+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
13 Март 2021, 17:55

Гөлнур ЯҠУПОВА:

Мине һөйләйҙәр. Әсәйем әйтә:- Уф, ошо баланы! Иҫәр, тиһәм, яҡшы уҡый, гел бишле алып ҡайта мәктәптән. Иҫәр түгел, тиһәм, иҫен юғалтып йөрөй ҙәһә! (Дауамы сайтта)

Ғафури районында тыуған ауылым Сәйетбабаның ҡап уртаһынан ағып ятҡан Өйә йылғаһы беҙҙән йыраҡ түгел, йә ҡаҙ ҡыуырға, йә һыу ташырға тип, унда көнөнә әллә нисә барып урайым – эшкә яраған ун бер йәшлек ҡыҙыҡаймын. Бер көндө лә шулай, көйәнтәмә ыҡсым күнәгемде аҫып, ялан аяҡҡа ғына галош эләктереп, һыуға сыҡтым. Әсәйемдең колхоз сөгөлдөрөнән бушап торған сағы, урамға ҡараған тәҙрә төбөндә шәл бәйләп ултыра. Ул бәйләменә ҡарамай ҙа, ҡулы эшләй, ә күҙе - тышта. Миңә, тиҙ йөрө, тигәнде ишаралап, тәҙрә сиртеп ҡалды.
Галошымды сисеп, йылғаның уртаһынан, таҙараҡ ағымдан, һыу алдым да, юрғалап ҡайтып киттем. Бәй, әсәйем тағы тәҙрә сиртә, бармағы менән аяҡтарыма төртөп күрһәтә: галоштарым яр буйында тороп ҡалған даһа! Күнәктәремде йәшелсә баҡсаһындағы мискәгә бушаттым да ҡабат киттем һыуға. Барһам, арыраҡ, йылғаның иң сөм бөгөлөндә, тиҫтер ҡыҙҙар, сыр-сыу килеп, һыу инә. Көйәнтә-күнәктәремде бер ситкәрәк туғарҙым да, теге галоштарымды ла шул тирәгә ҡуйып, йүгерҙем бөгөлгә. Йөҙөргә яратам мин! Иң аҙаҡҡа ҡалып, ҡайтырға йыйындым. Әсәйем әйтмешләй, суҡышым-тәпәйем күгәргәнсе йөҙгәнмен, һыуҙан сыҡҡас ҡалтыранып өшөргә тотондом, күлдәгемде кейеп тә тормай, түшемде ҡапланым да оздойҙом өйгә, дөрөҫөрәге аласыҡҡа, унда көнө буйы усаҡта ут яна, өләсәйем ҡорот ҡайната, аш бешерә…
Ай, әсәйем тағы ла ҡаты итеп тәҙрә сиртте. Был юлы галошым ғына түгел, көйәнтә­күнәктәрем дә ярҙа ятып ҡалған шул! Улай ҙа аласыҡҡа инеп, әҙерәк йылынып, күлдәгемде рәтләп кейеп, гелән ҡайнап ҡына ултырған еҙ самауырҙан сәй яһап эсеп алдым. Үҙем өй ишеге яғынан күҙемде алмайым: әсәйем, сығырынан сығып, балтырыма шыйыҡ сыбыҡ менән берҙе эләктерергә лә күп һорамаҫ…
Өсөнсөгә тороп саптым Өйә буйына. Был юлы галоштарымды кейеп үк керҙем йылға уртаһына – кәртәгә кейҙереп киптерермен әле. Тәҙрә янынан үтешләй, әсәйемә күҙ һалдым: аптыраттың, ҡыҙым, тигәндәй, баш сайҡап ултыра.
Күнәктәремде бушатҡас, аласыҡта өләсәйемә арлы-бирле ярҙам итештем дә өйгә индем. Шул арала әсәйемдең әхирәте Мәғүҙә апай килгән, сөкөрләшеп һөйләшеп ултыралар. Мине һөйләйҙәр. Әсәйем әйтә:
- Уф, ошо баланы! Иҫәр, тиһәм, яҡшы уҡый, гел бишле алып ҡайта мәктәптән. Иҫәр түгел, тиһәм, иҫен юғалтып йөрөй ҙәһә! Уҡытыусыһы ла килешкән, шиғыр яҙҙыртҡан булып, баланың башын­ҡатыра.
- Кит, нишләп иҫәр булһын, хыялый, тип әйт әле, исмаһам, - тине Мәғүҙә апай, әсәйемде йыуатып…
Гөлнур ЯҠУПОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Читайте нас: