Ҡайтыуыма миңә шундай матур, зәпзәңгәр сандали алып ҡуйғайнылар, уны ал ойоҡ менән кейҙереп ебәргәс, мин йәмйәшел бәпкә үләне өҫтөнән сығып саптым. Туйғансы саптым. Тәбиғәттең төҫтәренә, тауыштарына миҙгелдәренә битараф түгеллегемде, Өфөлә рәссамлыҡҡа уҡыған саҡтарымда, аҙаҡ ҡына, саҡ төшөнә башланым.
Яҙғы ташҡындан һуң ҡалған ҡамыш төбөндәге аҡ ондо ашап, йыуа, ҡуҙғалаҡ, ҡуян тубырсығы йыйып, бура һуғып, бәке уйнап, тәбиғәт менән бер булып көн күрә инек.
Бик алыҫ ҡалды ул саҡтар. Көндәре лә ҡояшлы, буяуҙары ла сағыу, көйҙәре лә ныҡ моңло булған бала сағым…
Ҡанатһыҙ ҙа зәпзәңгәр күктәргә осорҙо, апаҡ болоттар араһында, көләкөлә, йәшенмәк уйнатты ул. Бер илатып, бер йыуатып, ми не киләсәгемә оҙатты. Әле лә күңелемдең мөғжизәләргә ышанғыһы, зәпзәңгәр сандали кейеп, йәшел үләндән бер туҡтауһыҙ сапҡыһы килә. Бөтөн кеше лә шулайҙыр инде…
Илдар Ибраһим улы Ғүмәров. Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры.