+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
23 Февраль 2021, 22:00

Йәлдәк башҡорттарынан сыҡҡан иң данлыҡлы шәхес

СССР Юғары Советы Президиумының 23 февралендәге Указына ярашлы, Ленин ордены һәм “Алтын Йондоҙ” миҙалы менән бергә Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була...

Йәлдәк башҡорттарынан сыҡҡан иң данлыҡлы шәхес, әлбиттә, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев. Ул 1922 йылда Илеш районының Иләкшиҙе ауылында тыуған. 1944 йылдың авгусына тиклем 76-сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры гвардия капитаны Муса Гәрәев 164 хәрби осош яһай, батырлыҡтары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 23 февралендәге Указына ярашлы, Ленин ордены һәм “Алтын Йондоҙ” миҙалы менән бергә Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Ә инде 1945 йылдың мартына тиклем хәрби осоштары 207-гә барып етә. 1945 йылдың апрелендә ул икенсе тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Муса Гәрәйев йәлдәктәрҙең генә түгел, бөтөн башҡорт халҡының , Башҡортостандың ғорурлығы булып тора.
Читайте нас: