-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
23 Февраль 2021, 19:19

Рәшит ШӘКҮР. Әрмеләрҙә йөрөп, ҡайттым тыуған ауылыма.

Армиянан туп-тура тыуған ауылыма ҡайтып төштөм. Эй, ул атайлы, әсәйле булған ваҡыттар!

...Шулай итеп, 1956 йылдың июль башында армияға алындым. Ул ваҡытта хәрби хеҙмәткә алыу тураһында илдең оборона министрының приказы, ғәҙәттә, август-сентябрь айҙарында ғына матбуғатта баҫылып сыға торғайны. Хеҙмәт итеү срогы өс йыл була ине. Миңә иһә көнсығыштағы Красноярск крайынан алып көньяҡтағы
Краснодар крайына тиклем ғәйәт оҙон юлдар үтеп, һалдат бутҡаларының тәмен татып, дөрөҫөрәге, бер бот тоҙ ашап, өс йыл да дүрт ай буйы Ватан һағында тороп, шөкөр, имен-аман йөрөп ҡайтырға насип булды. 1956 йыл сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү кампанияһының әле һаман да ҡыҙыу ғына осоро ине. Шуның еле менәндер,
күрәһең, беҙҙе, алда әйткәнемсә, июль башында уҡ мобилизациялап, ауыл эшсәндәренә ярҙам итеү өсөн Көнсығыш Себергә оҙаттылар. Тотош бер состав булып тауар вагондарына тейәлеп, сәғәттәр буйы туҡтала-туҡтала, ун өс көн тигәндә Ҡаҙандан алып Красноярск крайындағы Уяр ҡалаһы эргәһендәге Клюквенный станцияһына барып төштөк. Артабан хәрби грузовиктарға тейәлеп, крайҙың төрлө райондарына таралдыҡ.
Беҙ Саян тауҙары итәгендәге Саян районының Малиновка тигән ҙур ғына урыҫ ауылына барып етеп, шуның эргәһендә палаткалар ҡороп урынлаштыҡ. Көҙгә тиклем колхоз эшендә тир түктек: бесән әҙерләштек, ҡулға көрәк тотоп, силос ямдары ҡаҙыныҡ, ырҙын табаҡтарында иген таҙарттыҡ. Сентябрь урталарынан башлап бер ай буйы Уяр тигән ҡала эргәһендәге Клюквенный станцияһындағы элеваторҙа эшләнек. Иген элеваторҙа лыҡа тулы (үткән йылғы уңыш менән тулып киткән булғандыр), тау-тау булып өйөлөп ята. Әле теге, әле был урында парланып, шул «янып» ятҡан иген тауҙарын күмәкләп көрәй-көрәй бер ҡырҙан икенсе ҡырға күсерергә кәрәк. Бер минут та артыҡ ял бирмәйенсә, команда менән генә эшләткәс, арыта, бигерәк тә төнгө сменанан, хәлдән тайып, казармаға ҡайтып йығылаһың. Ниһайәт, ноябрь баштарында, йәнә теплушкаларға тейәлеп, был юлы инде көнбайышҡа табан ҡуҙғалып киттек. Ун биш көн тигәндә, тағы ла юлда туҡтала-туҡтала, Краснодар ҡалаһына барып еттек. Теплушкаларҙа йөрөүҙең ни тиклем үҙәккә үткәнлеге тураһында һөйләп тормайым. Ул селедка тултырылған мискә һымаҡ вагон эстәрендә тығылышып барыу тураһында иҫкә лә төшөргө килмәй.
Ысын һалдат хеҙмәте Краснодар ҡалаһында башланды. Шунда, ниһайәт, хәрби присяга бирҙек. Унда, ярты йыл буйы йәш боецтар курсын үтеп (рота командиры Осипенко фамилиялы капитан ине), приводной радиопеленгатор станцияларының өлкән радиомеханигы һөнәрен алып сығып, төрлөбөҙ төрлө авиация частарына таралыштыҡ. Мине бер урыҫ егете менән Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһы эргәһендәге Хотунок поселогында урынлашҡан хәрби часҡа оҙаттылар. Унда ике йыл буйы осоштар ваҡытында хәрби аэродромды хеҙмәтләндереүсе приводной радиостанцияла радиотелеграфист вазифаһында хеҙмәт иттем. Егерме ай буйы землянкаларҙа йәшәнек. Беҙҙең часть аэродромда самолеттарҙы хеҙмәтләндереүсе бер рота ҙурлығындағы подразделение ине. Күпселек егеттәр самолеттарҙы хеҙмәтләндерә, казармала йәшәй. Аэродром поселоктан алтыDете саҡрым ситтә, ҡола яланда урынлашҡайны. Шуның арғы осонда осоштар ваҡытында сигнал биреп тороусы радиостанциялар ултыртып ҡуйылған. Беҙ йыл әйләнәһенә, ана шул станцияларҙы хеҙмәтләндереп, далала ятабыҙ. Команда булыу менән, эфирға үҙебеҙҙең сигналды ебәрә башлайбыҙ. Осоштар барғанда хәрби бомбардировщиктар геүләп баш осонан ғына тиерлек осоп үтә. Летчиктар туҡтауһыҙ үҙҙәренең хәрби оҫталыҡтарын камиллаштыра. Беҙ ҙә һәр ваҡыт уяу торабыҙ. Шулай ныҡ тырышҡанбыҙҙыр инде: егерме ай эсендә бер ниндәй иҫкәрмә алырға тура килмәне. Армияла был да ҙур ҡыуаныс. Новочеркасск далаһында үткән егерме ай ғүмерем тын ғына, тыныс ҡына бер осор булған икән тип иҫкә алам хәҙер. Бында ла, артабан яңынан Краснодарға күсерелгәс тә, буш ваҡыт арыу уҡ күп булды. Уны
мин уҡыу, үҙ өҫтөмдә эшләү өсөн файҙаландым. Мәскәүҙә яңы сыға башлаған «Литература и жизнь» (хәҙер – «Литературная Россия»), «Союзпечать» аша Өфөнән «Совет Башҡортостаны» гәзиттәрен, «Әҙәби Башҡортостан» (хәҙерге «Ағиҙел») журналын алдырып уҡып барҙым. Йәғни һалдатҡа ай һайын бирелә торған 3 һум аҡсаны бары тик файҙалы эштәр өсөн генә тотондом. Ул осорҙа Башҡортостан тарихы буйынса өр-яңы хеҙмәт тип иҫәпләнгән «Очерки по истории Башкирской АССР» (т.1, часть первая. Уфа, 1956) тигән китапты энәһенән ебенә тиклем уҡып сыҡтым. Краснодарға күскәс, Леонид Леоновтың атаҡлы «Урыҫ урманы» романын уҡып, ҙур кинәнес алдым. Новочеркасск – тарихи ҡала, уны Дон казактарының баш ҡалаһы тип йөрөтәләр. Увольнение алған ваҡыттарҙа ҡаланың иҫтәлекле урындары менән танышып йөрөргә тырыштым. Әйткәндәй, унда Дон казактарының музейы урынлашҡан, Себерҙе буйһондороусы баҫҡынсы Ермакка ғәләмәт шәп һәйкәл ҡуйылған. Ошо һәйкәлде, ҡалалағы триумфаль арканы фотоға төшөрөп алдым. («Смена-3» тигән фотоаппаратым бар ине.) Мөмкинлек булғанда, бер үҙем генә радиостанцияға кереп ултырып, Өфөнән көндөҙгө башҡорт концерттарын тыңлай торғайным.
Шул осорҙа матбуғат биттәрендә күп кенә мәҡәләм баҫылып сыҡты. 1958 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналына тәүге мәҡәләмде ебәрергә батырсылыҡ иттем. Тиҙҙән Фәрит Иҫәнғолов ағайҙан хат килеп төштө. Алдағы номерҙарҙың береһендә баҫып сығарырбыҙ, тип яҙғайны ул. «Сирень сәскәләре» хаҡында бер фекер» тигән ул мәҡәлә (Назар Нәжмиҙең хикәйәһе тураһында уйланыу) журналда шул йылдың 7-се һанында донъя күрҙе. Рәсми күҙлектән ҡарағанда, минең әҙәби-ғилми эшмәкәрлегем нәҡ ошо ваҡыттан башлана тип иҫәпләргә була. Бынан һуң, теләк булһа ла, әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре яҙыуҙан бер аҙға тыйылып торҙом. Сөнки, юғары белем алмайынса, улай яҙыусылар ижадына баһа биреү минең өсөн әлегә иртәрәк тигән фекергә килдем. Әҙәбиәт ғилеме, әҙәби тәнҡит менән университеттың өсөнсө-дүртенсе курстарында уҡығанда ғына яңынан ныҡлап шөғөлләнә башланым.
Ҡыҙыҡ, Новочеркасскиҙа хеҙмәт иткәндә уйламаған ерҙән үҙемдең крәҫтиән балаһы икәнемде иҫкә төшөрөргә тура килде. Йәғни, радиостанция ҡола яланда ултыра, тинем бит. Уның антенналары ғына әллә күпме ерҙе биләп тора. Хәрби объект – колхозмы, совхозмы, станцияның әйләнә-тирәһенә яҡын да килмәй. Шул биләмәне үлән баҫа ла китә. Уны бит кәмендә бер йөҙ метр радиусында таҙартып, сабып торорға кәрәк. Салғы бар ине, тоттом да сменанан бушаған арала бер аҙна ун көн эсендә әллә күпме бесән саптым да ташланым. Ике йөк машинаһы бесән йыйылды. Беҙҙең радиостанцияға килеп йөрөгән ике сверхсрочник старшина (береһе иҫтә ҡалған: Капранов) бар ине. Ҡасабала торалар, шуларҙың береһе мал аҫраған була. Бесән килеште бит тегеңә. Бер машина тейәтеп ебәрҙек. Бер нисә күбә бесәнде ситкә һатып, аҡсаһын өсөбөҙгә бүлешеп алдыҡ. Икенсе йылында ла бесән эшләнек. Бер ыңғай станцияның тирә-яғы ла таҙарып ҡалды. Ҡулыңдан эш килһә, ҡайҙа ла уның файҙаһы тейергә генә тора шул.
Илдең климат шарттары уңайлы, йылы яҡтарында хеҙмәт итеү, утлы нөктәләргә тура килмәү ҙә үҙе бер бәхет булғандыр. Новочеркасскиҙа йәйрәп ятҡан ҡарбуз баҡсалары беҙҙең эргәлә генә ине. Күпме һыйлана алһаң да, һыйланаһың – күргән дә, тыйған да кеше булманы. Ә Краснодарҙың ҡала ситендә – бер осонан икенсе осо күренмәгән алма, һары сейә баҡсалары, виноград плантациялары. Беҙҙең радиостанциялар частан ситтә, шундай баҡсаларға яҡын ғына ерҙәргә ҡороп ҡуйылған. Часҡа барған-килгән саҡтарыңда ла йә алма, йә һары сейә баҡсалары аша үтеп йөрөйһөң, һалдат был байлыҡ, муллыҡтан үҙенә өлөш сығармайынса ҡаламы һуң
инде ул.
Краснодарҙа һуңғы йыл хеҙмәт иткәндә политбүлектә минең яҙыу-һыҙыу менән шөғөлләнеүемде белеп ҡалдылар. Хәрби ҡаласыҡтың уртаһында – квадрат формаһында һалынған, ҡарамаҡҡа ғәләмәт ҙур мәҙәниәт һарайы һымаҡ бина. Шунда штаб, төрлө службалар, поликлиника, бер яҡ ҡабырғаһында беҙҙең казарма урынлашҡан. Ҡаланан ситтә лә, ҡайһы бер райондарҙа ла аэродромдары бар. Айырым бер дивизия ине шикелле ул. Йәйге учениелар ваҡытында афған летчиктары ла күренеп ҡала торғайны. Бына шунда политбүлек начальнигы часть тураһында листовкалар сығарыу өсөн мәҡәлә, очерктар яҙырға заданиелар бирә башланы. Ул эш байтаҡ ваҡытымды алды, ҡайтыр алдынан да әллә нисә ҡулъяҙманы тапшырып киттем. Бары шуныһына күңелем булды: демобилизацияланыуға приказ сыҡҡас, политбүлек начальнигы, ҡайтып китеүселәрҙе йыйып алып, хушлашыу һүҙе әйткәндә: «Вот рядовой Шакуров, сын башкирского народа, журналист. Желаю тебе успехов!» – тип, рәхмәт белдерҙе. Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан өсөн комсомолдың Краснодар ҡала комитетының Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы. Хәрби комиссариатҡа алып ҡайтып тапшыр, тип ҡулыма конверт та тотторғайны. Уны йәбештерелгән еренән асып ҡарап уҡырға ҡыйманым, шул көйө алып ҡайттым да, район үҙәге Стәрлетамаҡҡа барып, хәрби комиссариатҡа тапшырҙым. Ҡыҙыҡ, ниндәй хат булды икән ул? Был минең өсөн бәләкәй генә сер булып ҡалды.
Әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡан кешегә ғәҙәттә «Армия һеҙгә нимә бирҙе?» тигәнерәк һорау бирәләр. Шуға яуап итеп, былай тиер инем: армия бер яҡтан бирә, икенсе яҡтан ала ла инде ул. Бирә тигәндән, ул һине һәр яҡлап – физик һәм психологик йәһәттән – сыныҡтыра, тәртипкә (дисциплина), ҡушҡанды еренә еткереп үтәй белергә өйрәтә. Тормошта бының әһәмиәте бик ҙур. Ә инде ала тигәнгә килһәк, кешенең иң йәш, дәртле, һәләтле ваҡыты ана шул армияла хеҙмәт иткән йылдарға тура килә. Психологтар билдәләүенсә, егерме ике-егерме өс йәштәрҙән уҡыуға, белем алыуға, бигерәк тә телдәрҙе үҙләштереүгә һәләт бермә-бер кәмей бара, юғары белем алыу, үҙеңдең тормошоңдо ҡороу өсөн старт та һуңлап алына. Мин бына, дүрт йыл техникумда уҡып, тағы ла дүрт йылдан һуң, егерме өс йәштә генә университетҡа килеп керҙем. Үҙемдән күпкә йәшерәк егеттәр һәм ҡыҙҙар менән бергә уҡып алып киттем. Мин килеп кергәндә шулай уҡ минән йәшерәк Рауил Бикбаев, Ғәзим Шафиҡовтар юғары курстарҙа уҡып йөрөйҙәр ине. Хәҙер армияла хеҙмәт итеү срогын кәметтеләр. Юғары белем алырға, ижади эшкә ынтылған йәштәр өсөн был бик һәйбәт. Ә иң яҡшыһы – юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң хәрби бурысыңды үтәүҙер ул. Ҡыҫҡаһы, армия – тормош мәктәбе, илде һаҡлау – һәр бер ир-егеттең бурысы, намыҫ эше. Был бурысты намыҫ менән үтәп ҡайтыуыма ғорурланып йәшәйем.
Армиянан туп-тура тыуған ауылыма ҡайтып төштөм. Эй, ул атайлы, әсәйле булған ваҡыттар! Атайым, инәйемдең, һигеҙ баланы бер-бер артлы аяҡҡа баҫтырып, үҙҙәре генә имен-аман йәшәп ятҡан көндәре ине. Тамара Ғәниева әйтмешләй, мин дә бәхетле булғанмын икән. Айҙар, йылдар буйы ситтә йөрөйһөң дә ҡайтаһың да төшәһең. Бөтөн күргән-кисергәндәреңде бер аҙға онотоп, тыуған йорт йылыһына кинәнеп, йәнеңә, тәнеңә лә ял алып, тынысланып, тағы ла әкиәттәге йомро йомғағың артынан оло юлдарға, дөрөҫөрәге, яңынан күтән һурпаларын эсергә сығып китәһең. Армиянан бер тапҡыр ҙа отпускыға ҡайтып булманы, һағындырған. Хәҙер бына бер ҡайҙа ла ашыҡмайым, ауылда оҙағыраҡ торорға булдым. Атай-инәйең, яҡын туғандар, бер туған кеүек күргән ауылдаштарың менән бер аҙ ғына булһа ла аралашып йәшәү ҙур шатлыҡ та баһа.
Ауылыбыҙ бигүк бирешмәгән ине әле. Шулай ҙа йорттар бер аҙ кәмегән. Йәшерәк ғаиләләрҙең ҡайһы берҙәре совхоздың бүтән бүлексәләренә күсенгән. Абдулла ағай менән Хәтирә апай балалары янына Ташкент сығып киткәндәр. Ауылыбыҙҙы 1957 йылда “Первомайский” совхозына ҡушҡайнылар. Йәштәрҙең бер аҙы совхоздың
бүлексәләрендә эшләп йөрөй. Ҡатын-ҡыҙ беҙгә ике саҡрымда ғына ятҡан фермаға йөрөп эшләй. Таң менән Камилдың трактор арбаһына ултырып сығып китәләр ҙә ҡараңғы төшкәс кенә әйләнеп ҡайталар. Ауылды ҡатын-ҡыҙға берҙән-бер эш урыны биргән шул ферманың яҡын булыуы ла тотоп торғандыр инде. Ул йылдарҙа әле колхоз ваҡытынан ҡалған аттар ҙа, ат һарайы ла үҙебеҙҙә ине. Уныһы ла ауыл өсөн бер йыуаныс. Иң мөһиме, башланғыс мәктәп итеп файҙаланылған мәсет бинаһы ауылыбыҙға йәм биреп ултыра. Ағай-эне, туған-тыумасаның бер көйөнсә генә көн күреп ятҡан сағы. Оло йәштәге бабайҙар, әбейҙәр, йәштәштәрең менән ошолай ҡайтып күрешеү ҙә үҙе бер ғүмер. Ауылға байрам алдынан, 1959 йылдың 6 ноябрендә
ҡайтып еткәйнем. Ғәзекәй бабай менән Миңнебаныу әбейҙәр, бал ҡойоп, туғандарҙы ҡунаҡҡа саҡырған. “С корабля на бал”, тигәндәй, мин дә шул мәжлестең уртаһына тап булдым. Ғәзекәй бабайҙарҙың (ул атайымдың бер туған ағаһы) өйө матур, иркен. Түрҙә – һике, уртаһында – көрәгә. Бер туғандар, ике, өс туғандар йыйылып,
көрәгә тирәләй теҙелеп ултырған. Һәр кемдә – байрам кәйефе. Элекке хәтер ҡалыуҙар, күңелде ҡырып торған хәтирәләр онотолған. (Бабайыбыҙҙың да, уның балаларының да ҡулы йүгерек булды, беҙгә лә бының касафаты тейә торғайны. Нәфсе – кешенең яуыз дошманы. Бабайыбыҙ ҡартайған көнөндә, шуны аңлап,
ниһайәт, тәүбәгә килгәндер, был мәжлестәге ихласлыҡ, яҡынлыҡты шуның билгеһелер тип уйланым. Шулай ғына булһын, эй Аллаһым, ярлыҡасы беҙҙән алдағы туғандарыбыҙҙың тере саҡта ҡылған гонаһтарын!)
Был кистә мин ауылыбыҙ халҡының ынйы-мәрйендәр менән тулы аҫыл тел диңгеҙенә сумғандай булдым. Ситтә йөрөгән кешегә иң элек тел, бала саҡтан күңелгә һеңгән өндәр яңғырашы, туған телдең һүҙ байлығы, телмәрҙең аҡҡан һыу, иҫкән ел кеүек аһәңле, тәбиғи ағышы танһыҡ икән. Ә мәҡәлдәр, әйтемдәр, тапҡыр һүҙҙәр!.. Йыр, моң!.. Был ваҡытта мин, гәзит-журналдар уҡып, фольклорҙың, халыҡ ижадының ҡиммәтен белә инем инде. (Шуға күрә ҡулымда ҡәләм, блокнот.) Армияла йөрөгәндә, ана, Мораҙым мәктәбендә бер осорҙа уҡыған Фәнүзә Нәҙершинаның, фольклор буйынса аспирантураға кереүе тураһында белеп ҡалыу
менән, ҡотлап хат яҙғанмын да хатҡа Тимер Арыҫлан шиғырынан ошондай һүҙҙәрҙе эпиграф итеп ҡуйғанмын:
Халыҡтан да бөйөк композитор,
Халыҡтан да бөйөк йырсы юҡ.
Мин үҙем онотҡайным, аҙаҡ был хаҡта күренекле ғалимә Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершина минең ижадыма арналған «Зиһенендә – халыҡ хәтере, күңелендә – ил тойғоһо» тигән мәҡәләһендә (“Башҡортостан”, 2012, 11 ғинуар) иҫкә төшөрөп үтте. Ул кистә бер блокнот тулғансы ҡыҫҡа һәм исемле йырҙар, мәҡәл, әйтемдәр яҙып ултырҙым. Тотош бер ауылдың репертуары шунда ине. (Үкенескә, хәҙер ул яҙмаларым ҡулымда юҡ, сөнки, Башҡорт дәүләт университетында уҡый башлағас, уҡытыусыбыҙ Әнүр Вахитов ағай белеп ҡалды ла, ай-вайыма ҡуймай, башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кабинетына тапшыртты. Аҙаҡ һорап ҡараным да, һуң булды – берәү ҙә белмәне. Был минең өсөн ҙур ғына юғалтыу булды. Иҫкә төшһә, әле лә ҡыйын булып китә.) Йырҙы ла, иҫтәлек, легенданы ла кеше, белһә лә, тикто-малдан ғына йырлап та, һөйләп тә бармай. Хәтер тоҡсайын ул, ғәҙәттә, ошолай бер ҡорға йыйылып, күңел асҡан ваҡыттарҙа йомартланып сисеп ебәрә. Шуныһы ла ҡыҙыҡ: ҡайһы бер кешеләрҙең улар үҙҙәре генә белгән бер-ике йыры була. Ниңәлер ул йырҙарҙы бүтәндәр бигүк йырлап бармай. Бына, әйтәйек, беҙҙә «Кизелекәй шаршау» йәки «Турат йыры» тиһәң, ә-ә, уны ана Мирсәйет ағайың йырлай инде, ти ҙә ҡуялар ине. Шулай булып сыҡты ла: ҡыҫтап-ҡыҫтап, Мирсәйет ағайҙан йырлаттылар ул һирәк йырҙарҙы. Ә бына ике туған ағайым – Әмерхан абзый – йырсы тик йырсы ине! Әле уның «Ҫандуғасым, ҫайра-ҫайра!» тигән йырынан ошондай строфаларҙы килтереп үткем килә:
Ҫандуғасым, ҫыу тап, ҫыу тап,
Йөрөмә ҫыуларға ҫыуҫап.
Төрлөбөҙ төрлө илләрҙә,
Их бер илләрҙә булҫаҡ!
Ҫандуғасым, ҫайра-ҫайра,
Ҫайра, үҙеңә файҙа,
Мөмкин булҫа, әйтеп ҫайра,
Рәхәт тормошлар ҡайҙа?
Был йырҙы һис бер ҡайҙа ишеткәнем булманы. Аҙаҡ миңә тулыраҡ тексын инәйем әйтеп яҙҙырҙы. Мин уны үҙемдең «Сыңрау торналар иле» тигән китабыма ла керетеп ебәргәйнем. Әмерхан абзыйҙың өҙөлөп, яратып йырлаған йырҙарының береһе ул. Өҙөлөп йырларлыҡ та шул – «төрлөбөҙ төрлө илләргә» таралып йәшәргә
дусар ителгән беҙҙең мәшһүр Сумар ауылы халҡының, уйлаһаң, уйылып китерлек яҙмыштары тураһында бәйән итә бит ул йыр.
Атай йортонда, тыуған ауылымдың һауаларын һулап, тыуған еремдең һыуҙарын эсеп, ике айҙан артығыраҡ бер хәүефһеҙ ғүмер иттем. Тыуған ерҙең һыуы тигәндән, беҙҙең Өршәк һыуы бигерәк татыр ул. Күберәк шул һыуҙы эсә торғайныҡ. Үрге остараҡ, ауылдың һырт яғында, колхоздың ат һарайы эсендә сөсө һыулы бер генә
ҡойо бар ине. Тәмләп сәй эсергә ниәтләнһәк, йыраҡ булһа ла, шунда барып килер инек. Ҡыш етеп, Өршәктә һыу туңып, ҡаты һыуыҡта боҙ шартлап ярыла башлаһа, боҙ уйып ташый ҙа, шуны иретеп, боҙ һыуы эсеп кинәнә инек. Был юлы ла, боҙ уйып, солан тултырып ташып ҡуйҙым. Атайым, йәше етмешкә етһә лә, донъяны
матур итеп көтә ине әле. Хужалыҡта бер ат, бер һыйыр, биш-алты кәзә-һарыҡ. Мөгәрәп тулы бәрәңге. Миңә мал ҡарашыу ҙа, бала саҡтағы һымаҡ, күңелгә рәхәт. Бергә уйнап үҫкән йәштәштәрем – Дамир, Камил, Рәғәттәрҙең, механизатор һөнәрен үҙләштереп, ауылда эшләп йөрөгән сағы. Йәшлек дуҫтарың менән күрешеү, аралашыу ҙа ниндәй шатлыҡ! Ошо ике ай эсендә йәнә, Стәрлетамаҡҡа, тирә-яҡ ауылдарға барып, алыҫҡа сығып китергә йыйынған кеше һымаҡ, туғандар, дуҫтар менән күрешеп йөрөнөм. (Ярай әле алыҫҡа булманы булыуын, ә бына оҙаҡҡа, бик-бик оҙаҡҡа булып сыҡты. Барыбер күңел һиҙә икән шул ул.)
Тыуған ерҙең һыуы, һауаһы тураһында әйтәһе һүҙем бөтмәгән икән әле. Кеше өсөн түгел, һәр бер йән эйәһе өсөн дә бик ҡәҙерле ул тыуған яҡ, тыуған ер, тыуған тупраҡ. Мәрйәм апайымдың улы Фәрит туған һөйләп аптыратҡайны бер. Улар беҙҙән 30 – 35 саҡрым алыҫлыҡтағы Тәүәтәй ауылында, Дим буйында йәшәйҙәр ине. Фәриттәр үҙҙәренең колхоз аты менән беҙҙең ауылға, ҡартатайҙарына ҡунаҡҡа килһәләр, Дим һыуына өйрәнгән Тәүәтәй аты Өршәктең татыр һыуын эсмәй ҙә ҡуя икән. (Ул ваҡытта беҙҙәге элекке колхоздың сөсө һыулы ҡойоһо күмелгән булғандыр, күрәһең.) Шул көйө, Сумарҙа һыу эсмәйенсә, ике көн буйы сарсап йөрөп ҡайтыр булған бахыр малҡай.
Әле оло йәшкә етеп, һаулығым ҡаҡшағанда мин йыш ҡына, их, шул Өршәк һыуҙарын эсеп, йәйгеһен Өршәктә ҡолас ташлап һыу инеп, тыуған ауылымда йәшәһәм, тәнемә көс ултырыр ине лә, һауығып та китер инем, тип уйлаған булам. Ләкин, ни хәл итәһең, ул ниәтте бойомға ашырыр өсөн ҡулымда болом да, тәнемдә көсөм дә, үҙемдең, дөрөҫөн әйткәндә, быға һәләтем дә юҡ. Йәшерәк саҡта бер баҡса өйө һалыуын һалдым, уныһын да – рәхмәт дуҫ-иштәргә! – күберәк өмә яһап эшләттем. Етмеш йәшкә тиклемге ғүмерем тамаҡ ялына эшләп, эш хаҡын айҙыҡын айға саҡ еткереп, үтте лә китте. Етмештән һуң да әле биш йыл буйы профессорҙың ярты ставкаһына һөйрәлеп йөрөп тигәндәй эшләргә тура килде. Ә профессорҙың ярты ставкаһына, ҡайҙа инде йорт, аласыҡ та һалырлыҡ түгел бит ул. Элек, беҙҙән алдараҡ, вуз уҡытыусылары – фән кандидаттары, докторҙар – йәшәп ҡалғандар ҡалыуын. Беҙҙең дәүерҙә уларҙы ла төп башына ултырттылар. (Хәйер, вуздарҙың үҙендә лә ниндәй социаль ҡатламға эләгәһең бит. Мин белгән Өфө вуздарының береһендә, мәҫәлән, 2013 йылда профессорҙың айлыҡ эш хаҡы 30 мең һум тирәһе булһа, ректор үҙенә – 800 мең, проректорҙарына өсәр йөҙ мең һумлыҡ оклад билдәләгән, тип ишеттем. Бер миллион һум алып эшләгән ректорҙар ҙа бар, тинеләр. Бына ниндәй социаль тигеҙһеҙлек заманында йәшәйбеҙ хәҙер.)
Ауыл, ауыл... Беҙ, хыялбайҙар, тыуған ауылыбыҙҙы онотмайбыҙ ҙа, онота ла алмаясаҡбыҙ. Олоғая барған һайын ул тағы ла йышыраҡ иҫкә төшә, бигерәк тә бала саҡ иҫтәлектәре күңелдә йылы, яҡты хистәр уята. Ярай әле, атай-инәйем оҙон ғүмерле булды, балаларымды ла бала саҡтарында йәй һайын ҡартатайҙары, инәйҙәре
янына алып ҡайтырға мөмкинлек булды. Улар ҙа, ҡала балалары булһалар ҙа, барыбер аҙмы-күпме ауыл һауаһын һулап, туған тел мөхитен тойоп үҫтеләр. Ә тыуған ауыл, ауылдаштар айырыуса ҡәҙерле бер донъя ул кеше өсөн. Шәүрә ҡыҙымдың бала сағында әйткән бер һүҙе ниндәй тәрән мәғәнәле! «Атай, һин бәхетле, сөнки һинең тыуған ауылың бар», – тигәйне ул бер мәлде. Нисек нескә тойоп әйткән дә баһа. «Их, минең дә тыуған ауылым булһа икән!» тигән үкенес тә бар һымаҡ был һүҙҙәрҙә. Ярай, балаҡайҙарым, минең тыуған ауылымды һеҙ ҙә тыуған ауыл тип иҫәпләргә хаҡлыһығыҙ ҙа, тейешһегеҙ ҙә.
Ҡайһы берҙә башыма шундай уйҙар ҙа килә. Анау мин армияла йөрөгән осорҙа, колхозыбыҙҙы бөтөрөп, пыран-заран килтермәгән булһалар, әлеге 1960 йылда бында миңә лә берәй эш табылып, өйләнеп, үҙемә йорт һалып сығып, кәмендә алты-ете бала үҫтереп, ҡарт көндәрендә атай-инәйемде ҡарап, тыуған ауылымда
ғына йәшәргә насип иткән булһа, мин ниндәй бәхетле булыр инем. Юҡ шул, насип итмәгән.
Эй, яҙмыш, яҙмыш...
Читайте нас: