-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
27 Март 2021, 10:30

27 МАРТ - ХАЛЫҠ-АРА ТЕАТР КӨНӨ!

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаева:“Беҙ туғыҙ бала үҫтек. Ата‑әсәйебеҙ барыбыҙға ла белем биреү өсөн күп көс һалды, ғаиләбеҙҙән медиктар күберәк сыҡты – туғандарымдың бишәүһе табип һөнәрен һайланы. Ә мин ниңә сәнғәт һөнәрен һайланым һуң:”

“Бала саҡ – мөғжизәле ил бит ул. Минең күңелем, төрлө күҙҙәрҙән бәйләнгән селтәр кеүек, бала саҡ хәтирәләренән үрелгән. Әле һаман күҙ алдымда: һалмаҡ ҡына бишек тирбәлә, уның ритмына тын ғына моң ағыла. Был – әсәйем, һике ситенә генә ултырып, бала йоҡлата. Мин, түрҙәрәк ултырып, уның матур йөҙөнә ҡарап, ул башҡарған йырҙы тыңлайым. “Сәлимәкәй”… “Гөлмәрфуға”… “Каруанһарай”…
Бер аҙ йырлай ҙа бишекте миңә тапшыра: “Мә, йоҡлатып ебәр!” Мин дә, әсәйемә оҡшатып, сәңгелдәкте бәүетәм һәм йырын дауам итәм. Оҙон йырҙар бөткәс, атайымдың репертуарына күсәм – уға оҡшатып таҡмаҡтар ҙа әйтеп ҡуям. Атайымдың да тауышы матур, ләкин ул оҙон йырҙарҙы үҙенсә ҡыҫҡа ғына итеп йырлап ҡуя ине. Мин дә уныңса, ҡыҫҡа ғына итеп: “Ағиҙел буйында, аҡ балыҡтар – уйында…” тип йырлап бөтәм дә, уға оҡшатып, танауымды тартып ҡуям. Ололар шулай иткәс, мотлаҡ шулай кәрәктер. Унан тағы “Шомортом”, “Рамай” китә…
Бала күптән йоҡлаған инде, ләкин йыр бөтмәгән. Йырлай‑ йырлай әсәйемде күҙәтәм: яулығын сөйөп бәйләп, картуф әрсей – мин уның яулығын шулай, артҡа сөйөп, йәш килендәрсә бәйләгәнен яратам, әбейҙәрсә бәйләһә, улай һиңә килешмәй тип, теңкәһенә тейеп бөтәм. Әсәйем ҡулындағы картуфтар, йәһәт кенә сисенеп, берәм‑ берәм һыуға ырғый. Ҙур табаҡта мин уларҙы йөҙҙөрәм, ҡойондорам. Әсәйем уларҙы күп итеп әрсей – балалары ла күмәк бит, хәҙер, асығышып, берәм‑берәм мәктәптән ҡайтырҙар”.
Читайте нас: