+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
13 Март 2021, 13:30

«Ғүмәр — ғәжәп талантлы егет, уйлай торған художник», — ти Рәми Ғарипов

Ғүмәр Мөхәмәтшин тураһында йылы һүҙҙәр Рәми Ғариповтың көндәлектәрендә лә урын тапҡан.

БИҘӘКТӘРҘӘ — ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕ
Филология фәндәре кандидаты Мәҙинә Хәмиҙуллинаның «Һәҙиә Дәүләтшина тураһында иҫтәлектәр» (Өфө, 1983) йыйынтығы күптән инде өҫтәл китабыма әйләнгән. Был китапты сираттағы уҡығанымда рәссам-скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғүмәр Мөхәмәтшиндың «Алға әйҙәүсе шәхес» исемле мәҡәләһе иғтибарымды йәлеп итте. Автор унда Һәҙиә Дәүләтшинаның скульптур портретын тыуҙырыуҙы үҙенең намыҫ эше итеп ҡарауы, был хеҙмәте менән күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуы, йәмәғәтселек һәм тамашасылар хөкөмөнә тәҡдим итеүе тураһында тулҡынланып яҙа. Күргәҙмә ябылғас, эштең Өфөләге М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейына алыныуы тураһында ла мәғлүмәт бирә. Күренекле сәнғәт белгесе Валентина Мефодьевна Сорокина ла был хеҙмәттең 1974 йылдан алып музей фондында һаҡланыуын раҫланы.
Ғүмәр Мөхәмәтшин тураһында йылы һүҙҙәр Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың көндәлектәрендә лә урын тапҡан. Рәссамдың оҫтаханаһындағы ижади мөхит, уға фекерҙәш булған ижад кешеләренең бында ынтылып тороуы, заман, көнкүреш ауырлыҡтарына бирешмәйенсә янып-ярһып ижад итеүҙәре тураһында һөйләй был сығанаҡ. Азатлыҡ һөйгән ике шәхестең 1957 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләгән мәлдәрендә Дауыт Юлтыйҙың китабына портретын, цинкографтарҙан ялбара-ялбара, йәшерен рәүештә индереп ебәреүҙәре ваҡиғаһы ла теркәлгән көндәлектә. «Ғүмәр — ғәжәп талантлы егет, уйлай торған художник», — ти Рәми Ғарипов.
Был мәғлүмәттәр рәссам-скульптор шәхесе менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттырып ҡына ебәрҙе. Сөнки үҙем эшләгән Башҡорт дәүләт университеты Бөрө филиалының төп бинаһы алдында ла тап Ғүмәр Мөхәмәтшиндың эше — 1980 йылда Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы ҡуйылған бюст тора бит! Иҫ китмәле сибәр йөҙ, тулҡынланып торған сәстәр, ғорур ҡараш... Бына 37 йыл инде ошо баҡыр һын халҡыбыҙҙың яҙыусыға булған ихтирамлы мөнәсәбәтен, һөйөүен үҙендә туплап тора. Уҡыу йортондағы Һәҙиә Дәүләтшина музейында ошо уҡ бюстың гипс күсермәһе бар.
Ғүмәр Иҙиәтша улына телефондан шылтыратып, осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Һөйләшелгән көндө өйө янындағы туҡталышта мине көтөп торған ғорур һынлы скульпторҙы шунда уҡ таныным. Улы — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Урал Мөхәмәтшиндың «Атайым портреты»нан (2008 йыл) килеп кенә төшкән кеүек тойолдо миңә Ғүмәр Иҙиәтша улы. Шул мәлдә Ғүмәр ағайҙың үҙ юлын дауам иткән, уны тәрән аңлаған, портретында атаһының ихтыяр көсөн сағылдыра алған рухлы рәссамдың атаһы булыуы менән бәхетле икәнен дә төшөндөм.
Әңгәмә барышында һүҙ күберәк скульпторҙың Һәҙиә Дәүләтшина образын һынландырыуы тураһында барҙы. Ғүмәр ағай яҙыусының бөтә фотоһүрәттәре менән дә тиерлек таныш булыуы, уға ҡағылышлы бер генә материалды ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмауы тураһында әйтте. Яҙыусылар Рәшит Ниғмәти, Мәжит Ғафури, Сәғит Агиш скульптуралары өҫтөндә эшләгән мәлдәрен дә иҫенә төшөрҙө.
Ғүмәр ағайҙың «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшләгән, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына бағышлаған емешле йылдарын, С.Н.Шитова, Р.Ғ.Кузеев, Н.В.Бикбулатовтар менән этнография экспедицияларында йөрөгән, халыҡ менән аралашып, күңелен байытҡан мәлдәрен барланыҡ. Был экспедицияларҙан Ғүмәр Мөхәмәтшин тарафынан эшләнгән сифатлы фотоһүрәттәр 2016 йылда Мәскәүҙең «Фән» нәшриәтендә «Халыҡтар һәм мәҙәниәттәр» серияһында донъя күргән «Башкиры» хеҙмәтендә лә урын алыуы — ҡыуаныслы күренеш. Халыҡтың декоратив-биҙәү сәнғәте менән скульп­тор тап ошо осорҙарҙа мауығып киткән. Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының тамбурлы алъяпҡыстарындағы ҡайыу-сигеү өлгөләрен ҡағыҙға күсергән. Әйткәндәй, ошо орнаменттарҙы ул артабанғы ижадында — китап биҙәү эшендә лә ҡуллана. Шәйехзада Бабичтың Рауил Бикбаев әҙерләп сығарған «Шиғырҙар, поэма, эпиграммалар» (1985) китабын тап ошо осорҙоң эҙләнеү емештәре биҙәй һәм баҫмаға ҡабатланмаҫ үҙенсәлек бирә. Форзацта беҙ, Ш.Бабичтың һүҙҙәре менән әйткәндә, «арыҫландар торған Башҡортостан баҡсаһы»н, «үҙ ерен залимдарҙан тапатмаҫ башҡорт тигән арыҫлан»дарҙы күрәбеҙ. Рәссамдың ни тиклем шиғри күңелле, һиҙгер йөрәкле, тәрән аҡыллы икәнен һөйләп тора бит халҡыбыҙҙың тамбурлы сигеү өлгөһөнә нигеҙләнеп эшләнгән был һүрәттәр.
«Мосолман динендә кешене һүрәтләү тыйылған. Әммә беҙҙең аҡыллы халҡыбыҙ, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, баштың, ҡулдың хәрәкәттәрен сағылдырыу ысулын барыбер тапҡан бит! Улар халҡыбыҙҙың декоратив-биҙәү сәнғәтендә асыҡ сағыла. Был хәҡиҡәтте мин ҡартинәйемдән һеңдереп үҫтем», — ти Ғүмәр Мөхәмәтшин. Оҙаҡ йылдар Өфө дәүләт сәнғәт училищеһында уҡытҡан рәссам-педагог ошо идеяны үҙ шәкерттәренә, фекерҙәштәренә лә тапшыра алған. Шәкерте Хәйҙәр Ғариповтың тормош иптәше, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың «Ай менән ҡояш бер генә» повесындағы түбәндәге юлдар рәссамдың да ижад йүнәлешен тапҡыр билдәләй кеүек: «Ғәжәп тиһәң дә ғәжәп инде: әсәйем сиккән нағыштарҙың ҡап уртаһында ҡарар күҙгә сәйер бер зат ултырыр. Был зат бихисап ҡуллы, йомро ҡуш имсәкле, һимеҙ, йыуан кәүҙәһе тирәләй салынған йомро ботло булыр. Шул бихисап ҡулдарҙан, әҙәм башын хәтерләткән түңәрәктән тирә-яҡҡа ағас ботаҡтары, сәскә, гөл япраҡтары һуҙыла. Ҡояш көлә, кейек-януар тәғәм ейә... Ҡыҫҡаһы, был уңдырышлы заттың күкрәгенән гәрсә бөтә тормош башлана». Әйткәндәй, Мөхәмәтшинды һәм Ғариповтар ғаиләһен ижадташ дуҫтар тип нарыҡларға тулы ерлек бар. Сибайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Салауат Юлаев, Ф.И.Белов бюстары — Ғүмәр Иҙиәтша улы менән Хәйҙәр Ғариповтың уртаҡ ижад емештәре.
Орнамент — Ғүмәр Мөхәмәтшиндың күңелендә ғүмерлеккә урын алған төшөнсә. «Ҙур образдарҙы һәм ысын тарихи факттарҙы берләштереүсе декоративлыҡ ул. Ырыуыңдың орнаментын белеү асҡыс, фарман ролен үтәй. Ырыуҙан ырыуға сигнал биреү бит был», — ти үҙе был турала. Күңеле менән халыҡ рухындағы ошо сәнғәткә яҡын рәссам. Ҡандан, йөрәктән, ырыуҙан килә былар барыһы ла.
Китап кәштәләрендәге Мифтахетдин Аҡмулла, Ғабдулла Туҡай, Рәми Ғарипов, Назар Нәжми, Муса Йәлил, Сибғәт Хәким, Хәсән Назар, Тамара Ғәниева китаптарын ҡарайым. Автор орнаменттар нигеҙендә һәр шиғырға тиерлек һүрәттәр эшләгән. «Халыҡ рухына үҙемә күрә юл ярыуым был», — ти ул.
Ғүмәр ағай мәҡәләнең башында телгә алынған «Һәҙиә Дәүләтшина тураһында иҫтәлектәр» китабын музейыбыҙға бүләк итеп ҡыуандырҙы. Һәр мәҡәләгә, һәр хәтирәгә рәссам ҡулы тарафынан орнаменттар өҫтәлгән. Мәҡәлә авторҙары — Ғүмәр ағайҙың замандаштары, уларҙың күбеһен күреп белә. Шуға ла уйланыуҙарын ошо рәүешле еткереүҙе хуп күргән ул. Йәне күптән баҡыйлыҡта булһа ла, ерҙә ижад баҡсаһы күкрәп сәскә атҡан Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы, уның кисереш-һыҙланыуҙары, ҡатын-ҡыҙ һындары, Һәҙиә Дәүләтшинаның әҫәрҙәренә ҡул һуҙған хыянатсыл йәндең саян рәүешендәге образы кеүек күренештәргә юлығаһың был китапта.
«Кем уйлаған инде, ябай крәҫтиән ғаиләһенән сыҡҡан бер малай шулай үҙ ғүмерен халыҡтың үҙе яратҡан сәнғәтен өйрәнеп, ижадының йүнәлешен билдәләр тип», — ти Туймазы районының Ҡандра-Әмин ауылында тыуып үҫкән әйле ырыуы башҡорто Ғүмәр Иҙиәтша улы.
«Ҡараһаҡал яуынан һуң Әй буйҙарынан килгәнбеҙ. Ҡандраға нигеҙ һалыусылар — беҙҙең ата-бабаларыбыҙ. Экспедицияларға йөрөгәндә: «Ғүмәр ағай, һеҙҙең һөйләшегеҙ тас беҙҙеңсә», — ти торғайнылар миңә», — тип һөйләй әңгәмәсем. Был тараф халҡын хәҙер ҡәрҙәш халыҡ иҫәбенә индереүҙәре лә борсолдора уны. Әйткәндәй, 2010 йылда теплоходта Болғарға сәйәхәт ҡылғанда ошоға ауаздаш фекерҙе сығышы менән Туймазы районы Төпкилде ауылынан булған өлкән йәштәге ханымдан да (хаҡлы ялдағы медицина хеҙмәткәре) ишеткәйнем. «Туғандарыма һәр саҡ әйтеп киләм: Төпкилденең ерле башҡорттары икәнебеҙҙе онотмағыҙ, тип», — тигәйне ул.
Тыуған ере менән һәр саҡ бәйләнештә булған рәссам ауылдаштарына үҙенең һәм ваҡытһыҙ вафат булған улы Уралдың ижад емештәрен бүләк иткән. «Рәссам Мөхәмәтшиндарҙың хәрәкәттәге усадьбаһы» тигән ижад йортон булдырыу уйы менән янып йәшәй.
Артабан Ғүмәр Иҙиәтша улы менән фекер алышыуыбыҙ хат аша дауам итте. Рәссам хаттарын ғәҙәттәгесә генә яҙмай, улар латин графикаһында. Үҙе әйтеүенсә, күңел торошон ошо рәүешле еткереү уңайлы уға. Ғәрәп яҙмаһын да яҡшы белә геройыбыҙ, был һәләте асылыуға замандашы Ғәли Ирғәли улы Ишбулатовҡа рәхмәтле.
Ғүмәр ағайҙың хаттары уның шәхесен тағы ла тулыраҡ асырға мөмкинлек бирҙе. Нимәләр тураһында ғына уйланмай оло йәштәге рәссам: Һәҙиә Дәүләтшина бюсының артабанғы яҙмышы тураһындағы борсолоуҙар ҙа, 2010 йылда «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады» китап-альбомына баһа ла, шәкерттәре Өлфәт Ҡобағошов, Георгий Калитов һәм башҡаларҙың республика кимәлендә билдәлелек яулаған эштәре менән ғорурланыу ҙа, Тамара Ғәниеваның «Ватандаш» журналында 2011 йылда баҫылған «Бәхетле булғанмын икән дә...» эссеһынан үҙ яҙмышына ауаздаш мәлдәрҙе табыуы ла...
Рәссам-скульптор Ғүмәр Мөхәмәтшин үҙенә «Улым! Ир бул! Ер бул!» тип тәрбиә биреп үҫтергән ҡартинәйенең зирәк аҡылын киләсәк быуынға, гөлдәй ейәнсәрҙәренә тапшырырға ынтыла: «Аҡ нәмәне аяҡ аҫтына һалып тапама», — тип өйрәтә ине ҡартинәйем. Аҡ йөндө, киндерҙе, туҡыманы, кейеҙҙе, мәҫәлән. Аҡ ҡағыҙ беҙгә, рәссамдарға, бигерәк тә изге әйбер бит ул! «Ергә, һыуға төкөрмәгеҙ», — тип тә әйтә ине. Халыҡ аҡылын тәрәндән аңлап тәрбиәләгән икән ул беҙҙе, ейәндәрен.
Халыҡсан декоратив графикаға тартылыуым да юҡҡа түгел. Халҡыбыҙ кейгән кейемен, аяҡ кейеменә ҡәҙәр үҙенсә биҙәгән бит. Шул биҙәктәр халыҡҡа көс бирә. Әҙәм балаһы һәр бер тәбиғәт күренешенән, әйтелгән һүҙҙән йән аҙығы алып, шул рух менән йәшәй, үҙенә сер булған төшөнсәләрҙе асырға тырыша. Тап ошо биҙәктәр — орнаменттар быуындан-быуынға халыҡтың хәтере булып күсә килә. Хәтере таҙа кеше юғалмай.
Ижад итеүҙән туҡтап торғаным юҡ. Яратҡан шағирҙарымдың әҫәрҙәрен уҡығас та, күҙ алдымда образдар һынлана башлай. Ҡайсы, ҡағыҙ алып, шиғыр, моң күңелемә нисек килһә, шул рәүешле биҙәктәр киҫә башлайым. Үҙ эштәремде декоратив графика тип атайым, сөнки унда һүрәт, форма, динамика, характер, образлылыҡ бар».
Гөлнур ҠАСҠЫНОВА,
филология фәндәре кандидаты
Һүрәттә: Урал Мөхәмәтшин «Атайым портреты». 2008 й.
Читайте нас: