+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
4 Апрель 2021, 21:08

"Урал бөркөтө". Повесть. Ризван Хажиев.

Мәсетле районы - тәүге коммунарҙар төйәге.Шулай тип йөрөтәләр Мәсетле районын. Нәҡ бында, Оло Ыҡтамаҡ ауылында, 1918 йылдың апрелендә Башҡортостанда тәүге булып, һәм Рәсәйҙә беренселәрҙән Устикин хеҙмәт коммунаһы төҙөлә.Революцион ваҡиғалар тураһында хәбәрҙәр Устикин ауылына 1917 йылдың ноябрь һуңында килеп етә. Хеҙмәт крәҫтиәндәренең әүҙем ҡатнашлығында, Ревком етәкселегендә Крәҫтиәндәр депутаттарының Улус советына һайлауҙар үтә.Йыйылыусылар маҡсаттар һәм бурыстар, милек-хужалыҡ шарттарын, коммуна ағзалары хоҡуҡтары һәм йөкләмәләрен билдәләүсе устав ҡабул итә – “Коммуна игенселек, баҡсасылыҡ, малсылыҡ, орлоҡсолоҡ, ҡошсолоҡ, балыҡсылыҡ һәм, ғөмүмән, йәмғиәткә файҙалы булырлыҡ тегеһен йәки быныһын үҙгәртеп, теләһә ниндәй хеҙмәт, тимәк, ҡул йәки машина етештереүенә ҡарамаҫтан, хужалығыбыҙ эргәһендә ниндәй ҙә булһа сәнәғәт менән шөғөлләнә”. Коммунарҙар үҙҙәренең етеш тормошон дөйөм эш өсөн тир түгеүҙә күрә.Май һуңына уның составына 18 ғаилә инә, барлығы 127 кеше иҫәпләнә, уларҙың 66-һы – эшсе, ҡалғандары – балалар һәм ҡарттар. Игенселек буйынса улус коллегияһының 23 апрелдәге дөйөм йыйылышы ҡарары менән Теплая тауы артында коммунаға 850 гектар самаһы ер участкаһы бүленә. Яҙ баҫыуҙарға иген сәселә, дәррәү сыҡҡан шытымдар яҡшы уңыш вәғәҙәләй.Юғары кулак-сауҙагәрҙәр ауылдағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙы күҙәтә. 1918 йылдың июнь көндәре борсоулы була, совет власына ҡаршы заговор әҙерләнә. Йәшерен һүҙ ҡуйышыусылар һәр береһенә яза сараһын билдәләп, большевиктар, активистар, коммунарҙарҙан үс алыуҙың бөтә аҙымдарын алдан планлаштыра. 18 июндә бөтә асыуҙары һәм күрә алмаусанлыҡтары тышҡа бәреп сыға. Көн үҙәге тирәһендә сиркәү ҡыңғырауҙары бар көсөнә зыңғырлап китә. Сиркәү майҙанына тиҙ арала кешеләр йыйыла башлай, уларҙың бер өлөшө был ҡыңғырауҙарҙың нимәгә саҡырыуын да аңламай. Улус советына бәреп ингән халыҡ төркөмө “ҡан ҡойошто булдырмаҫ өсөн” власть һәм ҡоралдарын тапшырыуҙы талап итә. Коммунарҙар “тыныс” тәҡдимгә ризалаша. Ҡоралдарын тапшырғандан һуң шунда уҡ большевиктар, активистар, коммунарҙар һәм партизандар отряды яугирҙарынан үс алыу башлана.Киске сәғәт 5-тәр тирәһендә ауыл ситендә ҙур бер соҡор ҡаҙыла, арбаларға тейәп килтереп имгәнеп бөткән, ярым үлек хәлдәге коммунарҙарҙы шунда килтереп ырғыталар һәм ер менән күмеп ҡуялар. Бына шулай 10 кеше күмелә, уларҙың күбеһенең әле йәне сыҡмаған була. Совет власы яҡлыларҙы язалау, ҡулға алыу һәм 17 кешене Кусаға ебәреү менән тамамлана, уларҙың барыһын да Кусаға китеп барышлай һәм барып еткәс атып үлтерәләр.Ул көндәрҙә Златоуст өйәҙе совет власына ҡаршы крәҫтиән сығыштары сығанағына әйләнә. Большевиктар, активистар, партизандар отряды яугирҙарынан шундай уҡ үс алыу Үрге Бобин, Оло Аҡа, Дыуан-Мәсетле, Һабанаҡ ауылдарында ла була. Дыуан-Мәсетле ауылының туғандаштар ҡәберендә – 33, Һабанаҡта 27 совет власы активисы ерләнгән. 1956 йылда Оло Ыҡтамаҡ, Дыуан-Мәсетле һәм Һабанаҡ ауылдарында революция дошмандары тарафынан йыртҡыстарса үлтерелгән граждандар һуғышы геройҙарына тәүге обелискылар ҡуйыла. Был обелискыларҙың авторы РФ-тың атҡаҙанған архитекторы Барый Кәлимуллин.Ул алыҫ революция һәм граждандар һуғышы заманынан 100 йыл үткән, ләкин коммунарҙар хаҡындағы иҫтәлек әле лә тере. Күбеһенең исеме ауылдар урамдарына бирелгән, улар тураһындағы документтар һәм хәтирәләр музей-ҙарҙа һаҡлана.ҠЫҘҒАНЫС ӘҪӘР САЙТТА:

Урал Бөркөтө. Повесть.
Уйылданов шығырҙап торған ишекте киң асып, бүлмәгә һалҡын быу күтәреп ингән һалдат кейемендәге мыҡты кәүҙәле ир-атҡа һағайып күҙ атты, бил ҡайышындағы кобураһына тотондо.
— Һаумыһығыҙ! — тине инеүсе, киң йылмайып, һәм ишек төбөндә туҡталып ҡалды. — Мин Һөләймәндән Хәйрулла Шакиров булам. Фронтовик. Званием — унтер-офицер. Бындағы хәлдәрҙе ишеттем дә килеп еттем. Бәлки, берәй файҙам тейер.
— Һәм Әхмәт Солтановтың ҡайныһында ҡунып сыҡтыңмы? — Эскәмйәләрҙә теҙелеп ултырғандарҙан берәү зәһәр генә көлөп ҡуйҙы. — Шымсы итеп ебәрҙеме әллә үҙеңде?
Хәйрулла кинәт кенә тоҡанып китте лә теге иргә ҡыйғырҙай осоп барып ҡунғанын белмәй ҙә ҡалды.
— Минең, — тине ул асыулы һәм уҫал тауыш менән, — бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла шымсы булғаным, шымсы булып, кеше ошаҡлап, һүҙ ташып йөрөгәнем юҡ. Булмаясаҡ та! Поручик Әхмәт Солтановҡа килгәндә иһә, эйе, мин унда ҡундым. Сөнки ул минең полкташым. Окоп төптәрендә бет һимертеп ятҡанда уның һәм үҙемдең кем яҡлы икәнен белһәм, мин уны күптән теге донъяға оҙатҡан булыр инем. Мин үҙем дә хәҙер кем яҡлы икәнлекте белмәйем. Аңлатығыҙ. Батрак малайы кем менән булырға тейеш, кәңәш бирегеҙ.
Ул бер аҙ тынысланды булһа кәрәк, бүреген һалып, һаман да өҫтәл артында был күренешкә хайран ҡалып торған Уйылданов менән барып күреште. — Ғәфү итегеҙ, ағай, саҡ ҡына ҡыҙып киткәнмен.
— Д-а-а, — тип һуҙҙы өйәҙ вәкиле, — Йә, һөйлә, кем тура килә поручик һиңә? Туғанмы, тыумасамы?
— Беҙҙең эскадрон командиры ине ул. Мин үҙем һәр саҡ разведкала йөрөнөм.
— Былай ҡыйыу егеткә оҡшағанһың үҙең, — тип һалпы яғына һалам ҡыҫтырып ебәрҙе Уйылданов һоҡланыуын йәшерә алмай. — Әллә тим, волоста ҡалаһыңмы? Эш табырбыҙ. Тик Солтанов ишеләр менән башҡа буталып йөрөмә. Ул — хәйләкәр төлкө, үҙ яғына ауҙарғанын белмәй ҙә ҡалырһың.
— Ҡайтышлай Ырымбурҙағы фронтовик иптәштәргә лә һуғылғайным, — тип ҡыйыулана төштө Хәйрулла. — Шунда улар мине, ҡунаҡ сифатында, былтыр 8-се декабрҙә асылған Бөтә Башҡортостан съезына ла алып барғайны. Бәлки, файҙаһы булыр тип, ҡайһы бер документтарын, ҡарарҙарын да биреп ебәрҙеләр.
— Эйе, эйе, — тип эйәген ҡаҡты Уйылданов һәм Хәйрулла килтергән ҡағыҙҙарҙы өҫтәлгә йәйеп һалды. — Әле унан алда ғына Башҡортостан шураһы тип аталған ойошма, Бөтә Башҡортостан съезында көтмәй, Башҡортостан автономияһын ойоштороу тураһында һөрән һалғайны. Әммә мин унда була алманым, саҡырманылар ҙа. Шулай ҙа, ҡайһы бер имеш-мимеш хәбәрҙәрҙе ишетеп ҡалғайныҡ. Уның буйынса, йәнәһе, Башҡортостан Рәсәйҙән айырылырға, йәнәһе үҙенең армияһы, үҙенең закон сығарыусы, башҡарма һәм суд властары булырға тейеш. Хәҙер кешегә ышаныуы ла ауыр. Бер яҡтан Әхмәт Зәки Вәлиди саң ҡаҡһа, икенсе яҡтан дутовсылар өҫкә менеп килә. Мин үҙем коммунист, ләкин бөтәһен дә аңлап еткермәйем, кемде тыңларға, кем артынан юртырға хитланған саҡ хәҙер. Бәлки һин, иптәш Шакиров, аңлатып бирерһең.
— Улай тип әйтмә, ағай. — Хәйрулла Уйылдановты үҙ күрепме, “һин”гә күсте. — Бына был документта, йәғни Башҡорт мәркәз шураһының 1917 йылдың 11 ноябрендәге тәүге фарманында уҡ, — ул өҫтәлдәге ҡағыҙҙарҙың береһен ҡулына алды ла етеҙ генә уҡый башланы:
— “Башҡорт халҡына сәйәси төркөмдәрҙең эшенә ҡыҫылып, көстө тарҡатыу һис тә ярамай, сөнки ҡыҫылыу башҡорт халҡының милли-ерле автономияһын ғәмәлгә ашырыуҙа тотҡарлыҡ яһар ине.
Беҙ большевик та, меньшевик та түгел, беҙ — башҡорттар. Беҙ кем яҡлы булырға тейеш? Бер кем яҡлы ла түгел. Беҙ үҙебеҙ яҡлы».
— Өсөнсө Бөтә Башҡортостан съезы, — тип һүҙен артабан дауам итте Хәйрулла, — Башҡортостан автономияһының әлеге туғыҙ кантондан тороуы ғына раҫланы. Ул Бәләкәй Башҡортостан тип атала. Оло Башҡортостанға, уға беҙ йәшәгән Өфө губернаһы ла инә, һуңыраҡ тотонмаҡсылар. Хәҙер көньяҡ Башҡортостанда кантон думалары һәм кантон башҡарма комитеттары ойошторола, яңы суд һәм һалым хеҙмәттәре төҙөлә...
— Ҡара, ҡара әле! — тине Ғимран, Хәйрулланы ярты һүҙҙә туҡтатып. — Бында коммунистар, ул ғына ла түгел, большевиктар йыйылған, ә һин милләтсе Зәки Вәлидиҙең идеяларын туҡыйһың. Бына иртәгә үк бөтә волоста власты ҡулға алабыҙ. Волость ревкомы рәйесе, уның ағзалары һайланасаҡ. Шул хаҡта һөйләшергә йыйылғанбыҙ бөгөн, ә һин ниндәйҙер туҙға яҙмаған хәбәр һөйләп тораһың.
— Һин, ағай, Лениндың Башҡорт Мәркәз шура ағзаһы Шәриф Манатов менән быйыл ғинуарҙа Петербургта булған һөйләшеүен йә ишетмәгәнһең, йә белмәмешкә һалышаһың. — Шакиров та тиҙ генә бирешергә теләмәне. — Ленин былай тигән: »Башҡорт хәрәкәтен беҙгә ҡаршы йүнәлтелгән контрреволюцион хәрәкәткә һанамайбыҙ. Беҙ Көнсығыш халыҡтарының милли хәрәкәтен бик тәбиғи һәм кәрәкле тип табабыҙ. Көнсығыш халыҡтары социаль революцияға милли революция аша ғына килә ала. — Хәйрулла башын ғорур тотоп һаҫыҡ тәмәке төтөнө эсендә ултырған ир-аттарға күҙ атты.
— Һин бик аҡыллы егеткә оҡшағанһың, ауылдаш. — Артҡы рәттән мыҡты кәүҙәле, ҡупшы ҡуйы мыйыҡлы, утыҙ биш йәштәр тирәһендәге ир-уҙаманы урынынан ауыр ғына ҡуҙғалып аяғына баҫты. Ул — Һөләймән ауылының партячейка секретары, фронтовик, элекке прапорщик Фәхрәзи Ғөзәйеров ине. — Һөйләүеңә ҡарағанда, илдә, губернала барған ваҡиғалырҙы, сәйәсәтте бик яҡшы беләһең. Ләкин беҙгә иң алда волостағы власты ҡулға төшөрөргә, совет власын аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Киләсәктә иһә, автономия булырмы, губерна булып ҡалырмы, өлкәме, әллә Рәсәйҙән бөтөнләй айырылып сығырбыҙмы — күҙ күрер. Миңә лә Зәки Вәлидиҙең һәм уның арҡаҙаштарының идеяһы оҡшай, ләкин көнө бөгөн түгел.
* * *
Әҡсән — ауылдың серегән байы. Йырмаҡ шишмәһенән алыҫ түгел башы ҡалай менән ябылған ике ҡатлы йорто, һарыҡтар араһында йөрөгән ҡуҡыр кәзә тәкәһе кеүек әллә ҡайҙан күренеп ултыра. Беренсе ҡатында бәләкәй генә лавка, аҙыҡ-түлек, әйбер складтары урынлашһа, икенсеһендәге өс бүлмәлә ишле ғаиләһе менән үҙе йәшәй, ә тәҙрәләре Йырмаҡҡа ҡараған дүртенсе бүлмәһен идаралыҡ итеү өсөн Харис старостаға биреп тоған. Ни әйтһәң дә власть кешеһе бит. Файҙаһы бер теймәһә, бер тейер әле. Ихата тулы мал: аттар өсөн ҙур һарай, һыйыр малы өсөн лапаҫ, аҙбарҙар ике яҡлап теҙелеп киткән. Һарыҡтарға урын етмәгәнлектән, Байсауыл тауы аҫтындағы асыҡ кәртә эсендә тотола.
Хәйрулла Һөләймәнгә килгәндең икенсе көнөндә иртән барса ир-ат ауыл уртаһындағы ике ҡатлы ана шул йорт янына йыйылды. Өйҙән өҫтәл, ултырғыс сығарылды. Ауыл активистары алғараҡ үтте.
— Октябрь революцияһының бер йыллығы яҡынлашып килһә лә, — тип һүҙ башланы Фәхрәзи, уҫлаптай ҡулдары менән өҫтәлгә таянып, — беҙ уның емешен татығаныбыҙ юҡ. Шуның тәүгеһе һәм иң мөһиме — ер. Ул һаман да шул уҡ Нафиҡ, Ниғмәтулла, Әҡсән, Харис байҙар ҡулында. Бөгөн беҙ уға сик ҡуйырға тейешбеҙ. Шул айҡанлы волость ревкомының ер эштәре комиссияһы рәйесе Хәйрулла Шакиров килде. Һүҙҙе уға бирәйек.
— Яҡташтар, — тип башланы Хәйрулла, кобураһын ашыҡмай ғына артҡараҡ шыуҙырып. — Быуаттар буйы бик бай ерҙәре булған халҡыбыҙ ерһеҙ ыҙа сикте. Уны урыҫ баҫҡынсылары ғына түгел, үҙебеҙҙең байҙар ҙа беҙҙән тартып алды. Тик революция ғына бындай ғәҙелһеҙлеккә сик ҡуйҙы. Совет власының тәүге декреттары ла ер һәм тыныслыҡ тураһында. Волость ревкомы ҡарары менән, — тип дауам итте ул һүҙен артабан, — Быйылдан башлап сәсеүлек һәм сабынлыҡ ерҙәрҙе ир-аттар һаны буйынса түгел, ә йән башына ҡарап, йәғни ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла индереп, тигеҙ бүленәсәк...
— Бүленмәй торһон, — тип түҙмәй ҡысҡырҙы икенсе ҡаттағы асыҡ тәҙрәнән тыңлап торған Харис староста. Быйыл яҙ сәсеү алдынан эшенән алынһа ла Әҡсән бай биргән бүлмәне ниңәлер һаман бушатмағайны ул. Үҙен дә халыҡ араһында түрә, староста һымаҡ тота. — Элек нисек булған, шулай ҡаласаҡ!
— Мөхәмәҙи, Баһауетдин! —Фәхрәзи эргәһендә торған иптәштәренә боролдо. — Барып ауыҙын томалағыҙ әле шул контрҙың.
Күп тә үтмәне, өй эсендә Харистың аҡырған тауышы ишетелде һәм ул баҫҡыстан ихатаға гөрһөлдәп барып та төштө. Мөхәмәҙи менән Баһауетдин, бер ни ҙә булмағандай, йәнә өҫтәл янына килеп баҫты ла волость комиссарының һүҙен тыңлай башланы.
— Сабынлыҡ бүлеүҙе, — тип дауам итте һүҙен Фәхрәзи, алдында ятҡан исемлеккә эйелеп, — иң алыҫ төбәк — Зауыт ҡаштауынан башлайбыҙ. Унан Ҡыҙыл ярға, Суйын төбәк, Фәрүәз тамағы, Аҙыр аҫты, Йүкәле төбәк, Оло һәм Ҡарағай төбәктәр, Юл тамаҡҡа сығасаҡбыҙ. Сабынлыҡ бүлеү еңел түгел һәм был бөгөн-иртәгә генә бөтмәйәсәк. Шуға ла, ағай-эне, тауыш күтәрмәй, бәхесләшмәй генә үткәрәйек был эште.
Кем ат егеп, кем һыбай көйө шунда уҡ Фәхрәзиҙәр артынан ауылдан иң алыҫта ятҡан төбәккә юлға сыҡты. Иң алдан эйәр ҡашына ҡыҙыл әләм ҡуйып ауылдың тәүге партячейка секретары Фәхрәзи Ғөзәйеров төштө.
Оҙон ылауҙар Йырмаҡ күперен үтеп күҙҙән юғалғас, быға тиклем Әҡсән байҙың үлән баҫҡан ихатаһында уфылдап килеп ятҡан Харис староста алан-йолан ҡаранып урынынан торҙо ла өйҙән Әҡсән байҙы саҡырып сығарҙы.
— Һин нимә, — тип яғаһына йәбеште ул Әҡсән ҡарттың. — Бәлшәүиктәр көпә-көндөҙ кеше талай, ә һин тыныс ҡына өйҙә йоҡо һимертәһең.
— Һуң нимә эшләйем, энем? — Кәүҙәгә ҡалын, йәше етмеште ҡыуһа ла көс-ҡеүәте йөҙөнә сыҡҡан Әҡсән ҡарт Харистың ҡулын еңел генә ысҡындырҙы ла, ихата уртаһындағы кырандасҡа барып ултырҙы. Ул кисә кис кенә күрше волостарҙы йөрөп сығып, уларҙығы хәл-әхүәл менән танышҡайны. Советтарға ҡаршы күтәрелештә күмәкләп хәрәкәт итергә, тип һөйләшеп ҡайтҡайны ул. Көнө лә билдәләнгәйне. Шуға ла Харистың екереүенә артыҡ иғтибар бирмәне. — Көс бит әлегә улар яғында. Сабыр иткән мораҙына еткән тигәндәй, ашыҡмай торайыҡ. Мин бит күрше волостарҙа тикәмәгә алыш-биреш итеп йөрөмәйем. Ана, Шиҙәле урыҫтары коммунистарҙың боғаҙынан алған, Аҡа, Мәстауыл волостары ла ҡорал әҙерләй.
— Зауыт ҡаштауҙың ете ҡаты ла минең сабынлыҡ. — Харис енләнеп урынынан һикереп торҙо, баҫҡыстан тәгәрәп төшкәндәге ауыртыуҙарын да онотто. — Нишләп мин уны күрәләтә йыйын әтрәгәләмгә бирҙертмәйем ти. Ҡайҙа теге менге саптарың? Хәҙер уҡ Ҡотош, Ләмәҙгә барып Камал, Зиннәтулла, Шәрип, Ғатаулла байҙарҙы, уларҙың кешеләрен саҡырам. Ә һин бындағы ышаныслы егеттәрҙе әҙерләй тор. Етте был Фәхрәзиҙәргә баш эйеп йәшәү.
Әҡсән өндәшмәне, тик бармағы менән генә атлыҡса ишектәренең береһенә төртөп күрһәтте. Күп тә үтмәне, ауылды уратып уҙып яңғыҙ һыбайлы Йүкәлетау яғына саба ине.
* * *
— Ай-һай, быйыл бесән ҡайһылай шәп уңған. — Түбәләре менән зәңгәр күк йөҙөнә ынтылған Ҡыҙыл Яр тауына ҡаршы ятҡан Зауыт ҡаштауы болондарына инеү алдынан Фәхрәзи һоҡланыуын йәшерә алмай туҡталып ҡалды. — Бындай үләнде ярып үтеүе лә йәл. — Ул артына боролоп иптәштәренә өндәште.
— Бер һуҡмаҡтан ғына барығыҙ, ситкә сығып үләнде тапай күрмәгеҙ.
...Нисек кенә ашыҡмаһындар сабынлыҡ бүлеүселәр, ҡояш кискә ауышыуға ғына эштәрен бер ҡыйҙы бөттөләр һымаҡ.
— Иртәгә Оло төбәк яғына сығабыҙ, — тип хәбәр итте Фәхрәзи, атын ҡайтыу яғына бороп.
Улар Әй ярынан килеп Фәрүәз тамағы төбәгенә лә етмәне, ағастар ышығында йәшеренеп торған бер төркөм һыбайлылар уратып та алды.
— Был ҡотоштар менән ләмәҙҙәргә нимә кәрәк булды һуң? — Иңбашындағы карабинын ҡулына алып Хәйрулла Шакиров алғараҡ сыҡты. — Туҡта, һеҙгә ни кәрәк бында? — Ләкин егермеләгән һыбайлы туҡтар хәлдән үткәйне инде. Ул мылтығынан атырға ла өлгөрмәне, Ҡотош бәһлеүәне Камалдың бер һелтәүенән эйәренән осоп барып та төштө. Харис староста етәкселегендәге фетнәселәр күҙ асып йомғансы Баһауетдин, Фәхрәзи, Мөхәмәҙи, Нәбиуллаларҙы башҡаларҙан айырып алдылар ҙа дөмбәҫләргә тотондолар. Ә халыҡ, ҡото алынып, бер аҙ ҡарап торҙо ла, төрлө яҡҡа һибелеп ағастар араһына инеп юғалды, икенселәр арбаларына баҫып аттарын ауылға ҡуйҙы.
Хәйрулла аңына килеп күҙҙәрен асты, әсе һыҙланыуҙан ыңғырашып ҡуйҙы. Әле генә ҡоштар һайраған, күпереп сәскә атҡан төбәктә алыш һаман да туҡтамағайны. Күмәк көскә суҡмар, һуйыл, ҡолға менән ҡоралланған һәм эт һымаҡ ҡоторған өйөргә биш-алты ғына кеше нисек ҡаршы торһон? Улар бер-бер артлы йәшел сиҙәм өҫтөнә иҫәнгерәп тәгәрәй һәм өнһөҙ ҡала.
Хәйрулла ярға табан шыуышты һәм фетнәселәр башҡалар менән һуғышҡан арала аяғына һикереп торҙо ла текә ярҙан йылғаға һикерҙе.
— Ҡасты, тотоғоҙ! — Харис староста уны беренсе булып күреп ҡалды, Хәйрулланың ситкә осҡан карабинын алды ла ҡаршы ярға ҡолас ташлап йөҙөп барған Хәйруллаға атырға тотондо. Тәүге пуляның баш осонан сыйылдап үтеүен ишетеү менән Хәйрулла һыуға сумды һәм ҡулына осраған ҙур ғына суйыр ташты эләктереп йылға төбөнән түбәнгә атланы. Бына ҡайҙа файҙаһы тейҙе уға разведчик осҡорлоғо һәм түҙемлеге. Бер аҙҙан ул тыны бөтөп башын һыуҙан сығарҙы. Яр башында бер кем дә юҡ ине. Күрәһең, тегеләр уны батҡан тип уйлаған.
— Фәхрәзи ҡайҙа? — Харис староста карабинды тотоп Ҡотош, Ләмәҙҙән килгән фетнеселәр янына килеп туҡтаны ла иҫһеҙ ятҡан коммунарҙарға күҙ йүгертеп сыҡты. Улар арһында Ғөйзәйеров күренмәне.
— Ана, ҡыуаҡ төбөндә ҡанһырап ята, — тине уға Шафиҡ бай ҡулы менән ағастар яғына күрһәтеп. — Тик был емтектәрҙе нисек Һабанаҡҡа оҙатырға? Волость башлығы Әхмәт әфәнде унда апарырға ҡушҡайны бит.
— “Апарырға, апарырға”, — тип үсекләне уны Харис ҡыуаҡ төптәрен ҡарап сыҡҡас. — Ә кемде апараһың, Фәхрәзиҙән елдәр иҫкән бит. Эҙләгеҙ, давай, яралы килеш йыраҡ китә алмаҫ ул.
Был саҡта Фәхрәзи бөтә көсөн йыйып Аҙыр аҫтына табан йүгерә ине. Кулактар уға ныҡ ҡына эләктерһә лә ҡалын кәүҙәле, суҡмар беләкле Фәхрәзи оҙаҡ ятманы ҡыуаҡ төбөндә. Харистың Хәйрулла артынан йүгереүен, уға башҡаларҙың да ҡушылыуын күреп, “Ятып ҡалғансы атып ҡал” тип уйланы ла шыуышып ағастар араһына инеп күҙ яҙҙырҙы. Харис менән уның ярандары эҙенә төшкәнсе ул Аҙыр битләүендәге йөҙ йәшәр ҡарағайҙарҙың береһенә менеп ҡуйы ылыҫлы ботаҡтар араһына боҫто.
“Эх, ҡайһылай тиҙ, ахмаҡтарса килеп сыҡты, тип әсенеп уйланды Фәхрәзи. Хатта ҡылысты лы эшкә егергә өлгөрөп булманы. Хәйер, күмәк кеше араһында уны ҡындан һурыуҙан да ни файҙа? Бер ҡылыс, бер карабинға ҡаршы эттәй ябырылған кулактарҙы тотоп булмаҫ ине. Ә улары, белгәндәй, иң тәүҙә беҙгә ташланды. Хәҙер нисек кенә аҡланһаҡ та эш үткән инде. Үҙебеҙ ғәйепле”.
Йәйге төн һуң төшә. Эңер алдынан ғына ауылдан бер нисә ылау килеп яралы коммунарҙарҙы арбаларға тейәп алып китте. Ниһайәт, Фәхрәзи ҙә ниндәйҙер ҡарарға килеп, алан-йолан ҡаранды ла ағас башынан төштө һәм яй ғына ауыл яғына атланы. Ҡайтып өйҙән аҙыҡ-түлек алырға ла, фетнә ялҡыны барып етмәгән Ямаш яҡтарына китергә ине уйы.
— Маһира! — Таң алдынан кемдер Фәхрәзи йәшәгән бәләкәй генә йорттоң ихатаһы ҡараған тәҙрәһен сиртте. — Был мин — Фәхрәзи. — Ләкин ул һүҙҙәрен әйтеп тә бөтмәне, Харис старостаның ҡушыуы буйынса һаҡта торған Шатморат байҙың кесе улы Шафиҡ тәртәнә менән тегене аяғынан бәреп тә йыҡты.
— Эй-й, Мансаф, Рәхим! — тип ҡысҡырҙы ул, алтын таҡан малай һымаҡ шатлығын ҡайҙа ҡуйырға белмәй. — Бына кемде тоттом мин!
Күҙҙәрен ыуа-ыуа Мансаф менән Рәхим килеп еткәндә Фәхрәзи бер аяғына ҡалҡынды ла Шафиҡтын бот араһына типте. Тегенең бәрәнге тултырған ҡапсыҡ кеүек бөгөлөп төшкәнен көтөп тормай, ярһыған айыуҙай дошмандары өҫтөнә һикерҙе. Ләкин был юлы ла уңыш юлдаш булманы уға. Осло һәнәк арҡаһына ҡаҙалғас Фәхрәзи “гөрҫ” итеп йылы ергә ауҙы һәм тағы ла аңын юғалтты.
Битенә йылы, тоҙло һыу аҡҡанын һиҙеп, Фәхрәзи күҙҙәрен асты. Алдында ыштанын төшөрөп, тештәрен ыржайтып Рәхим уға саптырып тора ине.
— Ә-ә, уяндыңмы ”иптәш комиссар?” — Ул бесәй бөстәйе һымаҡ ҡына нәмәһен ыштанына йәшерҙе лә мыҫҡыллы йылмайып Фәхрәзигә эйелеүе булды ҡан ҡатыш төкөрөк битен, күҙҙәрен ялмап алды. — Мансаф! — тип һөрән һалды Рәхим ҡулдары менән йөҙөн һыйпап. — Иманын уҡыт әле был комиссарҙың.
Тауышҡа ҡулына Фәхрәзиҙең үҙенән тартып алған төрөк ҡылысын тотоп тиңдәше килеп етте лә уның тупаҫ яғы менән тағы ла аңын юғалтҡан кәүҙәне туҡмай башланы.
Әҡсән байҙың өйөнөң аҫҡы ҡатындағы склад ишеге шығырҙап асылды ла унан Хәйрулланың карабинын һаман да ҡулынан ысҡындырмаған Харис староста, артынан бер төркөм ауыл кулактары килеп инде. Һалҡын таш иҙәндә салҡан ятҡан Нәби Тәҡисурин, Баһауетдин Мөфтәхетдинов менән Фәхрәзи Ғөзәйеров янына туҡмалған, ҡулдары артҡа бәйләнгән Мөхәмәтдин Хафизов, Мөхәррәм Әхмәтов, Исәкндәр Табибуллиндарҙы керетеп бәрҙеләр.
Тик Фәхрәзиҙең бер туған ағаһы Мөхәмәтхәйҙе генә ауылдағы бөтә мунсаларҙы, баҙҙарҙы тентеп сыҡһалар ҙа, һаман эләктерә алмайҙар. Ә ул ошо ваҡытта Таһир мулланың рөхсәте менән Йырмаҡ аръяғындағы мәсет башында ятып таҡта ярығы аша ауылдағы мәшхәрҙе күҙәтә ине. Төнөн, урамда тауыш-тын баҫыла төшкәс кенә, Таһир мулланың һигеҙ йәшлек уртансы улы Абдраҙаҡ ҡатыҡ менән икмәк, бәрәнге тултырылған төйөнсәк тоттороп китте.
II
Аслы-туҡлы аҙнанан ашыуыраҡ ята тотҡондар Әсҡән байҙың һалҡын таш келәтендә. Кем өсөн ыҙа сиккәндәрен аңлай башлаған ауыл халҡы ла уларға ашарға-эсергә килтерә башлай, ләкин һаҡта торған ҡарауылсылар ризыҡтың яртыһын ғына тотҡондарға еткерәләр, ә яртыһын үҙҙәре һоғона.
— Егеттәр, әйҙәгеҙ әле минең янға. — Һаҡсылар ишекте япҡас Фәхрәзи көрәштәштәрен үҙ янына саҡырҙы.
Ҡаты туҡмалыуҙан күҙҙәре күгәргән, ҡабырғалары һынған, аяҡ-ҡулдары көскә йөрөгән ирҙәр шыуышып килеп етәкселәрен уратып алды. Араларында тик Мөхәмәҙи генә таҙараҡ, теремерәк күренә. Фәрүәз тамағындағы алышта ул артыҡ бирешмәгәйне дошмандарына, килгән берен ситкә осора торҙо. Башына күҫәк менән тондорғас ҡына аңын юйғайны. Бөгөн ул тамам һыуығып еткән, ләкин уны һаҡсылар тағы ла туҡмап ташламаһындар тип, белдермәй.
— Барыбер беҙҙең башҡа етәсәктәр былар, — тип башланы һүҙен Фәхрәзи көсһөҙ тауыш менән. — Тик уңайлы мәлде генә көтәләр. Әле фетнә Шиҙәле менән Оло Ҡошсо волостарында ғына башланды. Ул кеҫәһенән ҡатыны Маһира ебәргән йәймә эсенә һалынған ҡағыҙ киҫәген алды. — Бисәкәй Аҡа, Дыуан-Мәсетле волостарында, шулай уҡ Ямаш, Мәсәғүт, Билдән яҡтарындағы властың беҙҙең ҡулда булыуын яҙа. Әлегә һуң түгел, һин, Мөхәмәҙи ҡустым, бөгөн төндә Мәстауылға барып ярҙам килтерергә тырыш. Унда армияла бергә хеҙмәт иткән иптәшем Ғибәт Кәлимуллинды күрергә тырыш. Өйҙәре яр буйында. Волревкомға барма. Ҡалғанын ул үҙе эшләр. Ни әйтһәң дә ревтрибунал рәйесе бит.
— Бынан нисек ысҡынырға һуң? — Мөхәмәҙи ышаныр-ышанмаҫ ҡына бесән өҫтөндә аунаған иптәштәренә күҙ йүгертте. — Ишек бикле, тышта һаҡсылар.
— Төн уртаһында беҙ үҙ-ара һуғышҡан булып тауыш ҡуптарырбыҙ, ә һин ишек артына йәшеренеп тор ҙа, тегеләр беҙҙе айырғансы, шыл. Ҡалғаны үҙеңдән тора. Бүтән күрешмәһәк, бәхил бул!
Төндә ишек алдында йоҡомһорап ултырған ҡарауылсыларҙы келәт эсендәге аҡырған тауыштар, ниндәйҙер ығы-зығы аяҡҡа баҫтырҙы. Күҙҙәрен ыуалап ишектән инеүҙәре булды, Мөхәмәҙи һаҡ ҡына тышҡа атылды һәм ҡараңғылыҡ эсенә инеп юғалды.
Ә иртән ҡалған тотҡондарҙы ылау менән волость үҙәгенә алып киттеләр. Фәхрәзиҙең хәле үтә лә мөшкөл булғас уны айырым арбаға һалдылар һәм ул иң арттан төштө.
“Ғүмер тигәнең ҡайһылай тиҙ үтте лә китте, — тип әсенеп уйланды ул сайҡала-сайҡала арбала барғанда. — Әле күптән түгел генә ауыл осонда шар һуғар, Әй буйындағы зыярат кисеүендә ыштан балаҡтарын бот төбөнә тиклем төрөп балыҡ ҡармаҡлар инек. Егет ҡорона ингәс Маһира тигән матур ҡыҙ менән яр башында һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Өйләнешкәс, өс малай, бер ҡыҙ табып бирҙе кәләше. Ауылда ла абруйлы. Тура һүҙле, аҡыллы кәңәштәре, ярҙамсылығы менән яуланы ул ауылдаштары күңелен. Герман фронтында ла йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Ике Георгий тәреһен, унтер-офицер чинын буштан ғына бирмәйҙәр бит. Ана шул еуеш окоптарҙа тәүләп ишетте ул большевиктарҙың ҡан ҡойғос һәм ғәҙел булмаған һуғышҡа ҡаршы сығышын. Ер тураһында ла Фәхәрзи уйлағанса фекер йөрөтәләр ине һымаҡ улар. Ер һәм тыныслыҡ — крәҫтиәнгә бүтән нимә кәрәк? Бәлки шуғалыр ҙа үҙе лә уларға ҡушылып китте, партияға инде. Ауылға ҡайтҡас партячейка ойоштороп ебәрҙе. Бөтәһе лә ыңғай бара ине. Ерҙе тигеҙ итеп бүлеп бирербеҙ ҙә, һәр кем, әйҙә үҙе белгәнсә, көсөнән килгәнсә эшләр тип уйлағайны. Юҡ шул, ата-бабаларҙан ҡалған ерҙе ауылдың биш-алты байы һәм уларҙың ҡуштандары тиҙ генә ҡулдан ысҡындырырға теләмәй. Эх, уларҙың этлектәрен аҙ ғына алдан белһә, үҙҙәрен шул һалҡын келәткә бикләр ине. Ә хәҙер һуң, үтә һуң. Үҙең башлаған эштәрҙең емешен дә татымай утыҙ дүрт йәшеңдә үлеп ят әле. Ярай, мин киттем дә барҙым тей, ә балаларҙы, минең сабыйҙарымды, кем ҡарар, кем үҫтереп кеше итер, кем ҡурсалар? Кулактарҙың ҡотроноуы бөтөр бер саҡ, Колчакты ла юлдан алып ташларҙар, халыҡтың да күҙе асылыр. Иректе, азатлыҡты аҙ ғына булһа ла үҙ елкәһендә татыған, күкрәге менән тәрән һулыш алған халыҡты тыйып торорға көс юҡтыр хәҙер. Шуны аңлаһындар ине ауылдаштарым. Бөгөн булмаһа, иртәгә сығыр ул азатлыҡ ҡояшы. Мотлаҡ сығасаҡ!”
Фәхрәзи уйҙарынан арынып, күҙҙәрен асып, башын күтәрҙе лә тирә-яғына ҡарап алды. Һөләймәндәрҙән сыҡҡан ылауҙар Ләмәҙ-Тамаҡ ҡыҫырығын үтеп Һыйыр тауға яҡынлашып килә ине.
— Туҡта, аттарҙы туҡтатығыҙ! — Бер төркөм ҡораллы һыбайлы арбалар эргәһенән үтте лә Фәхрәзи янына туҡтаны. Батша офицеры формаһындағы мыйыҡлы кеше ҡулы менән тауыш-тынһыҙ ғына арбала ауыр хәлдә ятҡан Фәхрәзигә төртөп күрһәтте. Шуны ғына көткәндәй, ҡалын кәүҙәле, салыш аяҡлы, битен һаҡал-мыйыҡ баҫҡан тәпәш буйлы әҙәм пәйҙә булды ла ҡулындағы бүре һуға торған суҡмар менән бар көсөнә комиссарҙың күкрәгенә тондорҙо. Фәхрәзи »һыңҡ» итеп ҡалды ла һынын турайтты. Иҙелгән күкрәктән, ауыҙҙан ҡуйы ҡан атылып сыҡты. Ул Фәхрәзиҙең кейемен сылатып арба аҫтына аҡты. Ат тотоп килгән ылаусы йөҙөн бишмәте менә ҡаплап ситкә боролдо.
— Етте, шай. — Суҡмарлы әҙәм шарҡылдап көлдө лә дилбегә осон ылаусыға ырғытты. — Бар, үләкһәңде алып ҡайт, Һабанғол урамдарын бысратып йөрөтмә.
Икенсе көн ауыл ҡарттары Фәхрәзиҙе йыуған арала бер төркөм йәштәр зыяратҡа ҡәбер ҡаҙырға китте, ләкин юлдарына Харис староста, Ҡәйүм мулла, уларҙың тоғро ялсылары арҡыры төштө:
— Ислам динен кафырҙарға һатҡан комиссарға мосолман зыяратында урын юҡ, йәмәғәт, — тип һүҙ башланы Ҡәйүм мулла ҡулдарын күтәреп. — Ана, Астау яғына апарып, берәй соҡорға тығығыҙ.
— Һин нимә, ағас мулла, бында ҡыҫылып йөрөйһөң әле? — Буйға артыҡ ныҡ тармаһа ла тос кәүҙәле ун ете йәшлек Һәҙи Зиннәтуллин алғараҡ сыҡты ла көрәге менән Ҡәйүмдең ҡап ҡорһағына төртөп алды.
Йәштәр шаулаша, ризаһыҙлыҡ белдерә башлағас, Харис староста:
— Йә ярар, һеҙҙеңсә булһын, — тип һаман ҡыҙа барған егеттәрҙе тынысландырырға тырышты. — Әйҙә, күмегеҙ, тик шуны киҫәтәм: ҡәберҙе Ғөҙәйерҙәр нәҫеле янына түгел, яр башына яҡыныраҡ ҡаҙығыҙ.
Бының менән ул яр яҙғы ташҡындарҙа ишелер ҙә ҡәберҙе алып китер тип уйлағайны, ләкин йәштәр ҡайынлы ҡыуаҡты һайланылар һәм ул йылдар үтһә лә ауылдың тәүге коммунисы Фәхрәзи Ғөзәйеровтың ҡәберен килер быуындарға һаҡлап алып ҡалдылар.
III
Йәйге мөләйем ҡояш алыҫтағы Мунсик тауҙарынан йылмайып килеп сыҡты ла үҙенең йылы, наҙлы нурҙарын Һыйыр тауын ҡамсылай уратып аҡҡан Әй тулҡындарына, йәшел яулыҡ бәйләгән ҡайындарға, хәтфә болондарға бөрктө. Тик 1918 йылдың 18 июнь иртәһе хозурлығына, Әй аръяғындағы талдарҙа сутылдашҡан һандуғастар тауышына Оло Ҡошсо волосы үҙәгендә бер кем дә иғтибар бирмәне тиерлек. Волость идараһының таш баҙына ябыған ревком рәйесе Ғимран Уйылданов һәм тирә-яҡ ауылдарҙан йыйылған 18 революционер, шуларҙың етеһе Һөләйемдән, үлемгә әҙерләнһә, фетнәселәр башлығы поручик Әхмәт Солтанов, уның ярандары: Хәлил, Зәбих, Шаһимәрҙән, Кәлимулла, Ғариф, Ниғмәтулла байҙар, ваҡ-төйәк ялсылары һәм кулактар ауыр суҡмар, күҫәк, һәнәк, балта тотоп идара янына йыйылды. Баҙ ауыҙы асылды һәм унан туҡмалыуҙан аяҡтарында саҡ баҫыр торған коммунарҙар күренде. Сығыр алдынан Баһауетдин тимер сөй табып, нигеҙ ташына: “Беҙ үлһәк тә, эшебеҙ хаҡ. Бәхил бул, киләсәк быуын!” — тип соҡоп яҙып ҡуйҙы.
— Беҙҙең башҡа етергә килгәнегеҙҙе күреп торабыҙ, — тине ул иртәнге ҡояштың сағыу нурҙарына ирекһеҙҙән күҙәрен йомоп. — Тик ҡара эшегеҙҙе башлар алдынан тағы ла бер ҡат уйлағыҙ әле, ағай-эне, яңылышмайһығыҙмы. Ана, — ул ҡулдары менән алдараҡ торған ҡупшы кейемле байҙарға төртөп күрһәтте. — Уларҙа һәнәк, көрәк, күҫәк тә юҡ. Сөнки улар был эште һеҙҙең ҡулдар менән ҡылмаҡсы, ә һеҙ уларҙың әсе балына, бер киҫәк икмәгенә һатылып беҙҙең йәндәрҙе ҡыймаҡсыһығыҙ...
— Килер бер көн. — Башы бысраҡ яулыҡ менән бәйләнгән Ғимран уны күтәреп алды. — Һеҙ үҙегеҙ үк нимә эшләгәнегеҙҙе, беҙҙең ни өсөн үлгәнде аңларһығыҙ. Ләкин һуң булыр. Аңығыҙға килегеҙ, кемдең дошман, кемдең дуҫ икәнлеген айырығыҙ, күҙегеҙҙе асығыҙ... — Ул һүҙҙәрен әйтеп тә бөтөрмәне, Әхмәттең пуляһы уны аяҡтан йыҡты. Шуны ғына көтөп торған иҫерек өйөр коммунарҙар өҫтөнә ташланды. Суҡмарҙар менән һуғыуға күкрәктәр йәнселде, көрәктәр баштарҙы урталай ярҙы, салғы, бысаҡтар, осло һөңгөләр арҡаға, эскә ҡаҙалды... Ярты сәғәт тигәндә эш бөткәйне инде. Әхмәт Солтановтың ҡушыуы буйынса үле коммунарҙар арбаларға тейәлде һәм Ҡаштаҡ туғай соҡорона күмелде.
IV
Оҙаҡ туҡманылар Хәйрулланы НКВД баҙында. Ул үҙе лә бирешмәне: уҫаплай ҡулдары менән ике һаҡсыны елкәһенән тотоп бер-береһенең маңлайҙары менән һуҡтырҙы ла урта йәштәрҙәге гөбө танаулы кавказ милләтле тәфтишсегә ташланды. Эштең етдиләнә барыуын һәм үҙенең дә үлем тырнағына эләккәнен һиҙенеп, тәфтишсе: “Ҡарауыл!” — тип әсе сыйылданы ла кобураһына тотондо, ләкин Хәйрулла алданыраҡ өлгөрҙө һәм ҡобараһы осҡан кавказлыны таш иҙәнгә бәреп осорҙо. Шул саҡ ишектән ике надзиратель йүгереп инеп Хәйрулланың ҡулдарын артҡа шаҡарып бәйләп тә ҡуйҙылар.
— Карцерға тығығыҙ үҙен. Карцерға! — тип екерҙе тәфтишсе. — Ун көн ашарға ла эсергә лә бирмәгеҙ.
— Юҡ менән булышаһың, егет. — Карцерға барышлай надзрателдарҙың береһе, оло йәштәрҙәге башҡорт кешеһе, һүҙ ҡушты Хәйруллаға бышылдап ҡына. — ҡаршылыҡ күрһәтһәң үҙеңә генә ҡәбер ҡаҙаһың...
Ун көн һалҡын һәм тар карцерҙа ятҡан Хәйрулланы йәнә тәфтишсегә алып киттеләр. Ләкин кавказлы тәфтишсегә түгел, ә икенсе бүлмәлә йәһүдкә оҡшаш, ыҫпай кейенгән, ҡуйы бөҙрә сәсле тәфтишсе ҡаршы алды был юлы.
Һөйләшеүе лә итәғәтле, ҡысҡырып, аҡырып та бармай, йөҙө лә яғымлы күренә. Хәйрулла уны кемгәлер оҡшатты, тик таный алманы. Уның һорау ваҡытында донъяуи хәлдәргә лә күсеп китеүен күреп, Хәйруллаға йылы кергәндәй булды, ул артһыҙ ағас бүкәнгә ирәйеберәк ултырҙы ла йылмайып тәфтишсегә ҡарашын йүнәлтте.
— Һеҙ 1918 йылдың ҡышында герман фронтынан ҡайттығыҙ. Шулаймы? — Тәфтишсе тотҡондоң тәржемәи хәлен ашыҡмай ғына ҡағыҙға теркәгәс тәүге һорауҙы бирҙе.
— Эйе, — тип яуапланы Хәйрулла уны-быны уйламай, — һәм шул уҡ көндә үгәй атайҙың атын алып Оло Ҡошсо волосы үҙәге Һабанаҡ ауылына юлландым.
— Һәм шул кисте, — тип йылмайып ялған алып китте тәфтишсе, — волостағы фетнә башлығы поручик Солтанов менән осрашып уның ҡайныһында ҡунаҡ булдығыҙ, поручиктан тәүге задание алдығыҙ. Уның буйынса һеҙ волость еткәселәренең ышанысын яуларға, уларҙың һәм аҙымы тураһында Солтановҡа һәм уның ярҙамсыларына хәбәр итеп торорға тейеш инегеҙ.
Тик хәҙер генә Хәйрулла тәфтишсенең ниндәй мәкерле һәм аҫтыртын икәнлеген аңланы: йылмайған ауыҙы ябылды, күҙенән нәфрәт осҡондары сәсрәне, йоҙроҡтары төйнәлде.
— Ә быныһы ялған. — Ул тынысыраҡ булырға тырышып тәфтишсенеңе йылтыр күҙҙәренә текләнде. — Солтанов менән герман фронтында бергә булдыҡ. Хатта бер тапҡыр уны әсирлектән дә ҡотҡарҙым. Үлем менән йәшәү араһында йөрөгәс кермәй түҙмәнем ҡайныһы йортона. Эйе, рәхәтләнеп ҡунаҡ булдыҡ, бал эстек, ләкин Совет власы, аҡтар, ҡыҙылдар, байҙар, ярлылар тураһында ауыҙ асып бер һүҙ өндәшмәнек. Сөнки Солтанов фронтта саҡта уҡ минең большевиктар партияһына ингәнде, полк һалдат комитетында ағза икәнде һәм ул хаҡта һүҙ йөрөтөүҙән май сыҡмаҫын яҡшы белә ине.
— Бәлки шуғалыр ҙа Логинов отрядынан Ямашҡа үтешләй Шиҙәле ауылы ситендә һине күрһә лә атмай ҡалғандыр. Ни тиһәң дә иҫке дуҫтар, ҡушағалар, фекерҙәштәр бит!
— Бәлки... тик фекерҙәш тә, серҙәш тә түгел.
— Ә бына волостың элекке писары Исмәғил бөтөнләй икенсе төрлө һөйләй. — Тәфтишсе йылмайып урынынан торҙо ла ишекле-түрле йөрөп алды.
— Исмағил! — Хәйрулланың күҙ алдына таҡыр башлы, көмөрөс кәүҙәле волость писары килеп баҫты. — Уны бит фетнә баҫылғас Себергә һөргөнгә оҙатҡайнылар, һаман иҫәнме ни әле ул?
— Һине һәм һинең кеүек халыҡ дошмандарын фашлар өсөн алып ҡалдыҡ. — Тәфтишсе ишекте асып ебәрҙе һәм унан инде ҡартайған, таяҡҡа таянған элекке Оло Ҡошсо волосы писары Исмәғил килеп керҙе.
— Был кешене таныйһыңмы? — Тәфтишсе шунда уҡ һорау бирҙе. — Борол! — Ул Хәйруллаға ҡараны.
— Э-э-э, — тип мығырҙанды Исмәғил иҙән уртаһында туҡталып тирәсле күҙлеген һөртөп кейгәс. — Танығандай ҙа булам, танымайым да шай.
— Беҙ һинең менәң нисек һөйләшкәйнек, ахмаҡ! — Быға тиклем үҙен тыныс, итәғәтле тотҡан тәфтишсе ҡапыл ҡыҙҙы, тауышы күтәрелде, йөҙөн ҡара һөрөм баҫты. Ул һуғырға тип ҡулын күтәргәйне, Хәйрулланың:
— Ҡарттарға ғына көсөң етә шул, — тигән көлкө ҡатыш асыулы тауышын ишетеп туҡталып ҡалды.
— Таныным, тауышынан таныным. — Исмағил таяғы менән Хәйруллаға төртөп күрһәтте. — Был үҙен комисар тип атап та Оло Ҡошсо волосындағы фетнә башлығы Әхмәт Солтановтың шымсыһы Хәйрулла Шарипов нәҡ үҙе. Бына бит яҙмыш, әй! — Ул сабый балалай, ҡулдарын сәпәкәй итеп алды. — Уның Солтановҡа яҙған донесениелары минең аша үтә торғайны. Һөләймәнгә ер бүлергә тип тә ул Солтанов ҡушыуы буйынса китте, ә арттан Ҡотош, Һабанаҡ, Ләмәҙ кулактары эйәрҙе.
— Абзый, үҙең һыңар аяғың менән ҡәбер ситендә тораһың, үҙең күҙгә ҡарап алдашаһың, — Хәйрулла бындай оятһыҙлыҡтан сығарынан сыҡты, ҡыҙарынды. — Кешенән ҡурҡмаһаң, Алланан ҡурҡ, оял, исмаһам, — тине лә һикереп торғанын белмәй ҙә ҡалды. — Провокатор!
— Һаҡсылар! — тип ҡысҡырырға өлгөрҙө тәфтишсе һәм шул уҡ секундта башы менән ишек тупһаһына барып төштө. Ул арала һаҡсылар йүгерешеп кереп Хәйрулланы типкесләй ҙә башланылар. Ул аңын юғалтты.
* * *
— Оло Ҡошсо волосындағы фетнә башлығы аҡ офицер Әхмәт Солтановтың шымсыһы икәнлегеңде танымайһыңмы? — Ун көн үткәс, Хәйрулланы, карцерҙан сығарып, йәнә йәһүд тәфтишсегә килтерҙеләр. Башы бәйләнгән тәфтишсе был юлы йылмайманы ла, көлмәне лә, береһенән-береһе мәкерлерәк һорауҙарын яуҙырыуын ғына белде.
— Юҡ, танымайым.
— Продразверстка отряды командиры Внуковты һин атып үлтерҙеңме?
— Юҡ, уны Аҡа менән Ҡорғат ауылдары араһында Михайловка заводы эшеләре үҙенең мылтығы менән атып үлтергән. Был ваҡиға һеҙгә яҡшы таныш.
— Ах, шулаймы ни? — Тәфтишсе ишек төбөндә торған һаҡсыларҙың береһенә күрше бүлмәләрҙән артһыҙ ултырғыстар килтерергә ҡушты. Бүкән өҫтөнә тағы ла дүрт ағас бүкән ҡуйҙылар ҙа иң өҫкә Шакировты мендереп ултырттылар.
— Мортазин бригадаһында ниндәй вазифала һуғыштың һәм ҡайҙарҙа?
— Сотник. Петроградты Юденичтан һаҡланыҡ, һуңынан аҡ поляктарға ҡаршы ташланылар.
— Мин уны һорамайым, Мортазиндың Колчак яғында ҡыҙылдарға ҡаршы һуғышҡанда ла сотник инеңме?
— Юҡ, мин ул саҡта Красноуфимск, Екатеринбург йүнәлешендә Колчакка ҡаршы хәрби хәрәкәттәр алып барған Борчанинов батальонында взвод командиры инем.
— Алдашма!
— Мин алдашмайым. — Хәйрулла өҫтән тәфтишсенең елкәһендәге иҫке яра эҙҙәрен күреп, ышанырғамы, ышанмаҫҡамы тип уйларға ла өлгөрмәне, теге уның ҡарашын һиҙеп, алды менән боролдо ла йәнә екермәксе булғайны, Шакировтың:
— Бына ҡайҙа осраштыҡ, штабс-капитан Никольский әфәнде! — тигән тауышын ишетеп, элекке аҡ офицер алан-йолан ҡаранды, ишекте ныҡлап япты. — Хәтереңдәме, Көнгөр янындағы һуғыштарҙа һин беҙгә әсир төшөп, һуңынан һаҡта торған ҡыҙылармеецты үлтереп атта һыбай ҡасып киткәйнең. Мин артыңдан төштөм. Ҡылыс менән буйыныңды сабам тигәндә атым һөрлөктө һәм ҡылыс осо елкәңде генә сыйып китте.
— Молчать! — Сығарынан сыҡҡан тәфтишсе аҫтағы бүкәнде аяғы менән тибеп осороуға Хәйрулла дөбөр-шатыр бүкәндәр өҫтөнә тәгәрәне.
— Башҡырт, — тип ыҫылданы штабс-капитан Никольский, ә хәҙер НКВД тәфтишсеһе Иосиф Лалетин, иҙәндә ҡанға туҙып ятҡан Хәйрулланың танау төбөнә пистолетын терәп. — Артыҡ күп һөйләй башланың буғай, хәҙер өнөңдө тығасаҡмын. Һинең генә түгел, һинең милләтеңде, ырыуыңды иҙәсәкбеҙ. Ана шул башҡырт кеүек белекһеҙ, тыйныҡһыҙ халыҡ арҡаһында ла Рәсәйҙә тынғылыҡ юҡ. Салауатығыҙ ғына етмәгән, ҡайҙандыр Вәлидиҙәр, Мортазиндар килеп сыҡты. Йәнәһе, азатлыҡ, ирек, үҙаллылыҡ кәрәк уларға. Ҡапсығығыҙҙы киңерәк тотоғоҙ! Рәсәй ерендә автономия булып йәшәгәнегеҙгә лә рәхмәт әйтегеҙ әле. Тиҙҙән уныһынан да ҡолаҡ ҡағасаҡһығыҙ.
Ләкин Хәйрулла уны тыңлауҙан уҙғайны. Ул йәнә аңын юғалтты һәм хәҙер үлем менән йәшәү араһында ята ине.
Һуңғы һүҙ урынына.
1930-1953 йылдарҙа Башҡортостанда Сталин репрессиялары һөҙөмтәһендә 50293 кеше атыла, аҫыла, ГУЛАГ лагерҙарына һөрөлә, төрмә »саңдарына» әйләнә. Шуларҙың береһе — Муса Мортазиндың тоғро яуҙашы, атлылар взводы командиры, әй буйының арзаҡлы ир-уҙаманы, батшаларға ла, башҡаларға ла башын эймәгән, Сталиндың ялсы-палачтары алдында теҙ быуындары ҡалтырап тубыҡланмаған, ғәҙеллек, азатлыҡ өсөн изге көрәшкә сығып яу сапҡан, ә йылдар үткәс “ағас” коммунистар — ысын халыҡ дошмандары солғауы аҫтында ҡалған хәлдә лә исем-шәрифенә тап төшөрмәгән, намыҫын һатмаған, Урал бөркөтөндәй ғорур Хәйрулла Шакиров ине.
Читайте нас: