-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
21 Февраль 2021, 23:50

Кирза итек

Мин дә, үҫкәс, һалдат булам,Кирза итек кейермен.Ялға ҡайтҡас, ҡыҙҙар менән,Тыпырлатып бейермен.Әрмелә булмаһа ла, кирза итекте бөтәһе лә кейеп ҡарағандыр. Ә бына уның нисек килеп сығыу тарихын белеп бөтмәй күптәр:

Кирза итектең ҡунысы – каучук шыйыҡ саһы һеңдереп, һыу үткәрмәҫ махсус ҡушылма менән эшкәртәлгән күп ҡатлы кизе-мамыҡ туҡымаһынан, ә башы һәм үксәһе, йәғни аяҡтың шайтан ашыҡ һөйәге тәңгәленән түбән өлөшө күндән тегелә. Был туҡыма эҫе менән һыуыҡҡа берҙәй үк ҡаршы тора ала һәм аяҡтарҙы еүештән яҡшы һаҡлай.
Тәүге кирзаны етештереү буйынса тәжрибәләрҙе 1903 йылда Санкт-Петербургта уйлап табыусы Михаил Поморцев үткәрә. 1904 йылда ул күн кеүек һыу үткәрмәй торған брезент булдыра. Ул парафин, канифоль һәм йомортҡа һарыһы ҡатышмаларынан тора.
Тәүге кирзаны рус-япон һуғышында ҡулланалар: уларҙан артиллерия орудиелары япмалары тегелә. Был материал һуғышта үҙен ышаныслы күрһәтә. Тик унан итектәр тегеү тураһын да уйлап та бирмәйҙәр.
30-сы йылдарҙа кирза етештереү технологияһын совет химиктары Борис Бызов менән Сергей Лебедев камиллаштыра. Ә инженер-химик Александр Хомутов менән Иван Плотников Вятск яһалма күн комбинатында кирза итектәр етештереүҙе көйләй. Тәүге һынауҙы улар совет-фин һуғышында үтә һәм үҙен аҡламай: һыуыҡта улар ҡатып һына, ярыла.
Бөйөк Ватан һуғышының башында Ҡыҙыл армия һалдаттарына аяҡ кейеме етмәү проблемаһы килеп тыуа. Шул саҡ хәрби етәкселек Иван Плотниковты иҫкә төшөрә. Совнарком күрһәтмәһе буйынса Плотниковты тиҙ арала тылға ҡайтарып, “Кожимит” заводының директоры һәм шул уҡ ваҡытта баш инженеры итеп тәғәйенләйҙәр. Ул бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аяҡ кейемдәре тегеү өсөн күнде алмаштырғыс – кирзаны етештереү технологияһын камиллаштырырға тейеш була.
Плотников ҡуйылған бурысты уңышлы йырып сыға. Уның кирза итектәрен кейеп, совет һалдаттары Берлинғаса атлап барып етә.
Күнде алыштырыусы материал уйлап табыуы һәм тиҙ арала сәнәғәт масштабтарында етештерә башлауы өсөн И. Плотников менән А.Хомутов 1942 йылда Сталин премияһы менән бүләкләнә.
Донъяла бөгөн етештерелгән кирзаның күпселек өлөшө Рәсәйгә тура килә.
Ә ни өсөн был материал “кирза” тип атала һуң? Уның исемен күптәр Киров заводы менән бәйләп хаталана. Берәүҙәр, йәнәһе лә, кирзаны етештереүгә инглиздәрҙең сит ил министры лорд Керзон көс һалған, имеш, тиҙәр. Ә ысынында иһә, “кирза” һүҙе инглиздәрҙең шырт йөн туҡымаһы “Керси”-ҙан (ингл. Kersey) барлыҡҡа килгән.
Читайте нас: