулла Бикбов мине саҡыртып алды ла: Йомабай ҡустым, Парижға бараһың, Наполеонды еңеп, атай-олатайҙар йөрөгән Париж урамдарынан һин дә йөрөп ҡайт әле, тине» .
Артабан ул дәртләнеп-ҡанатланып ауылға ҡайтыуы, тау битләүендә аҡ сәскә атып ултырған ҡурайҙы күреп, Франция ерендә был юҡтыр, тип, уны тамыры менән ҡаҙып, үҙе менән алып китеүе, сит илгә кемдәр менән барыуы тураһында һөйләп бирә. Ҡурайсыны икенсе көндө үк Өфөгә саҡыртып алалар. Унан, изге теләктәр теләп, Мәскәүгә оҙаталар .
Архив материалдары араһында БАССР Халыҡ мәғарифы комиссариатының 1925 йылдың 21 майында Мәскәүгә, Башҡортостандың РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы эргәһендәге Вәкәләтлегенә Й. Иҫәнбаевты Парижға ебәреү айҡанлы яҙылған хаты һаҡланған. Был документта, юл сығымдарына ҡағылған мәсьәлә менән бер рәттән, Йомабай ҡурайсыға, «уның үҙенең күрһәтмәһе һәм инструкцияһы буйынса, ҡоростан йәки көмөштән яңы ҡурай эшләү өсөн саралар күреү» тураһындағы үтенес белдерелеүе ғәйәт ҡыҙыҡлы. Документаль сығанаҡтарҙа, ҡурай ике данала Мәскәүҙә эшләнгән, тип яҙыла. Үкенескә ҡаршы, Йомабай Иҫәнбаев өсөн махсус әҙерләнгән ул ҡурайҙар хаҡында башҡа мәғлүмәттәр табылмаған. Ә инде башҡорт милли кейеменә килгәндә, уны Мәскәүҙә Ҙур театрҙың мастерскойҙарында теккәндәр.
Мәскәүгә Париждағы концерттарға ҡатнашыу өсөн йәнә ҡаҙаҡ, үзбәк, әзербайжан, әрмән халыҡ йыр һәм музыка оҫталары араһынан талантлы вәкилдәр саҡырылған була.
Гастролгә тип әҙерләнгән программа ике тапҡыр Мәскәү тамашасыһына күрһәтелә. Йомабай Иҫәнбаев «Урал», «Буранбай», «Перовский» көйҙәрен башҡара. Уның өсөн Урал тәбиғәтен кәүҙәләндергән декорация эшләнгән була. Үҙәк гәзиттәр был сығыштарҙа айырыуса Йомабай Иҫәнбаевтың оҫталығын юғары баһалай. Ул көндәрҙә матбуғат биттәрендә бына нәмәләр яҙыла:
«Концерт һәйбәт булды! Был сезондың сағыу балҡышы. Башҡорт ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаев, ҡырғыҙ аншаһы (йырсыһы) Әмре Ҡашаубаев, үзбәк бейеүсеһе Тамара ханым, Сукиасов, Харибекишвили һәм Кахуровтарҙың әрмән триоһы — союздаш республикаларҙың «атҡаҙанған исемдәре» буйынса ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә халыҡ артистары» .
«Бында — тормош дөрөҫлөгө һәм халыҡтың көйлө-моңло рухы, уны бер ҡыҙыҡһыныу аша ғына ҡабул итмәйһең, бөтөнөһө лә юғары дәрәжәлә яңы, тәрән һәм сағыу. Башҡорт Иҫәнбаевтың ҡурайҙа уйналған моңһоу көйҙәре, Ҡашаубаев башҡарыуында ҡырғыҙ йырҙары иҫ киткес гүзәл» .
Артистар, халыҡ башҡарыусылары делегацияһы 1925 йылдың июль башында Мәскәүҙән Парижға юлға сыға. Концерттарға билеттар алдан уҡ һатылып бөткән була. Унда совет артистары барлығы ун бер концерт ҡуя. Бына Париждың ҙур театрҙарының береһе тамашасылар менән шығырым тулы. Йомабай ағай, аҙаҡ үҙе һөйләгәнсә, тәүҙә сәхнә артында «Урал» көйөн уйнай. Әкрен генә шаршау асылыуға, башҡорт милли кейемен кейгән килеш, ҡурайһыҙ ғына сәхнәгә килеп сыға. Ә сәхнәнең бер ситенә тупрағы менән әлеге тыуған Хәйбулла төбәгендә үҫкән ҡурайҙы килтереп ултыртып ҡуйған була. Меңәрләгән тамашасының күҙ алдында ул таҡыя башлы ҡурай үләнен һаҡлыҡ менән ҡырҡып ала, шунда уҡ тишектәр тишеп, «Байыҡ» көйөн уйнап ебәрә. Көйҙө уйнап бөтөүе була, зал уны геү килеп алҡыштарға күмә. Концерттарҙа һәр бер музыка ҡоралына берәр генә номер биреү күҙ уңында тотолған булһа ла, ҡурайсыны алҡышлап, ҡат-ҡат сәхнәгә сығаралар.
Парижда ҡурайҙы, Уралдан алып киленгән көпшә үләнде сәхнәлә киҫеп алып, илаһи бер моң һәм оҫталыҡ менән уйнап, тамашасыны таң ҡалдырып, шул сағында уҡ легендаға әйләнһә, концерттарҙа тағы ла ғәжәп хәлдәр булып ала әле. Бер мәлде концерт ваҡытында, Йомабай Иҫәнбаевты бер нисә мәртәбә саҡырып сығарғандан һуң, бер ҡатын сәхнәгә күтәрелеп, ҡурайсыны ҡотлап, ҡулын ҡыҫа һәм үҙенең алтын балдағын уның бармағына кейҙерә.
Йомабай ағайҙың Парижда булған көндәре тураһында һөйләгәндә тағы бер иҫтәлекле ваҡиға иғтибарҙы йәлеп итә. Сорбонналағы фонография кабинеты мөдире профессор Перно башҡорт ҡурайсыһы Й. Иҫәнбаев менән ҡаҙаҡтың йыраусы һәм думбырасыһы Ә. Ҡашаубаевты ҡунаҡҡа саҡыра һәм уларҙың йыр-көйҙәрен фонограф таҫмаһына яҙып ала. Йомабай ҡурайсы аҙаҡ «Урал», «Буранбай», «Байыҡ», «Ҡара юрға» көйҙәрен яҙҙырыуы тураһында иҫкә алып һөйләй торған була. (Ә бит ул яҙмаларҙың хәҙер ҙә һаҡланған булыуы ихтимал.)
Париждағы концерттарҙың барышын, ғәҙәттә, ундағы матбуғат ентекләп гәзит биттәрендә яҡтыртып барған һәм ул материалдар ҙа тулыраҡ өйрәнеүҙе көтәлер. Ә инде, үҙ ваҡытында француз телендә яҙылып, ташҡа баҫылған ошондай һүҙҙәр беҙҙең өсөн хәҙер ниндәй әһәмиәтле: «Беҙгә ысын халыҡ сәнғәтен — башҡорт, ҡаҙаҡ, үзбәк халыҡтарының музыкаһын ишетергә тура килде... Тәбиғилеге, моңға бай булыуы менән улар музыканың хәҙерге ҡуйылышынан бөтөнләй айырылып тора, аңлатыу мөмкин булмайынса, үҙҙәренең эске серле, сихри моң-зарҙары менән ғәжәпләндерә... Беҙҙең алдыбыҙҙа тикшерелмәгән яңы, бай моң даръяһы ята...
Ваҡыты менән ошо музыка ҡоралдары тауышына һағышлы һәм наҙлы ҡурай моңо килеп ҡушыла — был ғәжәп башҡорт музыканты Иҫәнбаев художестволы һәм әсир иткес арияларын ҡурайҙа шулай уйнай. Ҡурай көйҙө үҙенең ниндәйҙер һағышлы моң монарына уратып биреүе менән айырылып тора...»1
Парижда күрһәтелгән концерттарҙа арҙаҡлы француз яҙыусылары Рәмен Роллан, Анри Барбюс, мәшһүр урыҫ йырсыһы Федор Шаляпин була, улар халыҡ таланттарының сығышына ҙур әһәмиәт бирәләр.
Ошо гастролдән ҡайтҡас, Йомабай Иҫәнбаев ике йыл самаһы башҡорт драма театрында ҡурайсы-артист булып эшләй, «Салауат батыр», «Ашҡаҙар», «Ҡарағол», «Ынйыҡай менән Юлдыбай», «Шәүрәкәй» спектаклдәрендә ҡатнаша. Театрҙа улар өс ҡурайсы: Йомабай Иҫәнбаев, Ғиниәт Ушанов, Хәмит Әхмәтов Өфөлә һәм гастролдәр ваҡытында Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә, халыҡ моңдарын башҡарып, популярлыҡ ҡаҙаналар. Был ҡурайсылар триоһы Мәскәүҙең Ҙур театр сәхнәһендә лә сығыш яһап ҡайта.
Йомабай Иҫәнбаевтың ижади биографияһында уның 1927 йылдағы сит илгә гастролдәре мөһим урын тота. Шул йылдың йәйендә ул, Германияның Майндағы Франкфурт ҡалаһында уҙғарылған Беренсе Бөтөн донъя музыка күргәҙмәһендә ҡатнашып, тағы ла ҙур уңыш ҡаҙана. Бында башҡорт ҡурайсыһы «Урал»ды, «Буранбай»ҙы, «Сәлимәкәй»ҙе, «Сыңрау торна»ны уйнай, көслө ҡул сабыуҙар аҫтында йәнә өс тапҡыр сәхнәгә сығып, «Аҡмәсет», «Байыҡ», «Ҡара юрға» көйҙәрен башҡара. Бынан һуң совет артистары төркөмө Берлинға килеп, биш концерт ҡуя. Ошо ваҡыттан концерт төркөмөнөң Европа ҡалалары буйлап биш айға һуҙылған оҙайлы гастролдәре башлана. Башта Гамбург, Росток, Ганновер, Кёльн, Лейпциг, Шверин, Мюнхен ҡалаларында, унан Швецияның баш ҡалаһы Стокгольмда, йәнә Гетеборгта, Вестероста, Венерсборгта — барлығы 22 ҡалала булалар. Биш ай эсендә 54 концертта ҡатнашып, 55 боронғо башҡорт халыҡ көйөн уйнай Йомабай Иҫәнбаев .
Майндағы Франкфурт ҡалаһында уҙғарылған Беренсе Бөтөн донъя халыҡ-ара музыка күргәҙмәһендә Йомабай Иҫәнбаев СССР халыҡтарының йырҙарын һәр ҡайһыһын уларҙың үҙ телендә башҡарыусы данлыҡлы йырсы Ирма Яунзем менән бергә сығыш яһай. Ирма Петровна, Йомабай- ҙың ҡурайына ҡушылып, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара. Башҡорт йырҙарын йырлағанда ул сәхнәгә башҡорт кейемендә сыға торған була. һуңынан, 1973 йылдың 16 декабрендә, Ғата Сөләймәновҡа яҙған хатында ул мәшһүр башҡорт ҡурайсыһы тураһында тәрән хөрмәт менән яҙа. Бына уның хатынан өҙөктәр:
«Ул бик матур кеше ине, оҙон ғына буйлы, ҡарағусҡыл, мөләйем йөҙлө, аҡыллы ҡарашлы. Мин уның менән 1927 йылда Германияға, Беренсе Халыҡ-ара Бөтөн донъя музыка күргәҙмәһенә барыр алдынан таныштым. Беҙҙең концерттар Майндағы Франкфурттың Ҙур опера театрында барҙы — Йомабай ҡурайҙа башҡорт көйҙәрен уйнаны. Һәм ул иҫ киткес булды! Ғәжәп саф, яңы һәм һоҡландырғыс! Селтәрҙе хәтерләткән башҡорт моңо уның башҡарыуында иҫ китерлек матур биҙәктәр төшөрҙө, ул икһеҙ-сикһеҙ даланы ла, һабан турғайы моңон да, ҡыҙыу ҡояшты ла хәтерләтеп, ҡолаҡты иркәләне... Был гүзәллектән айырылыу мөмкин дә түгел ине».
Артабан Ирма Яунзем ошолай тип дауам итә: «Туп-тулы зал сит ил тамашасыларының ошо һоҡланғыс һәм илаһи рәссамға арнаған алҡыштарын, уның оло уңыштарын яҡшы хәтерләйем. Минең үҙемә лә Йомабай менән бергә сығыш яһау бәхете тейҙе. Ана шул концерттарҙа ике башҡорт халыҡ йырын ятлап йырлағайным. Улар «Ҡурай» һәм «Абдрахман» йыры, уны Иҫәнбаев юғары оҫталыҡта музыкаль яҡтан биҙәне.
Ул саҡта Йомабай Иҫәнбаев менән сығыш яһау минең өсөн ысын музыка байрамына әйләнә ине. Ошо тойғо тамашасыға ла күсә, ул беҙҙе өҙлөкһөҙ алҡыштарға күмә.
Дәртле, талантлы рәссам, ҡурайсы-музыкант Й. Иҫәнбаев менән булған концертты мин яҡты музыка байрамы итеп күңелдә һаҡлайым. Уны онотоу мөмкин түгел» .
1929 йылда Йомабай ҡурайсы тыуған ауылына ҡайтып, колхоз төҙөүҙә ҡатнашып, тулыһынса крәҫтиән тормошо менән йәшәүен дауам итә. Хәйер, уның күп балалы ғаиләһе, үҙе сит ерҙәргә сығып, оҙайлы гастролдәрҙә йөрөгәндә лә, Башҡорт драма театрында эшләгән сағында ла Үрге Смактағы йорттоң усағын һыуытмай. Үҙҙәре ҡарап үҫтергән Йомағәле тигән бер етем егет була. Утын-бесән әҙерләргә ул ярҙамлашып тора. (Йомабай ағай менән Сафия апай, Сәлихйән ағайҙан алда тыуып, сабый саҡтарында донъя ҡуйған өс баланан тыш, биш бала үҫтерәләр. Шуларҙың икеһе — Фәриғә менән Рәфиға апайҙар — әле иҫән-һауҙар).
Ауылда колхоз ойоштороп (уға «һарыкүл» тигән исем бирәләр), башта ул үҙе рәйес булып тора. Аҙаҡ сельпола, колхозда ревизор вазифаһын башҡара. Саҡырған саҡта Өфөгә барып ҡайта торған була, йылына бер-ике мәртәбә төрлө концерттарҙа ҡатнаша.
— 1936-мы, 1937-ме йылдар тирәһендә ауыл һайын, һәр береһен уйнатып ҡарап, ҡурайсылар йыйып йөрөнө, — тип хәтерләй Сәлихйән ағай. Артабан уның иҫтәлектәрендә ошондай әһәмиәтле деталдәр бар:
— Мин бала саҡта беҙҙән кеше өҙөлмәй торғайны. Килмәгән кеше булмағандыр. Солтан Фәйзуллин тигән ағай, ул саҡта начальник ГПУ, улай үтһә лә, былай үтһә лә, керер ине (Баймаҡ районы 2-се Этҡолдоҡо. Атайымдың Франция- ла ҡурай менән төшкән бер фотоһы анда ине). Килгән бер кеше ҡурай, йыр, тарих өйрәнергә килә. «Ағай, был көйҙөң тарихы нисек әле?» — тип һорашып ала.
1940 йыл атайымды, Зәки Вәлидигә бәйләп, алып киттеләр. Омскиҙа ултырҙы, һуғыш ваҡытында,— мин фронтта инем инде,— Омскиҙан хат яҙҙы, батальон ҡабул итеп алам, һуғышҡа китәбеҙ, тип. 1942 йылдың июнь айҙары ине был.
1943 йыл Орел — Курск дуғаһынан хат яҙҙым. Балам, беҙ йәнәш кенә, мин Воронеж эргәһендә, тиҙҙән һөжүмгә күсәбеҙ, тип яҙҙы. Шунан һуң хат ала алманым. Ул 1-се Украина фронтында, Ватутинда ине.
Иҫтәлектә Йомабай ағайҙың 1942 йылдың йәйендә, үҙе теләптер, күрәһең, фронтҡа китеүен, 1943 йылға тиклем фронтта булып, ҡаты һуғыштарҙа ҡатнашыуын дәлилләү бик мөһим. Ошонан сығып, атаҡлы ҡурайсыбыҙ Йомабай Иҫәнбаевтың 1943 йылда яу яландарында башын һалғанлығы тураһында раҫларға мөмкин. Өҫтәүенә уның үҙенең «батальон ҡабул итеп алам» тигән һүҙҙәре лә иғтибарҙы йәлеп итә.
һуғыш йылдарында Иҫәнбаевтарҙың Үрге Смактағы йорт-ере лә асылда ҡараусыһыҙ ҡала. Ғаиләнән өс кеше — Йомабай ағай үҙе һәм ике улы — Сәлихйән һәм Сабирйән — фронтҡа китеп, бары тик Сәлихйән Иҫәнбаевҡа ғына яу яландарынан әйләнеп ҡайтыу насип була. 1944 йылда Сафия апай вафат була. Күп кенә фотолар, хаттар шул осорҙа юҡҡа сығып бөтә. «Атайыма Парижда бүләк ителгән алтын балдаҡ та юғалды инде»,— ти Сәлихйән ағай.
— Атайым йырлай ҙа торғайны. «Ялан Йәркәй», «Аҡмәсет», «Аҡ яурын сал бөркөт», «Гөлнәзирә», «Сура батыр» йырҙарын бик ярата ине,— тип иҫенә төшөрөп ултырҙы ла, — үҙем дә уның сығарған көйөнә йырлап ебәрәм шунда,— тигән булды Сәлихйән ағай. Атаһы сығарған көйгә ул беҙгә ошо йырҙы йырлап күрһәтте: Арҡаларҙан килә бит, ай, кар(ы)уан,
Бохаранан түгел бит, Хиуанан.
Һеҙ дуҫларыма минән үтеп сәләм,
Ташламағыҙ изге доғанан. Аръяҡларҙа кәкүк, әй, саҡыра,
Бирьяҡтағы кәкүк ни әйтә?
Ышанмағыҙ, дуҫларым, был донъяға,
Был донъя бит күпләрҙе һемәйтә. Үрге Смакка күренеп кенә ятҡан Байсура, Елбаш тауҙары телгә алынған йыр строфаһы ла бар. Был йырҙарҙы, ысынлап та, Йомабай Иҫәнбаев үҙе сығарғанға оҡшай. Бигерәк тә бына был текстарҙа халыҡ музыкантының, йыр-көйҙәребеҙҙе һәм тарихи хәтеребеҙҙе һаҡлаусы арҙаҡлы шәхестең тормош тураһындағы тәрән фәлсәфәүи уйланыуҙары, уның үҙ яҙмышы, үҙенең характер һыҙаттары сағылып ҡалғандай. Мин ул йырҙарҙы Сәлихйән ағайҙан яҙып алған эҙмә-эҙлелектә һәм тел үҙенсәлектәрен үҙгәртмәйенсә килтерәм: Түгәрәкәй ҡыуаҡ, түгәрәк күл —
Турысай ҙа атым төйәге.
Ризыҡ ҡына ғайҙа, ирләр шунда —
Туфраҡ яҙған ерләрҙә һөйәге. һарыгүлкәй буйын, әй, тал алған,
Башҡынайы бишкә таралған.
Мине генә дошман ҡурҡытам, ти,
Күкрәккәйем таштан яралған. — Атайығыҙ ҡурайҙы нисек яһай торғайны? — тип һораным Сәлихйән ағайҙан.
— Күп ваҡыт аңа дуҫ-иштәре алып килер ине. Юлдыбай ауылының Аллағыуат Ишҡолов тигән ағай, мәҫәлән. Үҙебеҙ ҙә бара торғайныҡ. Атайым һәр ваҡыт: «Үҙәктең башланған еренән алығыҙ, үҙәк башланған ерҙә ҡурай моңло була», — тип әйтер ине...
Сәлихйән ағай ҡурайсының ҡурайҙы яһау алымдарына ла ныҡлы иғтибар биргән.
— Атайымдың ҡурайы туғыҙ тотам була торғайны, уның үҙенең тотамы белән,— тип һүҙмә-һүҙ яҙып ҡуйғанмын мин әңгәмә барышында.— Тишектәрен үҙенең бармағы менән ике бармаҡ тишер ине. (Тишек араларын ике бармаҡ киңлегендә тип аңларға кәрәктер.— Р. Ш.) Ҡурайҙы гел үҙе яҫаны. Уйнағанда ҡурайы ярылып та китер ине. Яңғырауыҡтан ярыла, ти торғайны. Күкрәк менән уйнай ине.
Был мәғлүмәттәрҙең хәҙерге быуын ҡурайсылары өсөн әһәмиәте бик ҙур. Сөнки Йомабай Иҫәнбаев — халҡыбыҙҙа ҡурай сәнғәтенең меңәр йылдарҙан килгән тәжрибәһен һәм серҙәрен тәрәндән дә тәрән белеп һәм тойоп ижад иткән. Башҡорт иленең үҙендә генә түгел, бәлки донъя йөҙөндә һирәк осрай торған бөйөк халыҡ музыканты, халыҡтың йыр-көй тарихсыһы. Быуаттарҙан-быуаттарға күсеп, изге төйәгебеҙ Урал күгендә мәңге балҡып торасаҡ был исем.

1994
Р.Шәкүр

Читайте нас: