-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
10 Март 2021, 12:03

Атайымдың һөнәре матур һөйләү, яҙыу булды

Сөләймәнов Йәлил Әхмәт улы (16 март 1968 йыл) — рәссәм, 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2011). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997).

Атайымдың һөнәре матур һөйләү, яҙыу булды. Минең хәтеремдә ул шулай ҡалған: мин йоҡлап китәм, ул эшләп ултырған була, уянып китһәм, инде тағы эшкә тотонған... Мин кәләш алғас, ҡатыным уның кабинетын йыйыштырған... Атайым бер мәл аптырап шаҡ ҡатып тора: “Бында кем тәртипһеҙлек ойошторған?” – тип. Ҡатыным тегенең ҡағыҙҙарын болғап бөткән шул. Атайыма бер-ике аҙна кәрәк булды тегеләрҙе яйға һалыуға. Компьютер ингәс, унда эшләргә оҫтарып алды. Мин заман техникаһын әле белеп етмәйем, ә атайым бөтәһен дә белә ине. Рәссам булырға ла хыялланған, шуға миңә ошо ойотҡоно һалды. Атайымдарҙың ғаиләһендә бөтәһе лә йор һүҙле, сәсән телле – Бибикамал инәйем хатта шағир-импровизатор булған. Атайыбыҙҙың ата-әсәһе Мөхәмәтвәли менән Нурикамал Сөләймәновтар йыр-моңға маһир, оҫта булған. Олатайыбыҙ төртмәле шаян таҡмаҡ әйтһә, өләсәй шунда уҡ таҡмаҡлап яуап биргән. Тамырҙар, шөкөр, һутлы, моңло. Атайым бәхетле: 60 – 80-се йылдарҙа фольклор экспедициялары ойоштороп, халҡыбыҙҙың ҡиммәтле хазинаһын һаҡлап алып ҡалыуға, инде баҡыйлыҡҡа күсеп бөткән инәй-бабайҙарҙан ауыҙ-тел ижадын яҙып алып ҡалыуға өлгәшкән. Улар быуынына беҙ ошо баһаһыҙ байлыҡты беҙгә, киләсәк быуындарға еткергән өсөн рәхмәтле булырға тейеш!
Читайте нас: