“Урал батыр” эпосында батырҙың ҡылыс алып, йылға юлын быуып ятҡан тауҙы яра сабып ебәреүе һәм ул ерҙең шул замандан алып “Ҡырҡты” тип йөрөтөлә башлауы хаҡында барыбыҙ ҙа беләбеҙ.
Көньяҡҡа табан Ирәндек һырты һуҙыла, ә төньяҡҡа ҡарай Ҡырҡтытау һырты түбәләре китә. Ә оҙон (Ҡырҡты – 135 км, Ирәндек – 120 км) был һыртты икегә Оло Ҡыҙыл йылғаһы бүлә.
Был урын һырттар ғына түгел, юлдар ҙа осрашҡан-айырылышҡан урын: автомобиль юлдары, Урал тауҙарын шулай уҡ ҡырҡып, Әбйәлил, Белорет һәм Баймаҡ яҡтарына йүнәлә. Ҡырҡтытауҙың иң бейек түбәһе – Ҡараташ (1114 м). Ирәндек түбәләре бер саҡырымға етмәй.