+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
15 Февраль 2021, 13:20

Ирәндектең моңло балаһы

Кәрим Дияров заманында: “Үҙ ғүмеремдә Хәмит Әхмәтовтай ҙа көслө ҡурайсыны белмәйем” − тигән:

Моң-талант — кешегә тәбиғәт тарафынан инселәнгән Хоҙай бүләге. Ошо хазина менән ихлас уртаҡлашҡан йырсы, ҡурайсы, бейеүселәрҙе халыҡ бер ҡасан да онотмай, күңелендә һаҡлай.
Әхмәтов Хәмит Борхан улы 1904 йылда Күсейҙә старатель ғаиләһендә тыуған ( 1 ғинуар 1904 йыл, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Күсей ауылы (Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) – 9 сентябрь 1966 йыл, Сибай ҡалаһы). Бала саҡтан көтөү көткән малай эш мәлендә лә ҡурайынан айырылмаған. Күсем­ташҡа баҫып уйнап ебәрһә, моңо Ирәндек бу­йындағы барлыҡ йәйләүҙәргә ишетелер булған. Ул үҙенең остазы, шул дәүерҙә оҫта ҡурайсы булараҡ дан алған Бирғәле ҡарттан күп кенә йырҙарҙың тарихын да отоп алып ҡалған.
1923 йылдың йәйендә Мәскәүҙә беренсе тапҡыр СССР ауыл хужалығы һәм сәнәғәт күргәҙмәһе асыла. Илебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре үҙҙәренең көнкүреше менән бергә мәҙәниәт, сәнғәт оҫталығын да күрһәтергә тейеш була.
Башҡортостан исеменән был сарала ҡатнашыу хоҡуғы Бөрйән-Таналыҡ халҡы вәкилдәренә бире­лә. Делегация етәксеһе итеп Темәстән Әбүбәкер Хөсәйеновты тәғәйенләйҙәр. Төркөмдә Әбүбәкер­ҙең ҡатыны Хәҙисә, ҡыҙҙары Зөләйхә менән Әминә, кейәүе Ирғәле, бейеүсе Йомабай Барлыбаев, йыр­сы Әбдрәхим Исҡужин һәм ҡурайсы Хәмит Әхмәтов була. Уның бер туған һеңлеһе – әсәйем хәтерлә­үенсә, өләсәйем Хәмит апаға төнө буйы эңербаулы күлдәк тегә. Иртәгәһенә Әбүбәкер ағай үҙе килеп алып китә.
Күргәҙмә Мәскәү халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Бигерәк тә Хәмит Әхмәтовтың ябай ғына үлән көпшәһендә оҫта итеп башҡорт көйҙәрен башҡары­уына хайран ҡалалар, иҫ киткес моң уларҙы, ысын мәғәнәһендә, әсир итә. Г. Чичерин ҡурайҙы алып әйләндереп-тулғандыра, эсендә берәй нәмә юҡмы икән тип үтә ҡарай. Буш үлән һабағынан нисек итеп ошондай моң сығарып була икән тип аптырай һәм ахырҙа: “Шундай милли ҡорал юғалып ҡалмаған икән, тимәк, башҡорт халҡы ла юғалмаясаҡ”, – тип әйтә. Тирмәгә Муса Мортазин да килеп китә. Бер­гәләп фотоға төшәләр.
Башҡортостан делегацияһына, уның оҫтала­рына һоҡланып, гәзиттәрҙә мәҡәләләр баҫылып сыға. Бер Мәскәү баҫмаһы мөхәррире башҡорт­тарҙың нисек йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүе тураһында һорашып, яҙып ала.
Ошо сәфәрҙән Хәмит Әхмәтов бөтөнләй үҙгәреп, тамашасы алҡышының тәмен тойоп, сәхнәгә эҫе­неп ҡайта. Тиҙҙән уны Башҡорт академия драма театрына ҡурайсы итеп эшкә саҡыралар. Бында ул данлыҡлы Йомабай Иҫәнбаев, Ғиниәт Ушановтар менән бергә эшләй. Коллектив менән республика райондары буйлап сығыш яһау йәш егеттең данын тағы ла арттырып ебәрә. Баймаҡ күсмә колхоз-совхоз театры асылғас, ул тыуған яғына ҡайтып, әлеге театрҙа ҡурайсы-артист булып эш башлай. Бөйөк Ватан һуғышынан йәш талантты Мәҙәниәт министр­лығы алып ҡала. Ул ауыр йылдарҙа коллектив менән ауылдан ауылға йөрөп, тыл эшсәндәренең рухын күтәреп, фиҙакәр хеҙмәткә дәртләндерә. Сибайҙа драма театры асылғас, апам шунда хаҡлы ялға сыҡҡансы эшен дауам итә. Артабан да ҡура­йын ташламай, балаларға унда уйнау серҙәрен өйрәтмәксе була. Был ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбе етәкселеге менән килешеп тә ҡуя. Тик, үкенескә ҡаршы, 1966 йылдың сентябрендә уның йөрәге тибеүҙән туҡтай.
Хәмит Әхмәтов хаҡында оло быуын кешеләре йылы иҫтәлектәр һаҡлай. Холҡо бик ябай, эскер­һеҙ, кешелекле, ярҙамсыл, мәрәкәсел була уның. Ауыр көнкүреш шарттарында күңелдәре ҡатҡан кешеләрҙең әҙерәк кенә булһа ла кәйефен күтәреү өсөн уйлап сығарған ҡыҙыҡ-мәҙәктәрен өлкәндәр әле лә иҫкә ала.
Читайте нас: