+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
6 Март 2021, 21:35

Ярлы Кәрим

Бишбүләк районының Айыт исемле башҡорт ауылында тыуған Ярлы Кәрим ҡыҫҡа ғүмере эсендә сағыу ижады менән танылып өлгөрә:

Бер туған яҙыусылар Ғабдулла һәм Фәтих Кәримовтар Бишбүләк районының Айыт исемле башҡорт ауылында тыуған. Ғабдулла Кәримов (Ярлы Кәрим) 1919 йылда Петроград ҡалаһын һаҡлаған башҡорт ғәскәрҙәре составында сәйәси комиссар булып хеҙмәт итә. 1920-26 йылдарҙа «Башҡортостан хәбәрҙәре», «Башҡортостан» газеталарында эшләй. Фронтта алған ауыр яраларҙан мандый алмай 36 йәшендә генә вафат була. Ошо ҡыҫҡа ғүмере эсендә Ярлы Кәрим сағыу ижады менән танылып өлгөрә. 1920 йылда «Интернационал» йырын тәүге тапҡыр башҡорт теленә тәржемә итә. Әҫәрҙәренең күп өлөшө Граждандар һуғышы осоронда юғалған. Республика баҫамаларында донъя күргән «Мин ҡайттым», «Минең илһамым» һәм башҡа шиғырҙары тыуған ергә һөйөү менән һуғарылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның байтаҡ әҫәрҙәре юғалып ҡалған, ә исеме хаҡһыҙ рәүештә онотолоп торған. Әлеге ваҡытта яҡташтары шағирҙың яҡты иҫтәлеген тегреҙеү буйынса эштәр алып бара.
Кемдер фотола һүрәтләнгән һалдаттарҙың исемен яҙа башлаған, үкенескә күрә, барыһы ла күрһәтелеп бөтмәгән. Ярлы Карим вагон эсендә ултырған кешеләр араһында һулдан икенсе. Ҡалған яҙыуҙар: Габбасов, Хабиров Сабир, Баталов (в черном френче), Мустафин, Камалов (комиссар полка), Нургалеев Фаррах, Курамшин, Гайнуллин, Альмухаммедов.
Скопировано с сайта: «Интернационал» йырын тәүге тапҡыр башҡорт теленә тәржемә иткән шағир - Ярлы Кәрим. - kurultai.ru
https://kurultai.ru/ba/content/2023-yarly-karim--avtor-pervogo-perevoda-internaczionala-na-bashkirskij/?tag%5B1%5D=news
Читайте нас: