-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
15 Февраль 2021, 16:00

Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова:

Актриса булырға теләгем ҙур ине

Рәшиҙә Искәндәровнаның йырға маһир икәне билдәле беҙгә. Унан, моғайын, яҡшы актриса ла сығыр ине. Мәҫәлән, Тәңкәбикә образын уңышлы һынландырыр ине.
"Эйе, минең актриса булырға теләгем ҙур ине. Әммә элек сәнғәт училищеһында 4 йылға бер генә ҡабул иттеләр. Мин мәктәпте тамамлаған йылда ҡабул итеү булманы. Шунан, халыҡ театры булған өсөн генә, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. Республика ауылдарын ҡыҙырып гастролдәрҙә йөрөнөк. Ейәнсурала “Ҡыҙ урлау”ҙы ҡуйып, бер ҡыҙыбыҙҙы урлатып ҡайттыҡ, хатта.
Ә 1966 йылда, III курста уҡығанда, Илшат Йомағоловҡа: “Университетты ташлайым, сәнғәт буйынса уҡырға теләйем”, – тигәйнем, ул: “Туғаным, хәҙер театр заманы түгел, кино, телевидение өҫтөнлөк ала”, – тип ҡаршы төштө. Әммә уның өсөн ҡайғырмайым. Сөнки мин барыбер сәхнәләмен: ҡайҙа ғына сығыш яһаманым да, ниндәй генә кимәлдәге форумдарҙа ҡатнашырға насип булманы. Ә артислыҡ һәләттәре миңә эшемдә ярҙам ғына итә. Харизмалы булыу, сығыш яһай белеү күп нәмәгә өлгәшергә мөмкинлек бирә.
Читайте нас: