+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
3 Март 2021, 20:00

АРҠА ЙЫУЫШ. Сабир Шәрипов.

Халыҡ араһында арҙаҡлы заттарға бәйле лаҡаптар байтаҡ. Арыҫлан ағай Мөбәрәков хаҡында ла мәрәкә ишеткәнем булыр.Хәтәр юморист Сәғит Агиш менән ҡала мунсаһында осрашҡандар. Арыҫландай кәүҙәле актер ҡураныс ҡына дуҫының арҡаһын ышҡый башлаған, ти.

Үҙе урман белгеселәй – йәшлегендә урман техникумында уҡыған! – әйтә була:
– И-и, Сәғит, диләнкәң бәләкәй генә икән, эше лә бөттө...
Инде яҙыусы йыуғыс ала ҡулына, Арыҫландың иңбашын арлы-бирле ышҡыштыра ла йәһәт кенә душҡа шыла. Актер ята-ята ла әйләнеп ҡарай – теге юҡ. Гөрөлдөк тауышы менән ҡысҡырып ебәрә был:
– Күпме көтөргә була?!
– Бәй, көтмә! Үҙемдеке хәтле диләнкәңдең эшен бөтөрҙөм – вәссәләм!
Читайте нас: