менән дә дан тота. Советтар Союзы Геройы Талип Нурҡаев (Баҡалы районы Үстем ауылы), спорт атлауы буйынса күп тапҡырҙар донъя чемпионы Әһли Күсемов (Баҡалы районы Иҫке Ҡатай ауылы) Ҡырғыҙ ырыуына ҡарай. Илеш районынан Ҡырғыҙ ырыуы вәкилдәре – күренекле башҡорт шағиры Ринат Хәйри (Урмәт ауылы), шағир һәм дәүләт эшмәкәре Роберт Миңнуллин (Шәммәт ауылы), Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисов ( Төпәй ауылы), Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт академия театрының арҙаҡлы актеры Рәфил Нәбиуллин (Иҫке Хажи ауылы), Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы Иҙрис Кәлимуллин (Шәммәт ауылы), билдәле Рәсәй йырсыһы Алһыу Сафина (атаһы Рәлиф Сафин Уяндыҡ ауылынан). Әйткәндәй, Алһыу ата-бабаларының төбәген онотмай. Ул Илеш районы Уяндыҡ ауылында ҡунаҡта булып тора.
Беларусь Республикаһының сит ил эштәре буйынса министры Урал Латипов та шулай уҡ – Ҡырғыҙ башҡорттарынан, тыумышы менән Баҡалы районының Яңы Ҡатай ауылынан. Ул 2001–2004 йылдарҙа Белорусь Республикаһы Президенты хакимиәтен етәкләне.
Шулай итеп, Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары бөгөн төрлө өлкәлә хеҙмәт иткән, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән ырыуҙаштары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Ул шәхестәр дөйөм башҡорт халҡының ғорурлығы булып тора.