-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
27 Февраль 2021, 18:27

Мәрхәмәтлелек – башҡорттоң төп сифаты

Рәссам Б.П. Виллевальдиҙың (1819-1903) “1813 йылғы һуғыштан эпизод” исемле һүрәтендә:

башҡорт яугирының бөтөн асылы, характеры, күңел торошо сағылған. Рәссам үҙенең һүрәтендә башҡорт менән казакты һынландырған. Европа ҡалаларының береһендә урам буйлап, аттарын етәкләп китеп барғанда, туҡталып, башҡорт яугиры күп балалы фәҡир ҡатынға хәйер биреп тора.
Виллевальде үҙенең картинаһында башҡорттарҙың мәрхәмәтлелеген һәм киң күңеллелеген асыҡ сағылдырған. Аяуһыҙ һуғыш, көндә үлем күргән хәлдә лә башҡорт яугирының күңеле ҡырыҫланмаған, ул һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған.
Читайте нас: