+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
3 Апрель 2021, 19:44

БАЙЛАР

Сарман районының Сарман ауылында тыуған Татарстандың халыҡ яҙыусыһы Аяз Ғиләжев байлар башҡорттарының күренекле вәкиле булып тора:

Байлар — төньяҡ‑көнбайыш башҡорттарының күренекле ырыуҙарының береһе. Ул, үҙ сиратында, Ҡалмыш, Салағош, Сураш исемле кесе ырыуҙарға бүленә. Тарихсылар Байлар ырыуын Үҙәк Азияла, Алтайҙа йәшәгән боронғо төрки ҡәбиләләре менән бәйләй. Әйткәндәй, “Байлар” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, монголдарҙа, уғыҙҙарҙа, үзбәктәрҙә лә билдәле. Байлар башҡорттарының составында Сураш ырыуы булыуы уларҙың Үҫәргән башҡорттары менән тығыҙ бәйләнеше тураһында һөйләй тип, һығымта яһай тарихсылар.
Байлар башҡорттары 1‑се мең йыллыҡ аҙағында Бәләкәй Дим, Ыҡ йылғалары буйына килеп урынлаша. 13–14‑се быуаттарҙа, йәғни татар‑монгол яуы осоронда Ыҡ, Минзәлә йылғаларының түбәнге ағымына күсенә. 16‑сы быуатҡа ҡарай Байлар башҡорттары Ыҡ йылғаһы буйында төпләнә, унда улар Бүләр, Гәрәй, Ирәкте, Йылан, Йәнәй, Ҡырғыҙ, Юрмый исемле башҡорт ырыуҙары менән күрше булып татыу ғүмер итә. Байлар башҡорттарының бер өлөшө — Ялан Зәй йылғаһы буйлап, ҡалғандары Иш йылғаһы тамағында урынлаша.
Башҡортостандың Урыҫ дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ырыуҙың аҫаба ерҙәре Байлар улусын тәшкил итә. Бында, П. И. Рычков мәғлүмәттәре буйынса, 18‑се быуат уртаһында 561 йорт була. 19‑сы быуатта байлар башҡорттары биләгән төйәк 11‑се, 12‑се Башҡорт кантондарына инә.
Байларҙар 1812 йылғы Ватан һуғышында әүҙем ҡатнаша. Улар йәшәгән төбәктәрҙә 5‑се, 6‑сы Башҡорт полктары ойошторола. Архив документтарында 5‑се Башҡорт полкында француздарҙы ҡыйратҡан байлар башҡорттарының исемдәре һаҡланған. Мәҫәлән, Мәстей ауылынан (хәҙерге Татарстандың Аҡтаныш районы) зауряд‑ хорунжий Хәйбулла Ишкилде улы Шығаев көмөш миҙал менән бүләкләнгән. Тулыбай ауылынан (хәҙерге Татарстандың Минзәлә районы) зауряд‑ есаул Алмаҡай Аҙнаҡай улы Һатыев шулай көмөш миҙал тағып ҡайтҡан. Нөркәй ауылынан (хәҙерге Татарстандың Сарман районы) поход старшинаһы Әбделлатиф Әбсәләм улы Ҡормашев Париж ҡалаһын алыуҙа ҡатнашҡан өсөн көмөш миҙал менән бүләкләнгән.
Байлар ырыуы башҡорттарынан сыҡҡан иң күренекле шәхестәр булып башҡорт дворяндары династияһы – Солтановтар тора. Улар Мәстей ауылында йәшәй. Был данлыҡлы нәҫелдән булған Мөхәмәтйәр Солтанов 19 йыл буйына Рәсәй мосолмандары диниә назараты мөфтөйө була. 1893 йылда Мәккәгә хаж ҡылған мәлендә, Стамбулда Ғосман империяһы солтаны һәм хәлиф Әбделхәмит II менән осраша. Мосолмандар хәлифе башҡорт мөфтөйөнә Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙҙең сәс бөртөгөн бүләк итә. Был изге ҡомартҡы әле лә Өфө ҡалаһында, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратында һаҡлана.
Мөфтөйҙөң улы, юрист Искәндәрбәк Солтанов 1917 йылда башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының береһе булып китә. 1917 йылдың декарендә үткән 3‑сө Дөйөм Башҡорт ҡоролтайында Башҡортостан автономияһының парламентына ағза итеп һайлана. 1918 йылда Башҡортостан хөкүмәтенең юридик бүлеген етәкләй, республиканың тәүге юстиция министры тип тә атарға була.
Солтановтар династияһынан икенсе бер вәкил Мансур Солтанов Мәскәү консерваторияһын тамамлай, Мәскәүҙә Ҙур театрҙың оркестрында эшләй. Һуңынан Һарытау консерваторияһында уҡыта. Башҡорт йырҙарын туплап, китап сығара.
Шулай уҡ арҙаҡлы башҡорт тарихсыһы Морат Рәмзи – Байлар ырыуы башҡорттарынан. Ул 1854 йылда 12‑се Башҡорт кантоны Әлмәт ауылында тыуған. Морат Рәмзи “Тәлфиҡ әл Әхбәр” исемле тарих китабы менән дан ҡаҙана.
1920 йылда Татар Совет Республикаһы төҙөлгәс, Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙе башҡорттарының аҫаба ерҙәре, шул иҫәптән байлар башҡорттарының күпселек территорияһы, Татарстанға бирелә. Хәҙерге көндә байлар башҡорттары йәшәгән ерҙәр Башҡортостандың Илеш, Йәрмәкәй һәм Туймазы райондарына ингән, ә күпселек өлөшө күрше Татарстандың Алабуға, Аҡтаныш, Баулы, Минзәлә, Норлат, Сарман, Туҡай һәм Әгерже райондарында ҡалған.
Минзәлә башҡорттарын 1926 йылғы халыҡ иҫәбен алған осорҙа татар тип яҙҙыралар. Минзәлә өйәҙенең Күҙкәй ауылында тыуған (хәҙерге Аҡтаныш районы) Советтар Союзы Геройы Хәсән Заманов менән Сарман районының Сарман ауылында тыуған Татарстандың халыҡ яҙыусыһы Аяз Ғиләжев та байлар башҡорттарының күренекле вәкилдәре булып тора.
Бөгөн архив документтары аша, үҙҙәренең шәжәрәләрен барлап, минзәлә башҡорттары, шул иҫәптән байлар ырыуы башҡорттары ҡабаттан үҙҙәренең милли асылына ҡайта.
Азат ЮЛАН, тарихсы.
Читайте нас: