+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
15 Февраль 2021, 22:00

Баймаҡ районының Күсей ауылы — уникаль ауыл.

Ошо бер ауыл ғына республикабыҙға бик күп билдәле шәхестәрҙе, оло талант эйәләрен биргән. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадынан билдәле Бирғәле сәсән, мәшһүр ҡурайсы Хәмит Әхмәтов, Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, “Әлифба”ның тәүге авторы Абдрахман Ғәлләмов, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаев, күренекле яҙыусы һәм драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, исеме милли бейеү сәнғәте классикаһына ингән хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова һәм башҡалар... Был феноменаль күренеш нимә менән аңлатыла? Уның сығанаҡтары ҡайҙа?

“Феномен” һүҙе һирәк осрай торған күренеш, тигәнде аңлата. Күсей феномены тураһында һүҙ башларҙан алда ауылдың тарихы һәм билдәле шәхестәре менән ҡыҫҡаса танышып үтәйек.
— Күк Ирәндек тауҙарына һыйынып ултырған Күсей ауылы — Баймаҡ районының боронғо ауылдарының береһе. Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров билдәләүенсә,
ауылдың барлыҡҡа килеү тарихы аныҡ ҡына билдәле түгел. Ситләтелгән (косвенные) мәғлүмәттәр буйынса, был ауылға Нуғай даруғаһы Бөрйән олоҫо 2-се Этҡол аҫаба башҡорттары 1749 йылда (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса — 1737 й.) нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Ревизия мәғлүмәттәренән ауылда тәүге төпләнеүселәр Күсей, уның улы Айытҡужа, ейәндәре Имелбай, Арсланбай, Сыуашбай, Сәфиулла Күсәевтар икәне билдәле. Шулай уҡ бөгөнгө ауыл кешеләренең ата-бабалары Аҡназар, Байназар Аҡҡужиндар була. 1786 йылда был ауыл губерния картаһында Бикҡужа исеме аҫтында бирелгән, ә V ревизия документтарында хәҙерге исеме менән теркәлгән. 1795 йылда Күсейҙә 20 йортта 143 кеше йәшәгән, был осорҙа ауылдың ике утары ла булған. Сирек быуат үткәс, 60 йорт булып, 438 кеше көн күргән. Улар малсылыҡ, нигеҙҙә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән, игенселек әле әүҙем алып барылмаған. Документтар күрһәтеүенсә, мәсет булған, 1900 йылда мәҙрәсә, һыу тирмәне теркәлгән.
Күсей улдары Рәсәй сиктәрен һаҡлауҙа ла әүҙем ҡатнашҡан. Хәрби хеҙмәттәге кешеләрҙе ҡорал, кейем-һалым, аттар һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү бөтә ауыл тырышлығы менән хәл ителгән. Алламорат Байназаров, Имәсәй Итҡужин башҡорт полктары сафында 1805—1807 йылдарҙа Пруссия һәм Польша ерҙәрендә Францияға ҡаршы Рәсәй кампанияһында ҡатнашҡан. 1812 йылғы
Ватан һуғышында 15-се полк составында батырлыҡ күрһәтеп, рядовой Түбәй Туйышҡанов, Сәғит Аллабирҙин һәм Танһыҡҡужа Бикҡужин көмөш миҙалға лайыҡ булғандар. Иҫәнгилде Ибраһимов менән Хәмзә Байназаров 1828—1829 йылдарҙа рус-төрөк һуғышында дан яулаған.
Күсей борондан уҡ йырсылар, ҡурайсылар, сәсәндәр төйәге булып танылған. Шуларҙың береһе — Ибраһимов Бирғәле сәсән. Ул ҡурайсы ла, сәсән дә, көрәшсе лә булған. 1846 йылда Сибай кантон Ырымбурҙа Карауанһарайҙы асыу тантанаһына үҙе менән Бирғәле сәсәнде лә алып барған. Унда Бирғәле сәсән ҡаҙаҡ аҡыны менән әйтештә лә, көрәштә лә еңеп сыҡҡан. Күренекле рус этнографы, фольклорсы Сергей Гаврилович Рыбаков “Урал буйлап башҡорттар араһында” исемле очергында: “Бирғәле — иң данлыҡлы ҡурайсыларҙың береһе”, — тип, ә уның ағаһы Петр Гаврилович Рыбаков: “Бирғәле — башҡорт шағиры, йырсы-импровизатор”, — тип билдәләп үткән. Улар атаҡлы сәсәндән бик күп халыҡ йырҙарын яҙып алған.

1923 йылдың йәйендә РСФСР хөкүмәте Мәскәүҙә халыҡ хужалығы күргәҙмәһе (ВДНХ) ойоштора. Темәс ауылынан Әбүбәкер Хөсәйеновҡа Башҡортостан делегацияһына етәкселек итеү бурысы йөкмәтелә һәм күргәҙмәгә ҡатнашыу өсөн оҫта бейеүсе, йырсы, ҡурайсыларҙы һайлап алырға тәҡдим ителә. Делегация етәксеһе Күсей ауылы ҡурайсыһы, 19 йәшлек Хәмит Әхмәтовты баш ҡалаға алып бара. Йәш егеттең ҡурай моңо төрлө милләт вәкилдәрен таң ҡалдыра. Күргәҙмәнән ҡайтҡас, Хәмит Әхмәтов Башҡорт академия драма театрына ҡурайсы итеп саҡырыла. Унда байтаҡ эшләгәндән һуң, Баймаҡ колхоз-совхоз театрында, 60-сы йылдар аҙағында Сибай драма театрында эшләй. БАССР-ҙың халыҡ артисы исеменә лайыҡ була. Башҡортостан Композиторҙар союзы Хәмит Әхмәтовтан 34 халыҡ көйөн магнитофон таҫмаһына яҙып ала. Ауылыбыҙ урамдарының береһе башҡорт йырҙарын быуындан-быуынға тапшырыусы ауылдашыбыҙ исемен йөрөтә.
Бөйөк Ватан һуғышына Күсейҙән 148 кеше китә, шуларҙың 65 генә кире әйләнеп ҡайта.
Ауылдашыбыҙ Тәфтизан Миңлеғолов 1941 йылдың декабрь айында Совет Армияһы сафына алынып, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында дошманға ҡаршы һуғыша. Уның күкрәген Ҡыҙыл Йондоҙ, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары биҙәй. Миномет расчеты командиры Тәфтизан Миңлеғолов Белоруссияның Гомель өлкәһендәге Черныш һәм Усохи ауылдары өсөн барған ҡаты һуғышта батырҙарса
һәләк була. 1944 йылдың 14 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Тәфтизан Таһир улы Миңлеғоловҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ауылыбыҙҙың иң ҙур урамы батырыбыҙ исемен йөрөтә, йыл һайын Тәфтизан Миңлеғолов кубогына спорт ярыштары үткәрелә. Башланғыс класс уҡыусылары “Йәш тәфтизансылар” сафына алына. Мәктәптә ауылдашыбыҙ тураһында бик күп мәғлүмәт тупланған, мәктәп бинаһына Герой иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылған.
Атаҡлы ғалим, атҡаҙанған уҡытыусы, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы, Ушинский миҙалы кавалеры Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмов менән дә ғорурланабыҙ беҙ. Абдрахман Ғәлләмов —бик күп дәреслектәр, методик ҡулланмалар, башҡорт мәктәптәре өсөн фонохрестоматия, урта мәктәптәр һәм педагогия училищелары өсөн туған тел буйынса дәреслектәр авторы. Уның иң күренекле хеҙмәттәренең береһе — Әлифба китабы. 1974 йылда Лейпциг ҡалаһында уҙғарылған күргәҙмәлә был китап 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ була.
Ауылыбыҙҙың иң матур урамы, мәктәп музейы ғалим исемен йөрөтә, мәктәп бинаһына уға бағышланған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Күсей ауылында — йор һүҙле, зирәк аҡыллы сәсәндәр төйәгендә — сәсәнлек традицияларын дауам итеүсе, бай телле шағир тыумаһа, ғәжәп булыр ине. Буласаҡ шағир Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев Йәнтәл тауының сирәмендә тәгәрәп, Төпкөл ҡоҙоғоноң тәмле һыуын эсеп, Ташкисеү йылғаһын оло диңгеҙҙәй күреп, яратып үҫкән, Темәс педучилищеһын, һуңынан Өфө пединститутын тамамлауға талантлы йәш шағир булып таныла башлай. Ғүмере буйына Баймағым, Күсейем, туған телем, йәнтөйәгем, тип йән атып, янып-дөрләп йәшәгән шағирыбыҙҙың рухи йәдкәре һәр кемебеҙгә лә ҡәҙерле. Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры, Салауат Юлаев, Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Абдулхаҡ Игебаев тураһындағы иҫтәлектәр йөрәктәребеҙҙә мәңге йәшәр. Матурлыҡты яратып, изгелеккә табынып йәшәгән ғаиләлә тәрбиәләнгән күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, беҙҙең ауылдашыбыҙ Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова әҫәрҙәре — башҡорт әҙәбиәтенең Сулпан йондоҙо. Яҙыусының атаһы Күсей ауылының билдәле йырсыһы, ҡурайсыһы була, ә әсәһе — ауылдың тәүге совет уҡытыусыһы Әсмә Рәхмәтулла ҡыҙы Баймырҙина. Таңсулпан Ғарипованың яҙыусы ла, драматург та, башҡорт әҙәбиәте тарихында ҡатын-ҡыҙҙар араһынан берҙән-бер пенталогия авторы ла булыуы — беҙҙең барыбыҙ өсөн дә оло ғорурлыҡ.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, уҡытыусы, һәүәҫкәр рәссам Миҙхәт Әсфәндиәр улы Байрамғоловтың да ауылдашыбыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ. Миҙхәт Әсфәндиәр улы оҙаҡ йылдар Иҫәнбәт, Күсей, Әхмәр ауылдарында уҡытыусы, директор булып эшләй. Арҙаҡлы ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың музейын булдырыусы ла, Төркмән ауылы янындағы Туғажман тауы башына ҡуйылған Ҡурай һәйкәленең авторы ла ул. Ошо эше өсөн ул халыҡ-ара ЮНЕСКО ойошмаһының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Күсей шулай уҡ сәнғәт оҫталары ауылы. Балетмейстер-хореограф, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәүҙәт Зәйнулла улы Бикбирҙин — бейеү сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән атаҡлы бейеүсе. Ул һалған “Ҡара тауыҡ”, “Сонайым”, “Игеҙәков”, “Күсей зимактары”, “Ҡара юрға”, “Әмин һәтәүе” һәм башҡа бик күп бейеүҙәр һаман да сәхнәләрҙән төшмәй. Ауылдашыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Ғаяз ҡыҙы Баязитова ижад иткән сәхнә образдары сағыу һәм ҡабатланмаҫ булыуы менән киң билдәле. юғарыла телгә алынған шәхестәрҙән тыш, СССР эске эштәр министрлығының атҡаҙанған милиция хеҙмәткәре, полковник Рәил Исхаҡ улы Асҡаров, РСФСР-ҙың атҡаҙанған экономисы Әхмәтбаҡый Мырҙағәле улы Ласынов, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүселәре Шамил Шәһәрғәзе улы Ҡыуатов, Мозафар Фәйзулла улы Мусин, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты Гөлсирә Ғәлиулла ҡыҙы Имамова-Сәғитова һәм башҡалар тыуған, белем алған.
Үлән үҫкән ерендә үҫә, тигән әйтем бар беҙҙең яҡтарҙағы халыҡ телендә. Бөгөнгө көндә үҫеп килеүсе быуынға өлгө эҙләп, алыҫтарға юлланаһы түгел. Филология фәндәре кандидаттары: Наилә Ласынова, Гөлсирә Имамова һәм Рәзилә Исхаҡова, иҡтисад фәндәре кандидаты Фәйрүзә Мәтинова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусылары Мәҙинә Нәҙербаева, Рәүилә Диңгеҙбаева һәм Мәғзүрә Баязитова — Абдрахман Ғәлләмовтың юлын дауам итеүселәр. “Халыҡтар дуҫлығы” ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған төҙөүсеһе Азамат Байназаров, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүселәре Мозафар Мусин, Әхмәтйән Исламғолов, Шамил Ҡыуатовтар — тыныс хеҙмәт эшсәндәре. Йәштәр Илдар Абдуллин — Абдрахман Ғәлләмовтың, Әлфир Заманов Социалистик Хеҙмәт Геройы Мәсәғүт Замановтың ейәндәре. Улар, әллә күпме йыр-моң конкурстарында еңеп, данлы нәҫелде дауам итеүселәр икәнлектәрен иҫбатланылар.
Бәрәкәтле Күсей ере тағы яңы таланттар асыр, күңел ҡушҡан эште яратып башҡарып, тыуған ерен, ауылдаштарын, Ватанын һөйөндөргән арҙаҡлы шәхестәрен илебеҙгә бүләк итер әле.
Илүзә Мөхәмәт ҡыҙы Латипова, Күсей төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Сығанаҡ: https://vatandash.rbsmi.ru/articles/otkrytyy-nauchno-obshchestvennyy-forum-vatandash-/k-sey-auyly-fenomeny/
Читайте нас: