+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
17 Февраль 2021, 18:00

Салауатта премьера

Бер спектаклдең тарихы

“1972 йылдың йәйендә Мәскәүҙең Пушкин театры Өфөгә гастролгә килде. Борис Равенских менән Михаил Анчаров Островскийҙың “Ҡорос нисек сыныҡты” романын сәхнәләштергән. “Драматик йыр” тип атала ине был спектакль.
Ул спектаклде беҙ Рим Баянов менән бергә ҡараныҡ. Спектакль беҙгә оҡшаны. Бигерәк тә Рим тулҡынланғайны.
- Беҙҙең театрға хәҙер шундай бер спектакль кәрәк. Яңы килгән йәштәр өсөн кәрәк. Коллективты бер һелкетеп алыр инек.
Ысынлап та, училище тамамлап Салауат тетарына йүнәлтмә алған йәштәр күҙ алдына килде. Уларҙы һайлап алырға Римгә мин үҙем ярҙам иткәйнем.
-Теләгең изге. Был идея һинең башыңа килгән. Тимәк, уны һин тормошҡа ашырырға тейешһең. Үҙең ҡуй.
-Ҡуям. Тәржемә итеп бир. Ваҡыт тапһаң ҡуйырға ла ярҙам итерһең.
Аңлашыла. Тәржемә иткәс, ярҙам итмәй булмай. Быны Рим яҡшы белә. Тәржемә иткәндә әҫәрҙең эстәлегенә шул тиклем тәрән үтеп керәһең, буласаҡ спектакль бөтә нескәлектәре менән күҙ алдына килә.
-Тәржемә тиҙҙән әҙер булыр, - тинем мин.
Бөтәһе лә ошо һөйләшкәнсә булды. Тәржемә лә, спектаклде ҡуйыу ҙа.
Әлбиттә, был инсценировканы ул йылдарҙа ҙур оҫта булып танылған режиссер Борис Равенских үҙенең һәм спектаклдә уйнаясаҡ коллективтың мөмкинлектәрен күҙ уңында тотоп эшләгән. Беҙҙең артистар өсөн дә, тамашасы өсөн дә күнегелгән әҫәр түгел. Шуға ҡарамаҫтан, театрға әле генә килгән йәштәр өсөн табыш булды был пьеса. Спектакль һәйбәт килеп сыҡты”.
Вәзих Сәйфуллин. Салауат дәүләт башҡорт драма театрының 1963-68 йылдарҙағы баш режиссеры.
1-се фотола. Павел Корчагин – Рим Зыязетдинов, Рита - Тәслимә Мөхөтдинова. 2-се фотола. һулдан уңға: Комсомолец – Миңдулла Иҙрисов, Жухрай – Р. Үтәгәнов, Павел - Рим Зыязетдинов.
Читайте нас: