— Эй, ҡустым! Бына үҙеңдең бер-ике хикәйәң баҫылып сыҡһа, һин дә ҡайын ҡосаҡлай башларһың...
“Әҙәбиәт — ҡыҙыҡ донъя ул, — ти Шәрәфи. — Бына беҙ ҙә ҡасандыр унда “малайҙар” инек. Ваҡыт үткән һайын бөтә нәмә үҙгәрә. Оло быуын әҙиптәре арабыҙҙан яйлап ҡына китә, уларҙың урынына беҙ киләбеҙ. Шунан халыҡ беҙҙе ҙур шәхес булараҡ ҡабул итә башлай. Шулай ул — һәр нәмәнең үҙ сираты бар. Фатирға сират бөтһә лә, халыҡ һөйөүенә сират әле өҙөлмәгән...”
Гәзиттә Дамир Шәрәфиҙең шиғри шәлкеме сығыу менән редакцияға шағир Рәмил Йәнбәк шылтыратты.
— Ниңә уны Шәрәфетдинов түгел, ә Шәрәфи тип яҙаһығыҙ ул? Үҙе бәләкәй булғас, исмаһам, фамилияһы оҙон булһын ине!..